

Ҡайтыуына өйҙә ниндәй тоҙаҡ ҡоролғанын белә Камил. Уны апайҙары өйләндерергә самалай. Ярай, шулай ҙа булһын, ти, тип уйлай ҡарт егет. Моғайын, күрәләтә бер... (хатта был урынға һүҙ ҙә таба алмай) ҡарамаҫлыҡ ҡатын затын тәҡдим итмәҫтәр ҙә инде. Апайҙары бит дошман түгел, уны ҡайғыртып-ҡарап үҫтергән кешеләр. Үҙ-ара һөйләшеп-кәңәшләшеп эшләйҙәр бит инде. Хәҙер инде үҙе лә арыған аҙып-туҙып йөрөп. Гүзәл ҡыҙҙарҙы ла күрҙе, ут бисәләрҙе лә, матурҙары ла булды, албаҫтылары ла тип әйтәйек... күрҙе инде күрҙе, күрмәне түгел. Бер нәмәгә лә үпкәһе юҡ. Тик ни тиклем күп күрәһең уларҙы, шул тиклем күңелгә юшҡын ҡалыныраҡ булып ята икән ул. Берҙә генә тәжрибә лә тупланмай, аҡыл да йыйылмай, бары тик битарафлыҡ ҡына килә. Камил да тап ана шул дәрәжәгә барып етеп, яҙмышын башҡалар ҡулына тапшырырҙай булған. Теләһә нишләһендәр! Әпирһендәр ҡатын да, кейҙерһендәр ҡамыт, тышаһындар, бәйләһендәр...
--Ағай, һеҙҙең артыҡ ике йөҙ һумығыҙ булмаҫ микән?
Автовокзал залында ойоп ултырған Камилдың уйҙарын эргәһендә килеп баҫҡан малайҙың өндәшеүе бүлде.
--Ә? – аңлап етмәйсә ҡабатлап һораны ир. Үҙе бындай мәсьәлә менән мөрәжәғәт итеүсе балаға ентекләберәк баҡты. Артыҡ уҡ бала ла түгел һымаҡ, 13-14 йәш барҙыр. Хәйерсегә лә оҡшамаған былай.
--Билетҡа аҡсам тулмай... Юғалттым...
--Ҡайҙа бараһың һуң?
Малай уның район үҙәген атаны. Камил уға бер генә һынсыл ҡарап алды ла, кеҫәһен тығылды. Кәрәк икән – кәрәк. Һорайҙар икән – бирә. Ул шулай өйрәнгән. Һаран түгел ул, артыҡ һорауҙар биреп төпсөшә торған холҡо ла юҡ. Аҡса тип артыҡ иҫе китмәй.
Биш йөҙлөктө күреп малайҙың күҙҙәре түңәрәкләнде. Ағайҙың улай мул ҡуллы булыуына аптыраны. Уңайһыҙланды ла:
--Ағай, мин... Миңә ике йөҙ етә.
--Ярай, бар, билет ал да, бик кәрәкмәһә әпкилерһең, -- тип көлгән булды ла, баланың усына йомдорҙо.
--Рәхмәт! – үҫмер кассаға ашыҡты.
Шул саҡ ҡапыл ауыр уйҙары таралып, күңел күге асылып киткәндәй булды ирҙең. Бына ла инде, әле ул тиклемдә бөткән йән түгел. Бер мохтажға файҙаһы тейеп тора. Ә, асылда, бер кемгә лә артыҡ зыяны төшкәне лә юҡ. Һәүреклеге әсәһен генә көйҙөрә инде былай...
Ул арала малай барып билет алып, кире эргәһенә килеп ултырҙы. Йомарлап тотҡан артыҡ аҡсаһын һондо. Камил алырға ынтылманы. Уны тағы бер ҡат күҙҙән үткәрҙе.
--Ҡайҙан киләһең былай? Кемгә унда?
Малай балаларса бер ҡатлылыҡ менән еңел генә яуаплай:
--Мин бында колледжда уҡыйым, беренсе курста. Аҡсамды юғалтманым мин... Ней... кисә ашарға тотонғайным. Әсәйгә әйтеп торманым.
Камил аңлап етмәне:
--Кисә ашарға тотонғайным?.. Ә бөгөн?
--Бөгөн... ҡайтам бит.
