

булды. Хәҙер ул үлем тураһында ла уйлай. Әгәр, үлеп-бәлән китһәм... тигәнгә килә лә төшә барлыҡ уйҙары ла. Үлһә - үкенесле, бик үкенесле буласаҡ инде. Буйға етмәгәндә ике ҡыҙы ҡала... Яңғыҙ ҙа ҡалмайҙар һымаҡ та, әсәһе лә, апаһы ла бар. Ҡәйнәһе лә ташламаҫ. Хатта Айрат та, моғайын, атай булыуынан баш тармаҫ. Тик әсәгә етә буламы һуң улар? Уның һөйөүен, уның наҙын кем бирә ала балаларына? Кем уларҙың йөрәген тоя ала? Кем уларҙың йәнен имләй?..
Палаталағы тынлыҡты боҙоп, санитарка ишектән башын тығып өндәште:
--Сайранова. Һеҙгә килгәндәр, бында, коридорҙа көтә.
Гөлмира ҡапыл ғына ҡуҙғалмай ята бирҙе. Унан яй ғына тороп, халат өҫтөнә йылы кофтаһын ябынып сығыуға ыңғайланы. Ишек төбөндәге стенаға беркетелгән көҙгөгә ҡарап косынкаһын ипләне лә, сыҡты. Эскәмйәлә ике күҙе өкөнөкөләй булып аҡшайған Айрат ултыра ине. Күҙе өңөрәйгән генә түгел, ҡобараһы ла осҡайны уның. Был мәлдә Гөлмираның үҙенә уны тынысландырырға кәрәк булғандай тойолдо. Тик ҡатындың ундайға теләге лә, хәле лә юҡ. Ул килеп сығыуға Айрат һикереп тороп баҫты, ҡаршы ынтылды. Тик Гөлмира уға “теймә” тигән ишара яһаны ла, эргәһенә килеп ултырҙы. Ир ҡатынына, ҡатыны алдына ҡарап тынып ҡалдылар. Ниһайәт, ир телгә килде:
--Гөлмира... нисек хәлең?
--Һаумы, -- тине уға ҡатыны әсенеү аша йылмайып.
--Һ-һау-мы...
--Ҡайттыңмы?
--Эйе. Кисә... Кис барып ҡыҙҙарҙы күрҙем дә, бында сыҡтым.
--Мин һине әле берәй ике-өс аҙна ятыр тигәйнем...
--Гөлмира...
--Шулай өйрәткәнһең бит инде. Башҡа тормошто белгән юҡ.
Ир менән ҡатын йәнәш ултырып тынып ҡалды. Бер-береһенә әйтер һүҙҙәре күп тә, шул уҡ ваҡытта юҡ та ине уларҙың. Берәүһен тулышып йыйылған үпкә, икенсеһен үкенес быуа. Ирҙең ҡатынын яурынына ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫҡыһы килә, ҡатынының уға һыйынып тынысланғыһы... Тик шул бер ынтылышты эшләй алыр көстәре юҡ. Арыуыҡ ултырғас, Гөлмира башын борҙо:
--Арыным... ятайым.
Айрат һикереп торҙо:
--Индерешәйем...
--Юҡ, үҙем...
Ҡара ҡаршы баҫтылар. Ҡатын хәлһеҙ генә итеп күрһәтмәләр бирҙе:
--Келәттәге итте турап, һумын үткәреп ал. Әсәйгә алып бар бер өлөшөн, ҡыҙҙар унда бит. Аҡсаңды ла аҙыраҡ бүлеп бир. Нимәләр алырға икәнен улар үҙҙәре белә.
--Ярай... ярай, Гөлмира. Һин борсолма. Бында нимәләр кәрәк – әйт.
--Кәрәкмәй. Барыһын да бирәләр. Тамаҡҡа үтмәй артыҡ...
