

Ярыштар судьяһы Екатерина Невмержицкая һөйләүенсә, һыбайлыларға ике көн эсендә 90 метрлыҡ юл буйлап 12 тапҡыр ат өҫтөндә сабып үтергә һәм хәрәкәт барышында йәйәнән атып, икенән-дүрткә тиклем (алға, артҡа, ситкә) сәпкә тейҙерергә кәрәк. Был осраҡта аныҡлыҡ ҡына түгел, ә дистанцияны үтеү тиҙлеге лә мөһим. Иҫәп ваҡыты 14 секунд, әгәр һыбайлы уны тиҙерәк үтә икән, уға өҫтәмә мәрәйҙәр өҫтәлә, әкренерәк үтһә - алына.
Уҡтан атыу этник спорт төрҙәренә ҡарай, шуға күрә һыбайлылар милли костюмдарҙа, аяҡ кейемендә һәм баш кейемендә ярыша. Был бик динамик, мауыҡтырғыс ярыштарға үҙенсәлекле колорит бирә.
Шулай итеп, быйылғы ярышта беренсе урынды беҙҙең Башҡортостан егете Рушан Хәсәнов алды!
Уны Рәсәй спортсыһы тип иғлан иттеләр. Тимәк, беҙҙең Рушан Башҡортостандың ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙең намыҫын яҡлаған! Афарин, Рушан!!! Сикһеҙ шатланабыҙ, ғорурланабыҙ! Был – беҙҙең егет! "Төньяҡ амурҙары" вариҫы!
Фото Федераль таможня хеҙмәте төркөмөнән