--Вообще то, уже төш. Районға тиклем әле дүрт сәғәт барырға.
--Әй! – үҫмер эре генә ҡул һелтәп ебәрә, йәнәһе был уның өсөн моң түгел.
Ир сәғәтенә ҡарап алып ваҡытты самалай ҙа, урынынан ҡалҡына:
--Слушай, дуҫ, давай беҙ һинең менән тамаҡ ялғап киләйек әле. Мин дә аэропорттан килдем дә ултырҙым.
Икеләнеп ҡалған малайҙы куртка яғаһынан тартып та торғоҙҙо:
--Бар, һин йәш кеше, анау пиццерияға алдан барып заказ яһай тор, мин сумкалар менән.
Ашарға ултырғас та малай тартынды. Камил уны тынысландырҙы:
--Оялма, ҡустым. Сибиряк ағайың неужели бер студентты һыйлай алмай? Ә, исемең кем әле һинең?
--Ишморат.
--О-о! Ҡалай шәп боронғо исем. Ә мин Камил ағайың булам. Мин дә шул яҡҡа ҡайтам, тик арыраҡ, ауылға.
--Беләм, -- тине үҫмер хәйләкәр көлөп, -- Мин һеҙҙең билет алғанды күрҙем. Таныштар, райондаштар булһа тип килгәйнем ошо касса эргәһенә.
--Ә-ә... ата-әсәйең барҙыр бит? – баланың аҡсаһыҙ көйө ҡалала йөрөүе ирҙең күңелен семетеп тора ине ҡалай ҙа.
--Әсәйем... Аҡса биргәйне ул... Просто ҡайһы саҡ етмәй ҙә ҡуя.
Камилға был бала менән аралашыуы ҡыҙыҡ ине, шуға һаман ныҡышты:
--Тәмәке тартаһыңмы әллә? Әллә һыраға китәме?
--Юҡ. Ҡайҙан? Ашарға саҡ. Әсәйемдең эш хаҡы ҙур түгел... Уның үҙенә бөтөнләй ҡалмайҙыр әле. Шуға мин, аҙнаһына етмәһә лә, етә тип алдайым. Һәм йыш ҡайтмаҫҡа ла тырышам. Тик ул ял һайын ҡайтырға ҡуша. Ашап, йыуынып кит, тип.
--Ы-ыы...
Тамаҡ туйҙырғас юлға малайға һут, имеп барырлыҡ тәм-том алып тотторҙо тағы. Ай-вайына ҡуймай рюкзагына тыҡтырҙы. Юлда ла туҡталыштарҙа ынтылып, автобустың теге башында урынына һеңеп йоҡлап барған балаға ҡарап-ҡарап алды. Ябай, ихлас, бер ҡатлы малай уға оҡшап өлгөргәйне. Төшкәс бер-ике мең биреп китергә кәрәк, исмаһам киләһе аҙнаһында ас йөрөмәҫ, тип уйланы.
Яҙғы кис ярайһы һыуытҡайны улар район үҙәгенә килеп төшкөндә. Йылы салондан халыҡ яйлап, йыбанып ҡына сыҡты. Камил багаж бүлегенән сумкаларын алып, телефонына тотонғайны ғына, ҡаршыһына Ишморат килеп тә баҫты:
--Әсәй, бына ул ағай!
Ир, малайҙың йәнәшәһендәге ҡатынға ҡарап, тешенә ҡыҫтырып өлгөргән сигаретын кире алды:
--Һау-мыһығыҙ.
--Ҙур рәхмәт инде һеҙгә, кем... Камил ағай. Ҡана, бурысты күсереп ҡуяйым. Картағыҙ бәйле номерығыҙҙы әйтһәгеҙ...
Камил Ишмораттың үҙе шикелле үк йылмаяҡ, асыҡ ҡарашлы әсәһенә саҡ ҡына артығыраҡ текәлде, ахыры, ҡатын йоҡа башлығынан сығып маңлайына төшкән сәс өлтөктәрен һыпырып ҡуйҙы.
--Һеҙ... ғәфү итегеҙ инде һеҙҙән аҡса һорағанға...
--Аҡса вопросы закрыт. Әйттем бит ҡустыға, мин һыйлайым, тинем.
