+23 °С
Болотло


Йома, 25 июлдә, көндөҙ республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +22,+27 градусҡаса йылына.
Шәмбе, 26 июлдә, шулай уҡ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көнсығыш буйынса уртаса. Ел төньяҡ сиректән талғын. Һауа температураһы төндә +10,+15°, көндөҙ +19,+24°.
Йәкшәмбе, 27 июлдә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ сиректән талғын. Һауа температураһы төндә +8,+13°, көндөҙ +17,+22°.
"Башинформ"