+30 °С
Болотло

Мәктәптең бөгөнгө йөҙө

Уҡытыусы быуаттар дауамында юғары әхлаҡ, саф  намыҫ, таҙа күңел, ҡеүәтле зиһен кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙ эсенә алған иң изге һөнәрҙәрҙең  береһе һаналды. Уға табындылар, яраттылар, ихтирам иттеләр. Ә бөгөнгө көндә мөғәллимлектең тотҡан урыны, абруйы ниндәй? Остаздың ҡәҙере бармы? Нисек көн күрә, белем бирә замана уҡытыусыһы?  Ошо һорауҙарға яуап эҙләп баш ҡаланың белем усаҡтарына юлландыҡ.  «Фекер  табыны» рубрикаһының сираттағы ҡунаҡтары – Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса мөғәллимәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлниса Мәхийәнова, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһының математика  уҡытыусыһы Айрат Мостафин һәм 2-се республика полилингваль күп профилле «Смарт» гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Ләйсән Сафиуллина. – Хөрмәтле уҡытыусылар, бөгөн мәктәп эскәмйәһендә ниндәй уҡыусы ултыра? «Кисәге»нән  нимәһе менән айырыла ул?

Мәктәптең бөгөнгө йөҙөМәктәптең бөгөнгө йөҙө
Мәктәптең бөгөнгө йөҙө

Гөлниса Мәхийәнова:

– 34 йыл эшләү дәүеренән сығып һүҙ йөрөтһәм,  бөгөн  унда бөтөнләй икенсе быуын уҡыусыһы ултыра. Иң тәү нәүбәттә, ул ижади, креатив ҡарашлы, балалар баҡсаһынан уҡ ижадҡа һөйөү тәрбиәләнә. Интеллектуаль яҡтан сағыштырһаҡ, хәҙер әҙерлекле, көслө уҡыусылар килә. Үткән замандарҙағы кеүек хәреф танымағандар юҡ тиерлек. Әүҙем ата-әсәләр балаларының үҫешенә ҙур иғтибар бүлә, һәр яҡлап камиллаштыра, бының өсөн ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй. Был, бер яҡтан, яҡшы күренеш. Әммә, икенсе яҡтан күҙ һалып, тәртип, тәрбиә  мәсьәләһенә ҡағылһаҡ,  әхлаҡи ҡиммәттәрҙең кире яҡҡа үҙгәреүе борсоуға һала. Бөгөнгө уҡыусыларҙың ата-әсәһе – 80-90-сы йылғы балалар, уларҙың  шәхес булып  формалашыуы, йәшлеге, ғаилә ҡороу йылдары илебеҙҙең  тарҡалыу ваҡытына, ауыр, көсөргәнешле мәлдәргә тура килде. Шунлыҡтан күберәк матди ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирелде. Ошо быуын ата-әсәләренең һәм балаларының мәктәпкә, уҡытыусыға талаптары үтә юғары. Күп осраҡта улар «һеҙ беҙгә тейеш» тигән ҡалыптан сығып фекер йөрөтә һәм үҙен өҫтөнөрәк ҡуя. Был уларҙың  аралашыу манераһынан да, үҙҙәрен тотошонан да, ҡылыҡ-фиғелдәренән дә тойола, күренә...

Айрат Мостафин:

– Йәмғиәттә «Хәҙерге заман проблемалары заманса хәл итеүҙе талап итә» тигән формаль булмаған ҡараш йәшәй һәм мин уның менән тулыһынса килешәм. Сөнки элек мәктәптәрҙә уҡытыусылар балаларҙы ҡағыҙҙан ниҙер эшләтеп, ябай уйындар уйнатып, әсбап буйынса ғына уҡытһа, бөгөн тупһала – юғары технологиялар быуаты. Һәм улар, әлбиттә, бөтөнләй яңыса белем биреүҙе, һанлаштырыу, компьютерлаштырыу алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Хәҙерге уҡыусылар менән элеккесә эшләүе ауыр, хатта мөмкин дә түгел. Уларҙы тик заманса уңайлыҡтар ярҙамында ҡыҙыҡһындырырға, алға әйҙәргә мөмкин. Әлбиттә, санитар ҡағиҙәләр һәм нормалар буйынса гаджеттарҙа оҙайлы ултырырға ярамай, әммә хәҙерге балалар барыбер көнө-төнө интернетта бушҡа уҙғарғансы, файҙалы үткәрһендәр тип, өйгә һәм ижади эштәрҙе шунда биреүҙе хуп күрәм.

