+30 °С
Болотло

IV Бөтә Рәсәй "Геройҙар заманы" патриотик йырҙар конкурсы була

«Нам песня строить и жить помогает, Она, как друг, и зовет, и ведет»   - күптәр билдәле совет фильмы «Веселые ребята» хитының юлдарын хәтерләйҙер, моғайын. Бөгөн патриотик йырҙар  МХО-лағы яугирҙарыбыҙҙың рухын күтәрә, тылда әхлаҡи ярҙам күрһәтә, балаларҙа һәм йәштәрҙә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй.

IV Бөтә Рәсәй "Геройҙар заманы" патриотик йырҙар конкурсы булаIV Бөтә Рәсәй "Геройҙар заманы" патриотик йырҙар конкурсы була
IV Бөтә Рәсәй "Геройҙар заманы" патриотик йырҙар конкурсы була

2022 йылдан алып Башкортостана башлығы Радия Фәрит улы Хәбиров инициативаһы менән республикала Бөтә Рәсәй "Геройҙар заманы" патриотик йырҙар конкурсы бара. Ул ҡатнашыусылар араһында һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулай бара. Быйыл ул тағы ла масштаблыраҡ буласаҡ, сөнки  Рәсәй федерацияһы Оборона Министрлығының мәҙәни-ағартыу программаһы проектына ингән. Быйыл ойоштороусылар Рәсәйҙең 31 төбәгенән 232 композиторҙарҙан ғариза алғандар. Конкурстың географияһы киң. Быйыл Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Архангельск, Ырымбур, Һарытау, Силәбе, Калининград, Свердловск өлкәләре, Приморье, Краснодар крайы, Татарстан, Бурятия, Сыуашстан, ХМАО, Луганск халыҡ республикаһы һ. б. Ерҙәрҙән ҡатнашыусылар бар.  

Ҡатнашыусылар өс төп номинация буйынса ярышасаҡ: “Һүҙҙәр Авторы” (рус һәм башҡорт телдәрендә), “Композитор”, “Автор йыры " (рус һәм башҡорт телдәрендә).

Конкурстың приз фонды 1 000 000 һум тәшкил итә.

Конкурс жюрийына совет һәм рәсәй йырсыһы, актриса, режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина етәкселек итә. Шулай уҡ жюри составына композитор, пианист, башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Нур Дауытов, йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы һәм журналистар Союзы ағзаһы Кристина Андрианова, Башҡортостандың халыҡ артисы Алена Завьялова инде. Конкурстың ярымфиналы һәм финалы 26 һәм 27 августа уҙа.

Автор:
Читайте нас