+30 °С
Болотло

Әүмәлә

Силәбе башҡорттары яратып әҙерләгән милли ризыҡ рецебын тәҡдим итәбеҙ. Әүмәлә тип атала ул. Уны Рушания Нишанова Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Ҡаҙаҡбай ауылында йәшәгән ҡәртнәһе, аш-һыу оҫтаһы Зәйтүнә Сибәғәтулла ҡыҙы Ғүмәрованан өйрәнеп ҡалған. Әйткәндәй, әүмәлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән.

ӘүмәләӘүмәлә
Әүмәлә

Әүмәлә әҙерләр өсөн ҡаймаҡ, тоҙ, самалап он, һыу кәрәк була.

Суйын ҡаҙанда литр ярым ҡаймаҡты тәменсә тоҙ һибеп, болғата-болғата әҙләп кенә он һалып, һары майға  әйләнгәнсе талғын утта ҡайнатырға. Бутҡа ҡуйы булһын тиһәгеҙ, ондо күберәк өҫтәргә мөмкин. Һары май ҡалҡып сыҡһа, тимәк, ризыҡ әҙер. Барлыҡҡа килгән майҙы айырып алып, башҡа ризыҡ бешергәндә ҡулланалар. Бутҡаны табынға биргәндә еләк-емеш менән биҙәргә була. Шулай уҡ йәшел һуған һибеп тә бирелә.

Ондоң күләме ҡаймаҡтың әселегенән тора. Әйткәндәй, яңы ҡаймаҡтан май сыҡмай, шуға ла 1-2 көн торған ҡаймаҡтан эшләнә был ризыҡ. Әгәр майы сыҡмаһа, саҡ ҡына һыу өҫтәргә кәрәк.

«Силәбе башҡорттарында һары май – айырым бер ризыҡ төрө. Уға сейә, бөрлөгән, көртмәле, шәкәр ҡушып, өҫтәлгә ҡуялар. Ҡәртнәйем ҡоймаҡ өҫтөнә әүмәлә бешергәндән һөҙөп алынған һары майҙы һөртә ине йә табаға уны яғып, ҡоймаҡ ҡоя торғайны, шулай уҡ төрлө бутҡаларға ла һары май һалып ҡына ашағанын иҫләйем», – тип һөйләй Рушания Сибәғәт ҡыҙы.

Регина Камалова.

Автор:Регина Камалова
Читайте нас