+30 °С
Болотло

Хроник стрестың һигеҙ билдәһе

Ялһыҙ эшләгәндә организм ауырыуҙарға йышыраҡ бирешә башлай. Бының сәбәбе – хроник стресс. Шуға күрә организм биргән сигналдарға иғтибарлы булырға кәрәк. 

Хроник стрестың һигеҙ билдәһеХроник стрестың һигеҙ билдәһе
Хроник стрестың һигеҙ билдәһе

1.Бөтә инфекцияларҙы «йыйһа» организм даими рәүештә стресс кисерә, иммунитет ҡаҡшай. Ә был иһә ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсәнлеккә килтерә.   

2. Танау ҡанай.  Танау ҡанау – организмдың даими стрестарҙан интегеүенең төп билдәһе.  

3. Хәтер насарая. Хроник стресс тормошто «уйын»ға әйләндерергә мөмкин: ҡайҙа нимә ҡуйғанды иҫкә төшөрә алмай яфалана торған. 

4. Сәс ҡойола. Көнөнә 50-нән 100-гә тиклем сәс бөртөгө ҡойолоу ғәҙәти күренеш. Ләкин ҡайһы бер саҡта стресс сәбәпле сәстәрҙең 70 проценты ҡойолоп бөтөүе мөмкин.  

5. Артык ныҡ эмоциональ булыу.  Стресс кинәт кенә кәйеф үҙгәртеүгә лә сәбәпсе. Тулҡынланыу, депрессия, ярһыусанлыҡ кеүек эмоциональ реакциялар – уның билдәһе.   

6. Артыҡ ныҡ тирләү. Ҡул һәм аяҡтың ныҡ тирләүе даими стреста йәшәү билдәһе.  

7. Бәүел юлы инфекцияларынан интегеү.  Бәүел юлындағы инфекциялар стрестан килеп сыҡмай, әлбиттә. Ул – йәшәү рәүешенә бәйле. Ябай итеп әйткәндә, бәҙрәфкә барырға ла ваҡыт етмәүҙән.   

8.  Күремдең бик ныҡ ауыртып килеүе. Менструация ваҡытында ауыртыуҙар тағы ла көсәйә. Был стрестың организмда гормондар дисбалансы тыуҙыруы менән бәйле.  

Автор:
Читайте нас