Әсәле-уллы былар хәҙер баштарын терәшеп нимәлер бышылдаштылар ҙа, үҫмер ирҙең беләгенә килеп йәбешмәһенме:
--Камил ағай, әйҙә беҙгә барып аш ашайыҡ.
--Ҡустым...
--Мин һеҙҙе һыйлай алмайыммы ни? Һеҙ бит барыбер бөгөн ауылығыҙға ҡайтмайһығыҙ.
Ҡайтыуын ҡайтмай ул, ошонда үҙәктә туҡтап мәжлес ҡороп китә торған бер әшнәһе бар ине. Берәү генә түгел инде ул улар. Шуға килеп ҡунырмын тип шылтыратып та ҡуйғайны шул. Бер-ике көндән әҙәм булып әсәһенә ҡайтып пленға бирелер ҙә ине.
--Иптәштәр көтә ине.
--Әйҙәге-еҙ...
Нимәһелер бар ине был малайҙың Камилды әүрәтә ала торған. Әллә һөйләшеүе, әллә ябайлығы. Әллә йәлләй, әллә ярҙам иткеһе киләме шуға.
--Ну, ярай һуң... Ҡамасау булып йөрөмәһәм инде.
Егеттең әсәһе элеп алды:
--Ниндәй ҡамасау? Аш әҙер. Бында эргәлә генә ул беҙ. Кешеләр шулай бер-береһенә изгелекле, иғтибарлы булырға тейеш инде ул.
Эйәртенешеп атлап киттеләр. Бер-ике тыҡрыҡтан иҫке генә тәпәш йорттоң ҡалай ҡапҡаһын асып үттеләр. Оянан сәүек ләңкелдәне, әммә сығып торманы. Хужаларының тауышын танып тынысланды ла ятты, күрәһең. Өйгә ингәс, ирҙәр төпкә үтте, хужабикә бәләкәй генә түрбашында йүгермәләне лә, йәһәтләп түрҙәге түңәрәк өҫтәлгә табын теҙҙе. Мейестә ҡаҙ менән картуф ҡыҙҙырған икән. Бындайҙы күптән ауыҙ иткәне юҡ Камилдың. Бала сағында, әле атаһы барҙа ошолай бешерә торғайны әсәһе. Мейестән ала ла, атаһы алдына ҡуя, тегеһе өлөшләп бүлеп тарата ине.
Көтмәгәндә ҡаҙ уның алдына килеп ултырҙы, ҡатын бысағын да алып килеп һалды:
--Бүлгеләгеҙ.
Ҡалай барыһы ла ябай ғына һуң бында... Ҡушылғас, тотондо инде. Ҡаршыһында ултырғандарҙың тәрилкәһенә үрелеп-үрелеп һалды ботарлағандарын:
--Матур итеп турай ҙа белмәйемдер инде...
--Ярар, ашарға эшкинер ул, -- ҡатын стакандағы һутын күтәрҙе, -- Беҙ һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ, Камил ағай. Әйткәндәй, минең исемем Зөлфиә. Ишморат минең берҙән-бер йыуанысым, таянысым. Беҙ уның менән ошолайтып донъя көтөп ятҡан булабыҙ.
--Яҡшы, бик яҡшы йәшәп ятаһығыҙ, -- тип үк ебәрҙе Камил ололарса итеп. – Артыҡ ағай уҡ та түгелмендер ул мин. Ҡарт күренәмдер мужыт.
--Ә һеҙгә нисә йәш? – тип һүҙгә ҡушылып китте Ишморат. – Әсәйемә утыҙ алты, миңә ун алты.
--Миңә утыҙ туғыҙ була инде быйыл.
--Балаларығыҙ барҙыр бит һеҙҙең? Ғаиләгеҙ? – ҡатын ҡунағының алдына уныһын-быныһын шылдырҙы. – Ой, танышманыҡта бит. Мин Зөлфиә булам, улым Ишморат, беләһегеҙ инде.
Камил баш ҡағып уны тыңлап ултырҙы ла, үҙенә лә яуап биреү кәрәкте аңланы:
--Юҡ, минең балаларым юҡ... Ғаиләм тип, әсәйем инде. Ҡарт ҡына әсәйем бар.
Зөлфиә иргә сәйерһенеп бер генә ҡарап ҡуйҙы ла, табынын ҡараны. Алдарындағы ҡаҙ өлөштәрен мөнйөп бөтөүгә сәй ултыртты. Сәй артында башлыса Камил менән Ишморат һөйләште. Икеһенә лә уртаҡ нәмә табылды – техника. Ир себерҙә шунда эшләһә, егет бында әлеге тимер-томорға уҡый булып сыҡты. Йәше бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы, өлкәне йыбанмай яйлап аңлатты, ҡулдары менән күрһәтеп, өҫтәлгә бармағы менән һыҙғылап төшөндөрҙө. Зөлфиәгә аҙаҡҡараҡ хатта иҫкәртергә тура килде:
--Егеттәр, мунса әҙер. Ҡыҙыуында барырға кәрәктер ул.
Камил урынынан ҡуҙғалды:
--Мин... китәйем инде.
Ҡатын өҫтәлен йыя башлаған ерҙән туҡталды:
--Ҡалығыҙ бында. Инде төн төштө. Мунса инеп тороп ятып йоҡлағыҙ. Иртәнсәк барырһығыҙ барыр ерегеҙгә.
--Йоҡлағыҙ, Камил ағай, -- тип ҡушылды Ишморат. –Барығыҙ мунсаға һеҙ беренсе, мин ныҡ эҫеһен яратмайым.
Елкәһен бер генә ҡашып алды ла, ризалашты ла ҡуйҙы ир. Уның ниңәлер был тәпәш кенә ыҡсым өйҙән ҡайҙалыр ҡараңғыға сығып та киткеһе, был ихлас таныштарынан айырылғыһы ла килмәй ине. Үҙенә һуҙылған таҫтамалды алып елкәһенә һалды ла, юл күрһәткән малайҙың артынан эйәрҙе.
Иртәнсәк тороп түрбашҡа сыҡһа, Зөлфиә сыжлатып ҡоймаҡ ҡойоп тора. Ҡунаҡты сәләмләп йылмайҙы:
--Хәйерле иртә.
Камил уңайһыҙлана төштө:
--Хәйерле...
Бит-ҡулын сайыуға, хужабикә сәй яһаны. Уртаға һары майҙа йөҙҙөрөлгән ҡоймаҡ өйҙө:
--Ашағыҙ. Ҡушып эсегеҙ.
Шым ғына ултырыу килешмәй кеүек ине. Камил һүҙ ҡушты:
--Ишморат бик илгәҙәк малай. Техниканы яҡшы аңлай. Уны артабан да уҡытырға кәрәк.
--Эйе. Рәхмәт. Тырышам инде... Уҡы, тип торам.
--Зөлфиә...Рөхсәт итһәгеҙ, мин егеткә аҙыраҡ ҡына ярҙам итәйем?
Ҡатын уға төбәп ҡараны:
--Нисек итеп?
--Уҡыуына, йәшәүенә ҡалала... аҡсалата... аҙ булһа ла.
--Камил ағай... Камил, беҙ улай кешенән аҡса алмайбыҙ ул. Был, шундай осраҡлы ғына хәл булды. Мин баламды хәлемдән килгән тиклем үҙем ҡарайым.
--Шулайҙыр-шулайҙыр... Просто мин бит яңғыҙ... Ундай сығымым юҡ. Һәм... аҡса ул барыбер туҙып бөтә... Былай, исмаһам, сауаплы эшкә...
--Юҡ-юҡ-юҡ. Рәхмәт был һүҙегеҙгә лә. Һеҙ мине үпкәләтәһегеҙ улайтһағыҙ.
Өндәшмәй ҡалды Камил. Ярҙам итәм тип, хужабикәнән әрләнеп сығып булмай бит инде. Матур итеп килгәс, матур итеп хушлашып китеү зарур.
Ишморатты уятып торманы. Ялында йоҡоһон һимертһен әйҙә, тип, Зөлфиә аша сәләм тапшырҙы ла сыҡты. Кис, ятыр алдынан, телефон номерҙарын алмашҡайнылар инде, аҙаҡ та бәйләнешкә сығырҙар кәрәкһә.
Ҡатын уны ҡапҡа төбөндә оҙатып ҡалды:
--Юлда йөрөгәндә инегеҙ. Беҙ һеҙгә һәр ваҡыт шат.
Камил бара биргәс артына боролоп ҡараны. Зөлфиә инеп киткән ине. Еңел халат өҫтөнә куртка ғына ябынып сыҡҡан был һын, йылы ҡарашлы һорғолт күҙҙәре, йылмаяҡ түңәрәк йөҙө, илгәҙәк холҡо менән бер кистә ниндәйҙер яҡын кешегә әүерелеп өлгөргәйне һымаҡ. Улы, бигерәк тә улы инде. Ваҡытында өйләнгән булһа уның да шундай йәштәге малайы була алыр ине бит. Шундай ҡатыны ла, шундай улы ла... булыр ине.
Камил ҡапҡаға тағы бер тилмереп ҡарап ҡуйҙы ла, юлын дауам итте. Дуҫтарына һуғылып тормаҫҡа булды. Ауылына тура төшөр. Нисектер эскеһе лә, ҡоторғоһо ла килмәй һымаҡ. Байрамға ебәрер аҡсаһын Ишморатҡа һалыр, шулай дөрөҫөрәк булыр. Әсәһенә белдермәй генә...
***
Атай атай инде. Атай ҡулы, атай ҡарашы кәрәк шул балаларға. Хатта артыҡ тәрбиәгә ҡыҫылып бармағанда ла, уның барлығы, өйҙә тауышы сығыуы ла үҙенә күрә бер көс. Шамилы менән атаһының урамда таҡта өйгәндәрен тәҙрә аша күҙәтеп шулай уйлай Ләйсән. Теге хәлде артыҡ ҙурайтып һөйләп торманы ул, бары ярышта шелтә алып әрләнде, тип кенә ҡуйҙы. Улы былай ҙа ныҡ ҡайғырып йөрөнө үҙе, ысынлап ауыр кисерҙе шул ҡылған ҡылығын. Бигерәк тә атаһы белеүҙән һәм уның асыулы ҡарашы менән осрашыуҙан ҡурҡты. Ярай, ошоноң менән генә тамамланһа булды инде был бәлә.
Ирен һаман күҙәтеп тора әле ҡатын. Уның эске һиҙемләүе уға иғтибарлыраҡ, тойомлораҡ булырға ҡуша һымаҡ. Эйе, барыһы ла яҡшы, барыһы ла тыныс кеүек. Тик... нимәлер үҙгәргән Искәндәрендә... Нимә? Нимә икәнлеген асыҡ ҡына итеп әйтә лә алмай Ләйсән, әммә ул бар... бар. Һөйләшеүендәме, ҡарашындамы, әллә уға ҡағылған саҡтағы ҡул хәрәкәттәрендәме... ниндәйҙер һалҡынлыҡмы, битарафлыҡмы шул, бар... Арығанмы? Әллә олоғая биргәнме ул? Эшендәге һуңғы авария шул хәтлем иткәнме уны? Яуаплы эш нервыларын ҡаҡшаттымы әллә? Ун биш йылдан ашыу себерҙә йөрөү ҙә һаулығына ыңғай йоғонто яһамай бит инде. Икешәр ай айырылып йөрөүе лә ауырҙыр инде уға. Әллә, етәр, ҡайт, өйҙә бул, тиергәме? Улай тиһә, балаларҙы уҡытып сығараһы бар. Бында ундай эш хаҡы таба алырмы? Үҙе нимә тиер?..
Бына, Искәндәр телефонын кеҫәһенән алып ситкә атланы. Уныһын бергә алып сыҡҡан икән. Элек алып ҡайтып шкафҡа һала ла, кәрәк булмағанда ҡулына ла тотмайине. Был юлы эргәһендә генә йөрөтә, ураған һайын битен асып ҡарай, кистәрен нимәләрҙер уҡып ята. Әле лә бына улынан ситкә китеп баҫты ла, төбәлеп торҙо. Унан йөҙөндә йылмайыу хасил булды. Йылмайыу ғына түгел, бер балҡыш килде уға. Илһамланып күккә ҡарап ебәрҙе хатта. Нимәгә улай шатланырға мөмкин? Кем шулай күҙҙәрендә ут тоҡандырыр хәбәр ебәрҙе икән?
Төшкө ашҡа туҡтаған ирҙәрен ашатҡанда, баяғы күренеш иҫенә төшөп, Ләйсән һорап ҡуйҙы:
--Яҡшы яңылыҡ бармы әллә?
Ире тәрилкәһенән башын күтәрҙе:
--Ҡайҙан?
--Әллә... Телефоныңды ҡарап көлөп тора инең бит. Шуға әллә берәй яҡтан шатлыҡлы хәбәр бармы икән тием.
Искәндәргә был оҡшаманы һымаҡ булды. Ҡашы емерелә төштө, әммә тауышы тыныс ҡалды:
--Егеттәр юҡ-бар ебәрә.
Ләйсән өндәшмәне, әммә күңеленең ниндәйҙер бер төпкөл ҡылы зыңлап китте. Иренең тел төбөндә сер йәшерелгәнен ҡапшаны. Нимәнелер әйтеп бөтөрмәй ине ул. Көлөп кенә ҡараманы бит ул, ә хисләнеп, яҡтырып китеп ҡараны. Бәхетле булып хатта... Ләйсәндең йөрәгенә шом төштө.
8 мартҡа өйҙә тура килде был юлы Искәндәр. Йәшәү дәүерҙәрендә был бер дүртенсе-бишенсе генә тапҡырҙыр. Күп байрамдарҙы һәм башҡа тантаналы сараларҙы ғаиләһе унһыҙ үткәрә, ҡаршылай. Шатлыҡ ҡына түгел, ниндәйҙер борсоулы, хәсрәтле мәлдәрҙе лә шулай итә. Аҡса алып ҡайтыуы – бер, оҙайлы айырым йәшәүҙәре михнәтле булыуҙан үтеп, ғәҙәтигә әйләнгән инде. Тик барыбер ҡыйын. Барыбер ғүмер заяға үткәндәй, яңғыҙ ҙа түгелһең, ә шул уҡ ваҡытта яңғыҙһың да.
Ҡунаҡҡа саҡырырлыҡ артыҡ яҡын әхирәттәре юҡ Ләйсәндең. Ире янына парлы дуҫтарын саҡырыр ине, эсергә ултырта алмай. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында ҡыҙҙарға берәй шарап та асмаһа, нисектер, уңайһыҙ кеүек. Ә үҙе ул эсмәй. Башта, йәшерәк саҡтарҙа берәй-икешәр бокал тотҡолай ине, ире ҡырға эшкә йөрөй башлағас, уның йәне тыныс булһын һәм урынлы-урынһыҙ шелтәләр ишетелмәһен тип, күңел асыу ләззәттәрен бөтөнләй ҡуйҙы. Коллективтағы мәжлестәрҙә лә, туғандар араһында ла бөтөнләй рүмкәгә үрелмәй һәм башҡаларҙы ла шул тәртибе менән һынашырға өйрәткән. Ире тыныс уның өсөн был яҡтан. Шуға ла әле, кеше-маҙар йыймай ғына, үҙҙәре генә ултырҙылар. Искәндәр улдары менән өйҙәге ике ҡатын-ҡыҙын ҡотланы, бүләктәр таратты. Ләйсәнгә ул биҙәүестәр бирә, ғәҙәттә. Һайлай белә, шундайға барымы бар. Ул алып биргәнде оҡшатып кейә лә, таға ла ҡатын. Әле лә йәшел ҡашлы ҡыяҡ япраҡ кеүек кенә алтын һырғаларҙы ҡулына тоттороу менән, элеккеһен ысҡындыра һалып эләктерҙе. Тороп уҡ көҙгө алдында өйөрөлдө. Хатта шкафтан бер-ике йәшел блузка-күлдәктәрен алып өҫтөнә текәп ҡараны. Нимәләре менән эшкә кейергә, тип самаланы. Уның был ҡайнашын ире тыныс ҡына көтөп ултырҙы өҫтәл башында. Ниһайәт, ҡәнәғәт ҡатыны шат йылмайып килеп янына ҡунаҡлағас, һутлы бокалын күтәрҙе:
--Һеҙҙең өсөн, ҡыҙҙар!
--Ур-ра! – тип үк ебәрҙе үҙенә тапшырылған төргәктәге телефонды ҡуптарып асып алған ҡыҙы. – Беҙҙең атай - самый лучший!
--Рәхмәт, егеттәрем! Һау ғына булығыҙ, ыласындарым минең, -- Ләйсән ир-егеттәренең һәр береһенә яратып ҡарап сыҡты. – Дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым, беҙҙекеләр – лучшие.
Китер ваҡыты етеүгә ирен яйлап йыйындырҙы Ләйсән. Һәр ваҡыттағыса. Тәгәрмәсле дәү сумаҙаны шунда йоҡо бүлмәһенең бер мөйөшөндә тора, ҡатын йыуылған, үтекләнгән кейем-һалымдарын, башҡа кәрәк-ярағын тәңкләп һала бара. Бөгөн эштән ҡайтышлай магазинға һуғылып нәски-майка алды, ике төрлө күлдәк, бер йоҡараҡ свитер һайланы. Аҙыраҡ өҫ-башын яңыртып ебәрмәксе. Ҡырыныу-һыланыу нәмәләрен дә өҫтәп ебәрермәһәң, унда алып йөрөү форсаты булмай.Шәхси гигиена ваҡ-төйәгендә...
Сумаҙанды киң асып ҡуйып, яңы алынғандарын урынлаштыра ине, иҫке свитерын тартып алғанғайы, эсенән “тыҡ” итеп кескәй ҡумта килеп төштө. Бындай ҡумталарҙы таный Ләйсән, ювелир магазинан бирелә. Күп уйлап торма асты ла ҡараны. Эсендә һырлап биҙәлгән алтын беләҙек ята ине. “А-аһ...” итте ирекһеҙҙән. Башта һыйпап, унан ҡулына алып әйләндергеләне. Ысынлап та бик затлы, күҙҙе ҡыҙҙырғыс биҙәүес ине был. Тексәйә торғас беләҙектең эс яғына сыйылған яҙыуҙы аңғарып ҡалды. Күҙенә терәй биреп уҡыны: “Аннушке от меня”. Нағышлап тороп оҫтанан яҙҙырылған. Моғайын, магазинда шундай яҙыу менән һатылмай бит инде. Тимәк... һатып алынғас, кемгәлер төбәп... Кемгә тип, Аннаға тиелгән. Ә кем һуң ул Анна? Һәм ни эшләп Аннаға тигән бүләк Искәндәрҙең сумаҙанында ята? Берәй иптәше һорағанмы икән был яҡтан алып килергә? Моғайын, шулайҙыр... Башҡа нисек булырға мөмкин? Түрә-ғара бисәләргә тип, яйлауға-майлауға тип алғанда ла, эсенә ундай яҙыу ҡуймай инде. Был бит... һөйөү һүҙе. Бик яҡын, бик һөйөклө генә кешеңә әйтелә торған йылы, наҙлы һүҙ – “минән”. Тимәк, ул ҡатын, йәғни, әлеге мәл – Аннушка, бүләктең кемдән икәнен бик яҡшы белә һәм шулай серле генә, ҡәҙерле генә итеп тағып йөрөйәсәк. Быларҙы уйлап хисләнеп китеп, әллә ҡайҙағы белмәгән-күрмәгән Аннушкаға көнләшеп тә ҡуйҙы ҡапыл Ләйсән. Унан үҙенән-үҙе көлдө: иҫәркәй... Беләҙекте тағы бер әйләндергеләп ҡараны ла, ҡумтаһына кире һалып, яңы алынған свитер эсенә төрөп тыҡты.
Артабан ҡырынғыстарын тикшереп яңыртҡанда ла, ят хушбуйға юлығып, алып еҫкәп ҡараны. Ах, бына нимәлә икән сәбәп. Ул бит ирендә ниндәйҙер үҙгәреш бар икәнен беренсе көнөндә үк тойғайны, әммә нимәлә икәнлеген белә алмай йонсоғайны ғына. Аҙаҡ онотолдо. Бына ошо ят еҫ менән ҡайтҡан икән. Искәндәр бит одеколон һөртмәй, башҡа еҫле әйберҙәр ҙә ҡулланмай. Һәм был яңы еҫ уға шундай үҙгәреш индерә алған тиген, әй? Флаконды тағы бер ҡат еҫкәп ҡараны ла, танауын сирып ҡуйҙы ҡатын. Был хушбуй, уныңса, Искәндәргә бармай. Артыҡ татлымы шунда, ҡырҡыу. Әгәр һөтөнөр булһа, Ләйсән уға икенсерәкте һайлап алып бирә ала бит, ылыҫ-ағас еҫлене, ныҡ танауға бәрелмәгәнде. Ярай, әйтер әле хәҙер инһә үҙенә. Шулай тиһә лә, онотто. Бары тик юлға сығыр көндө генә, ире тағы ла шуны һиптереп алғас, иҫенә төштө.