Ләйсән САфиуллина:

– Бөгөнгө мәктәп эскәмйәһенә үҙ һүҙен әйтә, үҙ ҡарашын яҡлай алған уҡыусылар килгән. Улар тормошта юғалып ҡалмаҫ, көслө ихтыярлы, юғары маҡсатлы шәхес булып үҫер, тип ышанам. Һәр бала – үҙе бер донъя. Уҡыусыларым күп осраҡта үҙемә һабаҡ. Уларға ышанам. Бәләкәс бала ғына түгел, өлкәндәр ҙә бит шул ышанысҡа, өмөткә һыуһап йәшәй.

– Хәҙерге заманда уҡытыусы-ларҙы ҡайһылыр кимәлдә «һуңғы могикандар» тип тә нарыҡларға була, мәктәптә эшләүе үҙе бер ҡаһар-манлыҡҡа тиң. Ә йәштәр  килмәй. Нимәнән ҡурҡа улар?

Айрат Мостафин:

– Минең күҙлектән, улар төрлө ҡағыҙ эшенән, кәрәккән дә, кәрәкмәгән дә отчеттарҙан ҡурҡа. Әсәйем ауылда ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, бына ул саҡта күберәк  ҡағыҙ, яҙыу эше менән булғандар кеүек. Ә хәҙер бөтә мәғлүмәт компьютерҙа, таблицаны тиҙ генә тултыраһың һәм вәссәләм. Заман технологияларын ҡуллана белһәң, мәктәптә эшләүҙең бер ауырлығын да күрмәйем. Хатта күпкә еңелерәк, тиер инем. Тик совет заманы уҡытыусыларына шул техника менән ҡулланыу мәшәҡәт тыуҙыра. Ә хәҙерге йәштәргә йөҙөп эшләргә бар уңайлыҡтар булдырылған. Шуға ла мин һәр саҡ уларҙы  мәктәпкә эшкә килергә өндәйем, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәргем килә.

Гөлниса Мәхийәнова:

– Бер тарихи осорҙа ла уҡытыусының эше еңел булмаған һәм ул, ысынлап та, ҡаһарман хеҙмәт. Унан да етдиерәк, мөһимерәк һөнәр юҡтыр. Сөнки ниндәй генә техноген асыштар заманы булмаһын, уҡытыусыһыҙ тулы  кимәлдә  белем алыу мөмкин түгел, уҡыусы өсөн уҡытыусы ул – юл күрһәтеүсе, инеш башы.  Уның эске донъяһын формалаштырғанда интернет селтәре ярҙам итә  йә иһә өлгө була алмай, тик мәктәп эсендәге мөхит,  туранан-тура  бәйләнеш, аралашыу, тәрбиә һабаҡтары аша ғына атҡарыла ул.  Ә йәш уҡытыусының ҡурҡыуы бөгөнгө балаларҙың үткер фиғеленә, саялығына бәйле. Тәжрибәһеҙлеге арҡаһында ул төрлө хәлдәрҙә баҙап ҡала, ҡырҡ ата балаһына ҡалай ярарға, үҙен нисек тоторға, тыңлауһыҙ уҡыусыны нисек «урынына» ҡуйырға белмәй ыҙалана. Сөнки, үрҙә әйтеүемсә, балаларҙың  уҡытыусыға талаптары шул тиклем ҙур. Уның өҫтөнән  сәбәпле лә, сәбәпһеҙ ҙә яла яҙырға мөмкин. Ошо ла йәш уҡытыусыны биҙрәтә, ҡурҡыта. Улар мәктәпте көрәш яланы кеүек ҡабул итә, башта уҡыусылар, һуңынан ата-әсәләр менән. Ә уҡыу алға елһен, белем кимәле буйынса ҙур һөҙөмтәләргә  өлгәшһендәр өсөн  бына  шул – уҡытыусы,   уҡыусы,  ата- әсәнең  – өс тағандың тайпылмай бер йүнәлештә эшләүе мөһим. Унан инде әлеге лә баяғы хеҙмәт хаҡына ла барып төртөләбеҙ. Йәштәр аҡсалыраҡ урынды һайлай. Мәктәпкә уҡытыусыларҙы ылыҡтырыуҙа етәкселәрҙең шәфҡәтле мөнәсәбәте лә ҙур роль уйнай. Йәш белгес эшкә килгәс, уға бөтөн яҡлап ярҙам күрһәтеү шарт. Элекке замандарҙа йәш белгестәрҙең дәресенә инеп ултырыу, яҡшы ерен маҡтап, хата-кәмселектәрен күңел ҡалдырмай ғына әйтеп, кәңәш-төңәш биреү бар ине.Һәр мәктәптә идара итә белгән, уҡытыусыларҙы аңлаған, күтәрмәләгән етәкселәр булыу мөһим. Уларҙан өҫтә тағы ла юғарыраҡ мәҙәниәтле, үҙ эшенең оҫтаһы булғандар ултырырға тейеш.

