

Нух заманында туфан алдынан ҡырҡ көн дауамында ҡойоп ямғыр яуа.
Исраид ҡәүеме ҡырҡ йыл дауамында барыр еренә бара алмайынса, сүллектә ҡаңғырып йөрөй.
Динебеҙ беҙгә кәмендә ҡырҡ хәҙисте өйрәнеп алып, уларҙы башҡаларға өйрәтергә ҡуша.
Ҡырҡ йәше тулған кешенең рухы камиллыҡҡа ирешә, изгелеккә юл тота, ата-әсәһенең ҡәҙерен белә башлай.
Ауырыуҙың баш осонда ҡырҡ тапҡыр “Әл Фатиха” сүрәһен уҡылһа, ауырыу һауығырға мөмкин тигәндәр бабайҙар.
Араҡы эскән кешенең аяты ҡырҡ көн дауамында ҡабул булмай торор. Шулай булһа ла, намаҙыңды уҡып торор кәрәк.
Әгәр ҙә үле кешенең ҡаршында ҡырҡ мосолман “Был кеше яҡшы булды”, -тип торһа, был кешенең гонаһтары ярлыҡаныуы ихтимал.