Айрат ҡатыны ҡаршыһында аушаңлап тора торғас, ынтылып уның ҡулдарын тотоп алды һәм ялбарып күҙҙәренә төбәлде:
--Гөлмира... һин, зинһар, бирешмә инде... – күҙҙәренән йәштәре соборлап ағып китте, теле тотлоҡто, -- Миңә һинһеҙ йәшәү юҡ...
Ҡатын ҡарашын ситкә борҙо:
--Үҙен уйлай әле ул.
--Юҡ, уйламайым. Мөмкин булһа йәнемде лә бирәм. Тик һин һауыҡ инде, йәме, һауыҡ.
--Мин үлергә йыйынмайым әле. Һиңә – белмәйем, әммә балаларға кәрәкмен.
--Кәрәкһең, бик кәрәкһең! Балларға ла, миңә лә!
Гөлмира ирҙең усынан ҡулдарын һурып алды:
--Мин разводҡа бирҙем. Айырылышабыҙ. Өйөңә тығылмайым. Ошонан сыға алһам, Алла бирһә, унда башҡаса ҡайтмайым.
Айрат һис икеләнмәй баш ҡаҡты:
--Һин нисек теләйһең, шулай буласаҡ. Нисек әйтәһең, шуны эшләйем, Гөлмира. Мин башҡаса эсмәйем...
--Уф... туҡран тәүбәһе...
--Ыссын...
Ҡатын китергә ыңғайланы:
--Эсемде бошорма инде. Был хәбәрҙе ун йыл тыңлайым. Һәм башҡаса килеп мәшәҡәтләнмә бында.
Айрат уның артынан ынтыла биреп ҡалды:
--Картаңа аҡса күсерҙем. Кәрәк нәмәләреңде алдыр йәки миңә әйт.
Гөлмира өндәшмәй инеп китте. Ир шул урынында бәүелеп тора бирҙе. Ҡаршы килгән аҡ халатлы иғтибар иткәс кенә борлоп атлап китте. Ике битенән йәштәре ҡойолдо, тамағына төйөр тығылып быуҙы, аяҡ быуындары һынды... Айраттың былай сараһыҙ ҡалғаны һәм ... ҡурҡҡаны юҡ ине әле. Өҫтөнә күк ишелеп төштө, офоғо юғалды, ҡояшы батты уның.
Йәшәүҙәре әллә нисек килеп сыҡты... Танышыуҙары ла уйламағанса булғайны. Айраттың себерҙә эшләп йөрөгәненә ике йыл самаһы булғандыр, бер ялға ҡайтҡанында, класташ егете килеп инеп, уларға тағы бер –ике ир ҡушылып, табын ҡороп ултырҙылар. Шунда былар, ҡыҙып алып, Айраттың күңелен асырға булды. Ҡунаҡҡа барып йөрөргә бисә эҙләп алып киттеләр быға. Йәнәһе, Айрат артыҡ тыйнаҡ, йәнәһе, ит үлтереү өсөн мөнәсәбәттәр кәрәк һәм башҡалар. Ауылдағы яңғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙы барлай торғас, класташы әйтеп һалды:
--Рәйлә еңгәнең Гөлмираһы ирҙән ҡайтҡан икән. Матур ҡыҙыҡай ине ул, тик иртә кейәүгә сыҡты. Ире икенсе ҡатынға әүрәп киткән тиме?
--Бушҡа шулайтмағандыр инде. Берәй гонаһы булғандыр бисәһенең.
Берәү икеләнде:
--Белмәйем, уға яҡын барырлыҡ микән? Рәйлә еңгә үҙе лә уҫал, ҡыҙҙары ла шул самалыр инде. Мужыт ире шуға ла айырғандыр әле, кемгә эт бисә кәрәк?
Бәхәсләшә торғас, ҡыҙып алған ирҙәр тотто ла Гөлмираның эш урынына китте. Ҡатындың ауыл китапханаһын ҡабул итеп йрөгәнен беләләр ине. Барып та инделәр ҡутарылышып, юҡ-бар мәрәкә менән тегене уратып та алдылар. Ҡағыҙҙар тултырып ултырған йәш ҡатын албырғап ҡалды. Ҙур түңәрәк күҙҙәрен тултырып ир-егеттәрҙең әле береһенә, әле икенсеһенә ҡараны. Уның был аптыраулы бер ҡатлы ҡарашынан Айратҡа уңайһыҙ булып китте. Үҙен бер түбән йән итеп тойҙо. Ә ирҙәр ҡуйырын ҡуймай ҡыҙҙы ҡапаҡланы:
--Һылыуланғандан һылыуланаһың, Гөлмира, ҡалаҡҡа һал да йот.
--Их, холостой саҡҡа тура килмәнең...
--Мин өйләнгәйнем ҡыҙҙар һылыуланды, тиген. Ха-ха-ха!
Ҡатын йылмайманы ла. Быларҙың ҡоторошоуын уртаҡлашырға теләмәне. Айратта ҡарашын туҡтата биргәндәй булдымы? Айырыуса сәнскеле итеп тә ҡарағандай тойолдо уға. Быға түҙә алманы ул.
--Тәк, егеттәр, ярай, кешегә эшләргә ҡамасауламайыҡ. Әйҙәгеҙ.
Тик ирҙәр тиҙ генә уйҙарынан кире ҡайтырлыҡ түгел ине.
--Гөлмира һылыу, бына һине Айрат ҡусты менән таныштырам. Һиңә лә күңелһеҙ, уға ла. Яңғыҙы йәшәй, ингеләп йөрө...
Ошо хәбәрҙән һуң бер-нисә секунд ҡына тынлыҡ торҙо ла, Гөлмира ҡапыл ҡалҡынып тороп, Айратҡа төбәлде:
--Китап алыр булмаһағыҙ, сығығыҙ. Һәм күңел асыуҙы башҡа урында эҙләгеҙ.
Ирҙәр ҙә шымды. Аранан берәүһе:
--Туҡтале, һылыу... – тип ҡарағайны ла, ҡатын барып ишекте асып ебәрҙе лә, тышҡа төртөп күрһәтте:
--Барығыҙ!
Тыптырлашып сығып киттеләр. Юлда Айрат тегеләрҙе әрләне:
--Һеҙ алйоттар ыңғайны йөрөгән мин дурак. Ярай башҡа китап менән тондорманы әле.
Уға берәүһе ҡушылды:
--Әйттем бит мин һеҙгә Рәйлә еңгәнең ҡыҙҙары ла үҙе кеүек тип. Уларға ҡурҡмай яҡын барған ир или һуҡыр булыр или ныҡ батыр булыр.
Тағы ла бер-нисә көндән, район үҙәгенән ҡайтырға сыҡҡан Айрат, туҡталышта торған Гөлмираны аңғарып туҡтаны. Төк-төк китап алған ҡатын автобус көтә ине. Теге хәлдән һуң, исмаһам, ғәфү үтенеп булһа ла китәйем, тип, сыҡты ла, эргәһенә килеп өндәште:
--Һаумыһығыҙ.
Ҡатын уға бер генә һирпелеп ҡараны:
--Һаумыһығыҙ.
--Гөлмира... һеҙ, зинһар, теге көн өсөн ғәфү итегеҙ. Йәмһеҙ килеп сыҡты...
Тегеһе тағы бер һирпелеп алды. Шулай ҙа был юлы ҡарашы йылыраҡ булды. Был егеткә ҡыйыулыҡ өҫтәне.
--Ауылғалыр бит? Әҙә, алып ҡайтам. Автобус ҡасан урап килгәнсе...
Гөлмира бер аҙыраҡ икеләнде, күрәһең, уйҙарының сағылышы йөҙөнә сыҡты. Шулай ҙа ризалашты:
--Алып ҡайтһағыҙ ни... рәхмәт.
Юлда һөйләшмәнеләр. Артыҡ баҫым яһарға теләмәне егет тә, ғәйебен юям тип, тағы берәй хата эшләр. Ҡатын да, күрәһең, һүҙсән түгел. Бер ауыл кешеләре булһа ла, ғүмерҙә лә аралашҡан әҙәмдәр түгел бит улар. Айрат мәктәптә уҡығанда был ҡыҙ бәләкәй булғандыр, армиянан һуң ул ситтә эшләне, һирәк ҡайтты. Ҡайтҡанда ла бындай йәш-елкенсәккә иғтибар итмәне. Етмәһә, был, егеттәр әйтеүенсә, иртә кейәүгә киткән булған бит инде.
Ошо юлдан һуң был ҡатын тураһында йыш иҫләне Айрат. Һынсыл ҡарашын, ҡымтылған уймаҡ ирендәрен, башын төҙ тотҡан аҡҡош муйынын, сикәһендәге соҡорҙарын күҙ алдына килтерҙе лә үҙенә үҙе аптыраны. Нимә кәрәк уға был ҡатындан? Берәүҙең айырып ҡайтарған ҡатынына ҡарамаҫ та инде? Неужели?..
Вахтала йөрөгәндә лә татлы хыялдары булды ул егеттең. Китһәм онотолор әле, ти ине, юҡ шул, киреһенсә ҡуйыраҡ, сағырыуыраҡ була барҙы фантазиялары. Нескә буй-һыны, сымыры аяҡтары, нәфис беләктәре мейеһенә уйылып ҡалғандай булған әллә? Уҫал ҡарашы ла һис өркөтмәй һымаҡ бит. Киреһенсә, әллә нисек арбай, ымһындыра кеүек.
Айҙан ашыу йөрөп ҡайтҡас, бөтөн ҡаһарманлығын йыйып, әлеге китапханаға инде. Гөлмира уны аңғарып йылмайғандай итте. Айрат ихлас һөйләшкән булып, кәрәккән-кәрәкмәгән китаптар һайланы, журналдар битен ҡыштырлатып ултырҙы. Китапханасы килеүселәрҙе хеҙмәтләндерҙе, уҡыусылар менән аралашты. Уны ситтән күҙәтеп ултырған егеттең йөрәге елкенде, инде бынан нимәлер асыҡламайса боролоп сыға алмай ине ул. Шуға ла, китапхана ябылыуғаса тотҡарланып, иң һуңғылар булып ҡуҙғалды. Гөлмираның ишеккә йоҙаҡ һалғанын көтөп тороп, ҡуша атланы. Ауылда инде ҡараңғы төшөп өлгөргәйне.
--Гөлмира, һинең менән һөйләшергә ине, -- тип аңлатты ул һаман уның артынан эйәрә төшөүен.
--Нимә хаҡында? –ҡатындың тауышы һағайҙы.
--Былай ғына... Һин... кире китергә уйламайһыңмы?
--Ҡайҙа? – атлап барған еренән туҡтап уҡ ҡалды ҡатын.
Айрат та тотлоҡто:
--И-иреңә...
--Юҡ! – яуап ҡырҡа булды.
Был егеткә йән өрҙө.
--Бик яҡшы. Мин... мин саҡырһам киләһеңме?
Тынлыҡ.
--Ысынлап әйтәм, Гөлмира. Әгәр һин риза булһаң, иртәгә үк килеп алам. Башта әсәйең менән килешәсәктәр, әлбиттә, унһыҙ түгел.
--Ә нишләп? – ҡатын саҡ теленә килде.
--Нимә... нишләп?
--Кейәүҙән ҡайтҡан ҡатындан башҡа ҡыҙҙар юҡмы һиңә? Ни эшләп мин?
--При чем тут “кейәүҙән...”? Һин миңә оҡшайһың... ныҡ ойшайһың... эштә мин һине генә уйлап йөрөнөм... Ыссын, биллаһи...
--Нимәгә айырылыштың, тип тә һорамайһыңмы?
--Әллә?.. Нимәгә миңә уныһы?
--Армиянан ҡайтҡас мине ирем балаһын үлтереүҙә... абортта ғәйепләне.
Тағы туҡтаны ла туп-тура ҡарап торҙо ҡатын. Уның был ҡылығынан хатта Айрат юғала биреп ҡалды.
--Ы-ыы... Булғайнымы һуң... ундай нәмә?
--Ул киткәс мин ауырлы икәнемде белдем. Тик баланы һаҡлай алманым. Минән генә торманы ул. Өйҙә тынысһыҙ ине. Әсәһе, һеңлеләре менән һыйышманыҡ. Шул көйәләнеүҙәрҙән булдымы, әллә яҙғаны шул инеме, баланың ҙурайып барғанда йөрәге туҡтаны. Иремә, былары, мине еңмешләнеп барып балаһын алдырҙы тип еткергән. Ул ҡайтты ла, игәне лә игәне. Ғәйепләне лә ғәйепләне. Унан мин дә уға ҡарата һыуындым, йомолдом...
Егет шым ғына тыңлап торҙо. Ҡатын нисек ҡапыл асылған булһа, шулай ослап та ҡуйҙы:
--Минең күңелем ҡатҡан. Былай ҙа алсаҡ түгелмен... хәҙер инде...
Шулай ҡалдырып китте ул тыҡырыҡта Айратты. Беренсе һөйләшеү килеп сыҡманы. Тик өмөтөн өҙмәне егет. Юлына сыҡты ла торҙо, сыҡты ла торҙо. Һәм, бер айлыҡ ялы ахырында,Гөлмираны өгөтләп, күндереп эйәртеп алып ҡайтты. Ҡатын менән бергә уның буйҙаҡ йортона йәм, ҡот инде. Йәш килен йорттоң иҙән-түбәләрен буяп, ҡорғандар элеп, тәҙрә төптәренә гөлдәр теҙеп сыҡты. Үҙенең дә бойоғоп ҡатҡан йөҙө асылып, ҙур томора күҙҙәренә нур яғылды. Былай ҙа һылыу йөҙө тағы ла нығыраҡ сибәрләнгәндәй, үткер ҡараштарына ут өҫтәлә төшкәндәй булды. Ҡатыраҡ, һүҙгә лә ҡырҡыуыраҡ, хатта уҫал ғына ине ҡатын. Шул уҡ ваҡытта ендәй етеҙ, өлгөр, егәрле ине. Әллә ни арала баҡсаһы гөрләп ҡалҡты, ҡураларына мал-тыуар, ҡош-ҡорт тулды, ихаталары сәскәгә күмелде. Бөхтәлек хөкөм һөрҙө донъяһында, нур-ҡот тулды. Ә иң ҙур бүләге ҡатынының бер-бер артлы алып ҡайтҡан ике ҡыҙы ине. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла тәртиптә ине бит. Нимәнән улай яҙлыҡты һуң ул был бәхет юлынан Айрат? Сат йәбешеп донъя көткән ҡатынын һанламанымы әллә? Әллә уның бер ҡайҙа ла китмәҫен, артҡа юлы юҡлығын аңланымы? Барыһын да үҙе хәл итеп йүгермәләп йөрөүенән артыҡ һалышып киттеме? Бөтөнләй яуаплылыҡты уның елкәһенә лә һалып ҡуйҙы шикелле? Шулай булды шикелле. Алып ҡайтып аҡсаһын бирҙе лә – вәссәләм. Ҡайтып ятты ла – булды. Ҡалғанын ҡатыны ҡайғыртты. Ай буйына тик ятып булмай бит инде, уныһына барҙы, быныһы килде. Ултырҙылар. Эстеләр. Тороп баш төҙәтте. Унан тағы, тағы... Эскелек дауамлы һәм оҙайлыраҡ булып китә барҙы. Яйлап был ғәҙәткә, унан ауырыуға әүерелде. Гөлмираның ҡарашы ла, һүҙе лә, әре лә ҡурҡытмай, өркөтмәй башланы. Гөлмираны араҡы еңде.
***
Ниса менән Афзалдың аралары мөхәббәтле, татыу. Телефондан килешеү төҙөгәйнеләр. Ир ҡайта ла, ҡатыны отпуск алып, икәүләшеп кенә ай буйына ял итәләр, берәй яҡҡа сығып киләләр һәм... бәпәй яһайҙар, тип. Тәүге аҙанала концерт-театр буйлап саптылар, ата-әсәһенә, ҡайны-ҡәйнәһенә йөрөп сыҡтылар. Унан ун көнгә Кисловодск шифаханаһына йүнәлтмә һатып алып юлландылар. Ят урында, ят кешеләр араһында, ят мөхитте ҡарап, ят ризыҡтар менән тәғәмләнеп, ҡултыҡлашып ҡына йөрөп, ҡосаҡлашып ҡына йоҡлап үткәрҙеләр был тәүлектәрҙе. Ауырға ҡалыуға әҙерләнгән кәләше лә, Афзал үҙе лә мөғжизәгә өмөт итте. Нисаһы үҙендә саҡ ҡына берәй үҙгәреш тойғандай булһа ла тест алды ла тикшерҙе, алды ла тикшерҙе. Ире уның бәҙрәфтән сыҡҡҡанын өмөтлө ҡараш менән көттө. Тик ҡатыны ҡыуандырмай әле. Ярай, ваҡыт бар, булыр, тип уйлай ир.
Ваҡыт тигәнең аяуһыҙ ҙа инде...Ялдарын тамамлап өйҙәренә ҡайтҡас та көндәре бер төрлө үтте, ҡыуандырыр һөйөнсө булманы. Юлға сығыр мәле яҡынлашҡан һайын һөмһөрө ҡойолғандан ҡойолдо Афзалдың. Ә инде Нисаны эшкә һорап шылтыратҡандарынан һуң, сығырынан сығып китте. Ысҡынды ир. Йүгәнләп тотҡан шайтаны иреккә атылды.
--Нимә? Мин бер үҙем генә булдыра алмаҫ, тип уйланыңмы?
Ниса ҡапыл аңламаны:
--Нимә һөйләйһең ул?
--Һөйәркәңә барып ҡайттаһыңмы?
Ҡатыны бер генә һүҙ әйтә алды:
--Уффф...
Эшкә барыуын барманы Ниса, әммә аралары боҙолдо. Афзал ҡабаттан теге серле ҡыҙыл машинаны иҫләне, әллә нимәләрҙә ғәйепләне. Ниса аҡланып арыны. Барыһына бергә бала мәсьәләһе лә килеп өҫтәлде.
--Һин минән бала теләмәйһең. Шуға ҡалмайһың ауырлыға, -- тине ир.
Был хәбәр ҡатындың тап зитына ғына тейҙе. Ул илап йоҡо бүлмәһенә инеп китте лә, карауатына бөгәрләнеп ятты. Артабан һөйләшмәне, яуап бирмәҫ, ишетмәҫ-күрмәҫ булды. Шулай икеһе ике башта йоҡлап торғайнылар, Ниса иртәгеһен дә телһеҙ булды. Тороп үҙе генә ултырып сәй эсте лә, кире инеп бикләнде. Афзалға яңғыҙына ҡаңғырып йөрөргә ҡалды фатир буйлап. Бөгөн үкенә ине инде кисәгегә, тик эш уҙған. Төҫөнә ҡарағанда, Ниса әле генә ғәфү итергә йыйынмай. Юлға сығыуға өс көн ҡалған. Тағы шул уҡ үткәндәге һәм унан алдағыхәлдәр ҡабатланды. Тағы сабырлыҡ һаҡлай алманы. Тағы күңелдә ауыр йөк менән китә инде. Их...