+30 °С
Болотло

Әлдә һин бар әле донъяла!

Йыл һайын  йәмле яҙ аҙағында беҙҙең барыбыҙҙың да көтөп алған нурлы, матур көнөбөҙ бар. Был көндә яҙ тулыһынса үҙ көсөнә инеп, бар тирә-юн йәшеллеккә күмелгән, тәбиғәт ҡоштар моңона сорналған, ҡояш та үҙ нурҙарын ергә йомартыраҡ һипкән кеүек тойола. Был көн ҡәҙерле әсәйебеҙҙең Тыуған көнө ул!                            Әсәйебеҙ Хәлиҙә Фәхретдинова 1937 йылдың  29 апрелендә Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында Сөләймән һәм Зөбәйҙә Имелбаевтар ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килә. 9 йәшендә әсәһе вафат булып ҡалғас, үгәй әсә ҡулында үҫә. Һуғыштан һуңғы  үтә лә ауыр осорҙа үтә уның балалыҡ, үҫмер йылдары. Таулыҡайҙа ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң уҡыуын 1 Этҡол урта мәктәбендә дауам итә. 1956 йылда был мәктәпте тамамлағандан һуң артабан уҡырға теләге ҙур булыуына ҡарамаҫтан заман ауырлыҡтары мөмкинселек бирмәй. Ырҙын табағында эшләп йөрөгән уңған, сос ҡыҙҙы ауыл магазинына һатыусы итеп билдәләйҙәр.                                                                                   

Әлдә  һин  бар  әле  донъяла!Әлдә  һин  бар  әле  донъяла!
Әлдә һин бар әле донъяла!

1958 йылда атайыбыҙ Әхмәҙи Фәхретдинов менән ғаилә ҡоралар.Йәш уҡытыусы ғаиләһе Күсей мәктәбенә эшкә ебәрелә.Ошо ауылда өлкән улдары Ғәли донъяға тыуа.Ул осорҙа белгестәр бер урында ғына төпләнеп,оҙаҡ эшләмәгәндәр, сөнки коммунистар партияһының көслө заманы- ҡайҙа ҡушалар, белгестәр шунда барып эшләгәндәр. Шуға күрә лә Фәхретдиновтар ғаиләһе район ауылдары буйлап күсенеп йөрөй.Иҫке Сибайҙа атайыбыҙ комсомол ойошмаһы секретары булып эшләгән ваҡытта һеңлебеҙ Ғәлиә, Таулыҡайҙа уҡытҡан осорҙаГөлниә һеңлебеҙ,Әбделкәрим ауылы мәктәбендә директор ғаиләһендә кесе һеңлебеҙ Гөлдәр һәм ата-бабалар төйәге Таулыҡайға ҡайтып нығынғас  ҡустыбыҙ Ғәлләм  донъяға ауаз һала.                                                                                                   Ҡайҙа ғына күсенһәләр ҙә әсәйебеҙ   “декабрист ҡатыны” кеүек атайыбыҙҙың ныҡлы тылы булып,күсенеп йөрөгән.Ҡайҙа йәшәһәк тә Таулыҡайҙан ике ҡартатайың да ат егеп килеп етерҙәр  ине-тип хәтерләй ул йылдарҙы әсәйебеҙ. Балалар ҡарау,донъя мәшәҡәттәренә  ҡарамай әсәйебеҙ  һәр эште күңел һалып,яратып башҡарҙы. Таулыҡай мәктәбендә интернат асылғас , әсәйебеҙ Сыңғыҙ ауылынанкилеп уҡыған балалар өсөн тәрбиәсе,уларҙы яҡлаусы,ҡурсалаусы ла булды. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, ике тиҫтә йыл  мәктәп китапханасыһы булып эшләне.Бөгөн дә ул мәктәптә көтөп алынған ҡунаҡ, һәр бер оло сараға уны саҡырып торалар. Бала саҡ  хәтирәләре һәр кемде ғүмер буйы оҙата килә,ябай ғына тойолған хәл-ваҡиғалар ҙа сабый күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡала.Ҡайһы  ғаиләлә,ниндәй мөхиттә тәрбиәләнеүе кешенең яҙмышына ҙур йоғонто яһауы ла бәхәсһеҙ.Йылдар аша әкиәт илендәй тойолған бәхетле мәлдәргә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтабыҙ...                   Әсәйебеҙ бала йәнле кеше.Быға дәлил итеп үҙем Сибайҙа уҡып йөрөгән осорҙо иҫкә төшөрәм.Ҡайһы бер ваҡытта шәмбе көндәрендә уҡыуҙан һуң ауылға ҡайтыу мөмкинселеге булмай торғайны. Иртәнсәк йоҡо туйҙырып уяныуға ауылдан әсәйем беҙҙең дөйөм ятаҡҡа килеп тә етер ине.Ҙур сумкаһына   аҙыҡ-түлек тултырған, шунда уҡ өйҙә әҙерләп килтергән  ашы йә былауы өҫтәлдә булыр ине.Күпме йылдар үтһә лә бындай йыш ҡабатланған мәлдәр  һаман да хәтерҙә һаҡлана.  Гөлниә һеңлем хәтирәләренән : “Минең бала сағым ҙур,оло байрам кеүек булды тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Әсәйем менән атайым ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа,мауығып,ихлас итеп эшләүҙәре менән беҙҙе ирекһеҙҙән ылыҡтырып алып китәләр ине. Бала кешенең хәтере аҡ ҡағыҙ кеүек бит ул.Әлегеләй хәтеремдә,Әсәйем Яңы йылға миңә Ҡарһылыу костюмы әҙерләй,атайым ябай буяу ҡәләмдәре менән буяп,альбом битенән ҡырҡып алып,күҙлек эшләй.Шул тиклем ҡыуанып байрамға кейенеп  барҙым. Онотолмаҫлыҡ мәл ине!                  Әсәйем беҙҙе һүҙ менән түгел,үҙенең эше,үрнәге менән тәрбиәләне.Беҙҙең иректе сикләмәнеләр,дуҫтарыбыҙ менән бөтә ауылды бер итеп югереп йөрөп үҫтек.Яҙ етеү менән Ҡуянтау,Бикеш яҡтарына тиклем араны ла йәйәүләп йөрөп сыға инек.Көнө буйы юғалып йөрөп,умырзаялар йыйып,матур таштар менән кеҫәләрҙе тултырып,күлдәктәрҙе йыртып ҡайтып ингән саҡтарҙа ла әсәйем әрләгәнен хәтерләмәйем.Донъя,тәбиғәт менән танышыуҙар шунан башланғандыр инде.                                                                                                    Бер ваҡыт беҙ Һаҡмарҙа һыу инеп йөрөгән саҡта,ауыл өҫтөндә ҙур ҡойон күтәрелеп,беҙгә табан юнәлде.Ҡурҡыштан илап,ауыл яғына табан югерҙек.Көслө ҡом буранынан күҙҙе асырлыҡ түгел,ҡойон осороп алып китерҙәй тойола.Шул саҡ әсәйемдең ҡаршыға югереп килгәнен күреп ҡалдым,ҡурҡыуҙарым юҡҡа сыҡты.Әсәйебеҙ ҡурсып беҙҙе һәр саҡ үҙ ҡанаты аҫтына алыр ине.Унан һуң үҫмер саҡта ла,үҙем әсәй булғас та,әсәйемдең мине ел-дауылдан һаҡлауы үҙемә ышанысымды арттырҙы,көс бирҙе ».   Эйе,үҙебеҙ атай-әсәй булғас,тормош йөгөн иңебеҙгә һалғас ҡына аңлайбыҙҙыр ул ғәзиздәребеҙҙең ҡәҙерен,балаларын бәхетле итеү өсөн күпме көс һалғанын!                                                                                             Әсәйебеҙ тормошоның бөтә боролоштарын сабыр үткәрә белде. 45 йыл ҡәйнәһе менән ғүмер итте,уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп һуңғы юлға оҙатты,уның фатихаһын да алып ҡалды. Әле булһа ла ул элеккесә тормош йөгөн ташламай.Хәҙер инде балаларын, 12 ейән-ейәнсәрен генә түгел,ә 9 бүлә-бүләсәрен дә хәстәрләп өлгөрә ул.Ошо урында Мәскәүҙә Бауман исемендәге дәүләт техник университетын тамамлап, әле Өфөлә эшләүсе ейәне Алмастың һүҙҙәрен килтереп китәм : «Тормоштоң әсеһен дә,сөсөһөн дә татып,түҙемле булып йыйған аҡылыңды, йәшәү нескәлектәрен арымай-талмай һәр балаңа,ейән-ейәнсәрҙәреңә мөхәббәт тойғоһо аша таратыуың оло ихтирамға лайыҡ.Һинең өйрәткән тормош һабаҡтарың мине генә түгел,бөтәбеҙҙе лә тормош юлдарында  Хызыр Илъяс  кеүек оҙатып бара.Әсә һөйөүен биреп тәрбиәләгән оло йөрәкле яҡын кешем булыуына сикһеҙ  рәхмәтлемен,Ҡартәсәйем !»   Әҙәбиәткә,нәфис һүҙгә булған һөйөүе әле лә һүнмәй уның,ауыл,район күләмендә үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә даими ҡатнашып гел еңеү яулап тора ҡәҙерлебеҙ. Ауылыбыҙҙа үткән күп төрлө саралар әле лә һинһеҙ үтмәй,һинең рухи көсөң,талантың,урынлы әйтелгән кәңәштәрең был сараларҙың уңышын тәшкил итә.Сәхнәләрҙән башҡарған йырҙарың,башҡорт шағирҙарының иң матур шиғырҙары һинең моңоң,йөрәк ауазың менән тәрән һуғарылып тағы ла баҙыҡлана төшә,тамашасыны әсир итә.                                                                                                                                   1997 йылда Таулыҡайҙа  “Шәжәрә” байрамы үткәрелде. Ошо байрамда әсәйебеҙҙең  яҡташ шағир Абдулхаҡ Игебаевтың   “Оран һала Ер-Әсә”поэмаһын яттан һөйләп, Ер-Әсә образында Президентыбыҙ М.Ғ.Рәхимовты ҡаршы алыуын ауылдаштарыбыҙ әле лә онотмай. Ауылдың абруйлы ағинәйе үҙ сығышын Зәйнәб Биишева һүҙҙәре менән тамамлаған ине :  “Мин белмәйем
                                                                       ҡәнәғәтме Ерем ?
                                                       Ҡәнәғәтме халҡым,
                                                                        дуҫтарым ?
                                                       Тик  ышанам бушҡа
                                                                         йәшәне , тип
                                                        Әйтә алмаҫ хатта
                                                                         дошманым !   ”   Эйе,тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ,һинең йәшәгән ғүмерең һис кенә лә бушҡа үтмәне. Быны әсәйебеҙҙең күп һанлы Маҡтау грамоталары,Рәхмәт хаттары,дипломдар,  “Әсәлек даны” ,“Хеҙмәт ветераны”,Рабиға Ҡушаева исемендәге “Милләт әсәһе” миҙалдары ла иҫбатлай.     Ҡәҙерле әсәйебеҙ,беҙгә мул итеп өләшкән күңел йылыңды һаман да тойоп йәшәйбеҙ,үҙебеҙҙең балаларға ла шул тойғоно тапшырырға тырышабыҙ.Һинең беҙгә биргән аҡыллы кәңәштәрең,тормош дәрестәре үҙе бер тәрбиә мәктәбе. Сабырлыҡ,тыйнаҡлыҡ,олоһон да,кесеһен дә берҙәй күреп хөрмәт итеү,кеше күңелен ҡыймау,насар һүҙ әйтеп рәнйетмәү кеүек матур сифаттарҙы беҙгә лә һеңдерергә тырыштың.                                                                                                      Ауылдаштар,туғандар менән татыу,ярҙамсыл булырға,үҙ баһаңды төшөрмәй,тормоштан йәм-тәм табып йәшәргә лә беҙ һинән өйрәндек. Бала сағыбыҙ сәскәгә төрөлгән,нурға күмелгән яҡты,бәхетле донъя булып әле лә йөрәк түребеҙҙә балҡып тора.Беҙгә,балаларыңа ошо ҡыуаныслы хистәрҙе,күңел бөтөнлөгөн бүләк иткән өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе әйтеп бөтөрә алмайбыҙ.                                                                Тәүге һулышыңды тойған,йөрәк тибешеңде ишеткән йәмле яҙ беҙҙең өсөн изге миҙгел,ошо яҙҙай мөләйем,матур,йәш,саф йөрәкле булып уйылғанһың һин беҙҙең күңелебеҙгә,йөрәгебеҙ түренә. Мең йәшә,әсәйебеҙ!                                                                                                            Ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәй,шулай көслө рухлы һәм изге күңелле,балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп,беҙгә терәк-таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын һиңә. Беҙ һине сикһеҙ яратабыҙ,ҡәҙерле кешебеҙ !!!

Улың Ғәли Фәхретдинов.  

 

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас