

"Атайсал" тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөүҙә ҡатнашырға теләүселәрҙе 7 августа 9:00 сәғәттә Граф күле янындағы район һабантуйы майҙансығына саҡыралар.
Маҡсат: ат фестивале атмосфераһын күрһәтеү.
Хәҙерге заман кейемендә, йәки милли кейемдә килеү зарур.
Ат менөн килә алһағыҙ, бигерәк тә шәп.
Программала: ат парады," Ауҙарыш " һәм уҡтан атыу.
Фильм төшөрөүҙә ҡатнашыу өсөн үҙең менән паспорт алыу мотлаҡ, майҙансыҡҡа инер алдынан ризалыҡ тултырырға кәрәк буласаҡ. Күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашыусылар өсөн төшкө аш ойоштороласаҡ.
Бөтә ил күрәсәк кинола төшөп ҡалырға ашығығыҙ. Мәҙәниәтте бергәләп үҫтерәйек!