Ләйсән САфиуллина:

– Башҡа тармаҡта эшләүҙе хуп күреп, белем усағын ҡалдырған коллегаларыбыҙ бихисап. Уҡытыусы һөнәре менән һәр ҡайҙа ла эш табырға мөмкин. Күптәре бизнес, аҡса эшләүҙе төп маҡсат итеп алғанда, беҙҙең тоғролоғобоҙға һәйкәл ҡуйырлыҡ, әлбиттә. Тимәк, уҡытыусы өсөн аҡса эшләү тәү шарт түгел, ул ошо һөнәрҙән башҡа үҙен күҙ алдына ла килтерә алмай, мөғәллимлек – уның яҙмышы.

– Әле уҡытыу системаһының хәл-торошо нисек? Элекке менән уртаҡ һәм айырым яҡтары? Белем усаҡтарының киләсәге бармы?

Гөлниса Мәхийәнова:

– Яңы, йәш белгестәр етмәү сәбәпле, уҡытыусының эш сәғәте күп. Ул  елкәһенә өҫтәмә йөкләмәләр алып, көнөнә һигеҙ сәғәт уҡытырға мәжбүр. Бөгөн төрлө конкурстарҙың бихисап булыуы ла уйландыра. Һәр көн ниндәйҙер бәйге, ә класы булған уҡытыусы уларҙы әҙерләмәһә, эшләмәгән кеүек күренә. Әҙерләйем тиһә, өлгөрөргә, йүгерергә, ат кеүек сабырға кәрәк, сөнки бәйгеләрҙең ҡатнашыу ваҡыты ҡыҫҡа. Был хәл олимпиадаларға ла ҡағыла. Элек бер генә – Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы үткәрелә һәм беҙ уға ентекле әҙерләнә инек. Хәҙер уларҙың да, төрлө фәнни-ғәмәли конферен-цияларҙың да ниндәйе генә юҡ! Ошоларҙың барыһы ла иғтибарҙы төп эшебеҙ – уҡытыуҙан ситкә йүнәлтә. Шунан, әлбиттә, барыбыҙ ҙа белем кимәленең сифатһыҙ, түбән

булыуына зарлана. Элек белем системаһы бер тәртипкә, яйға һалынған кеүек ине. Ул саҡта, бөгөн тағы нимә уйлап табырҙар, үҙгәртерҙәр икән, тигән һорау торманы. Хәҙер мәғарифта үҙгәртеп-ҡороуҙар күп. Моғайын да, ниндәйҙер бер нөктәлә туҡтарға кәрәктер. Уҡытыу пландары ла, уҡыу программалары ла йыш алмашына. Инде әсбаптарҙы комплектлап бөтһәк, ул иҫке һаналып, яңыһы сыға. Берҙәм дәүләт имтихандарын ҙур ауырлыҡ менән тормошҡа ашырҙыҡ, инде өйрәндек, яйға һалдыҡ, тиһәк, уны киләсәктә бөтөрөү тураһында  һүҙҙәр ишетелә. Алда ни булырын аныҡ ҡына күҙаллап булмай әлегә.

Айрат Мостафин:

– Бөгөнгө белем биреү системаһында, тураһын әйтәм, күп осраҡта ғәҙелһеҙлек хөкөм һөрә. Был бигерәк тә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында сағыла. Шундай көслө уҡытыусылар ҡатнаша, ә еңеүгә кемдең блат-сваты бар, шул өлгәшә. Иң ҡыҙғанысы – бөтә нәмә аҡсаға бәйләнгән һәм һатыла. Ярай, беҙ, уҡытыусылар, барыһын аңлап-күреп, төшөнөп торабыҙ, ә бына уҡыусылар ҡатнашлығында үткән бәйгеләрҙә лә ошондай хәл-ваҡиғалар күҙәтелеүе шул тиклем түбәнселек! Бөтә көстәрен һалып, дәртләнеп, етди әҙерләнгән балаларҙың ҡанаттарын ҡайырыу бит был. Шәхсән, хәлемдән килгәнсә, системаға ҡаршы торорға тырышам, сөнки үҙ һөнәремде хөрмәт итәм, яратам.

Ләйсән САфиуллина:

– Мин коллегамдың фекере менән килешмәйем. 2006 йылда эш башлаған осорҙан «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» конкурсын күҙәтеп барам. Ниндәй рухлы, телһөйәр-илһөйәр мөғәллимдәрҙең исемен асты ул! Улар Рәсәй кимәлендәге һөнәри бәйгеләрҙә Башҡортостан данын яҡланы, ҙур уңыштарға өлгәште. Ә заманса технологиялар эшебеҙҙе, ысынлап та, еңелләштерә. Яңы асылған мәктәптәрҙә санитар нормаларға ҙур иғтибар бүленеүе ҡыуаныслы хәл. Бөгөнгө заман уҡыусыһының фекерләү ҡеүәһе яңыса, үҙенсәлекле. Улар өсөн күп, уңай мөмкинлектәр булдырылған, беҙҙең осорҙа һәләтебеҙҙе асырға, үҫтерергә шарттар аҙыраҡ ине. Хәҙерге уҡыусыларҙың өйҙә генә ултырып, дистанцион рәүештә төрлө бәйгелә үҙ көстәрен һынай алыуы, күп яҡлы ынтылыштары, киң фекерле булыуҙары шатландыра.

Белем усаҡтарының киләсәге барлығына ихлас ышанам. Мәктәпһеҙ, уҡытыусыһыҙ бер профессия ла була алмай. Уның киләсәге мотлаҡ булырға тейеш. Ә йәш белгестәр эшкә ылыҡһын, килһен өсөн дәүләт тарафынан уҡытыусының статусын күтәреү зарур, уның  юридик яҡтан нығытылған һәм яҡлаулы булыуы мөһим. Сөнки ҡайһы саҡта уҡытыусы  ата-әсәләр, шул уҡ уҡыусылар алдында  ла ниндәйҙер сетерекле хәлдәрҙә хоҡуҡһыҙ ҡала.

Беҙҙең гимназияла, шөкөр, йәш белгестәр эшләй. Көслө уҡытыусылар коллективы тупланған. Йәш булһалар ҙа,  һөнәри, ижади бәйгеләрҙә ҙур еңеүҙәр яулайҙар. Ғөмүмән, рухлы, көслө йәш уҡытыусыларыбыҙға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.

Мәктәптең бөгөнгө йөҙө
Мәктәптең бөгөнгө йөҙө
Мәктәптең бөгөнгө йөҙө
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас