+30 °С
Облачно

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә яуаплы булыуҙарын һораны

Башҡортостан башлығы хәрбиҙәргә һәм уларҙың туғандарына ярҙам саралары хаҡында иҫкә төшөрҙө һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам туҡтамауын билдәләне.

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә яуаплы булыуҙарын һораныРадий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә яуаплы булыуҙарын һораны
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә яуаплы булыуҙарын һораны

Башҡортостан махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәргә айырыуса иғтибар бүлә. Уларға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә республика һәр яҡлап дәүләт ярҙамы күрһәтә һәм был эш туҡтамай. Был хаҡта Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр һөйләй. БР башлығы билдәләүенсә, төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә  54 төрлө ярҙам күрһәтелеүен билдәләне. Улар мәғариф, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, эшкә урынлашыу, көнкүреш проблемаларын хәл итеү һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала.

"Беҙ уларға һаулығын нығытыу, ҡайтанан белем алыу, күңеленә ятышлы шөғөл табыу мөмкинлеген бирәбеҙ. Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын хәстәрлек менән уратып алырға тырышабыҙ. Аталары, әсәләре, туғандары Тыуған илде яҡлағанда, уларҙың балалары мохтажлыҡ кисерергә тейеш түгел. Беҙ улар өсөн эшләй алырлыҡ иң әҙе: туҡланыу, белем алыу, үҫеш өсөн мөмкинлектәр биреү», — тип яҙҙы радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Республика етәксеһе ярҙам саралары исемлегенең даими тулыландырылыуын иҫкә төшөрҙө. "Һәр ваҡыт муниципалитет башлыҡтарынан, республика власы органдары етәкселәренән махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү мәсьәләләренә мөмкин тиклем яуаплы ҡарауҙарын, был эште иҫәп өсөн эшләмәүҙәрен һорайым. Бөгөн МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙән дә мөһимерәк бурыс юҡ», — тине Радий Хәбиров.

 

Материал, фото: "Башинформ"

Автор:
Читайте нас