--Искәндәр, шул одеколоныңды алмаштырырмын тигәйнем... Хәтерҙән сыҡҡан икән.
Ире уға көҙгө аша һирпелде:
--Нишләп?
--Оҡшамай миңә еҫе. Теге көн сумаҙаныңды йыйыштырғанда уҡ алып ташламағанмын икән. Ҡайһы бер иҫке кейемдәреңде алмаштырҙым ул.
--Нимәләрҙе?
--Майка-төрөсөктәреңде, күлдәктәреңде. Анау алама йөн свитерыңды ла ырғыттым, терһәге ҡырылып бөткән.
Ир ҡатынына әйләнеп баҫты:
--Ҡайҙа ырғыттың?
--Мунса соланына.
Икеһенең ҡараштары осрашты. Ҡаты, хатта уҫал итеп ҡараны уға ире һәм тыныс, әммә ҡорос тауыш менән әйтте:
--Башҡаса минең әйберҙәрҙе һорауһыҙ алмаштырма. Һәм минең сумкаға тығылма.
--Яр-рай... – тип кенә ҡуя алды Ләйсән. Беләҙек тураһында өндәшеп тороу ҡайҙа ул? Юл алдынан былай ҙа ошондай хәл сығарып тора...
***
Ҡәйнәһен саҡ күндереп, ҡыҙҙарын алып ҡайтты Айрат. Башта әбей яҡын да килмәгәйне:
--Юҡ-юҡ! Ана, әсәләре ҡайтыр ҙа, үҙе хәл итер. Миңә ошонда ғына тоторға ҡушылды.
--Ҡәйнәм, ҡурҡмағыҙ, хафаланмағыҙ, барыһы ла һәйбәт. Балаларға үҙ өйҙәрендә яҡшыраҡ буласаҡ, -- тип ныҡышты кейәү.
--Әсәләре ишетһә көйөр бит.
--Һеҙ уға әйтмәй тороғоҙ. Балалар менән барғанда үҙебеҙ әйтербеҙ. Ҡурмағыҙ, ҡәйнәм, эсмәйем, ауыҙыма ла алмайым хатта. Ант итәм!
Тилмереп ҡарап торған ирҙе нисек иетп ҡыуып сығарһың инде ҡарсыҡ. Ейәнсәрҙәре лә был айҙа зарыҡҡан, өйҙәрен дә, әсәләрен дә, нисек кенә булһа ла аталарын да һағынған. Ике ауыҙ һүҙҙәренең береһендә - шулар.
--Э-й, Аллам... Ҡалайтайым?.. Аталарынан айырып ултыра алмайым бит инде раднуй балларын, апҡайтаһың инде...
Зилә менән Диләһенең араһында бер йәш кенә айырма. Игеҙәк кеүек булып үҫеп киләләр. Береһенә ун ике, икенсеһенә ун өс тула быйыл. Әсәләренә оҡшап шымыҡай, ҡырыҫ ҡарашлы ҡыҙҙар, әммә шулай уҡ тауышһыҙ ғына ярата, шау-шыуһыҙ тоғро була һәм сабыр ғына түҙә беләләр. Был ғәҙәттәрен аталары күҙҙәренә ҡарап та белеп, тойоп тора. Әле ҡыҙҙар кейенешеп сыҡты ла, өндәшмәнеләр. Сумкаларын ҡулдарынан алды Айрат. Ҡайтып еткәс тә, бүлмәләренә инеп урынлашҡансы, ул-был иткәнсе арыуыҡ ваҡыт үтте, һөйләшмәйҙәр. Ахырҙа уларҙы кухняга саҡырҙы атай:
--Зилә... Дилә... Ҡыҙҙарым, килегеҙ әле бында.
Балалар тауышһыҙ ғына килеп баҫты.
--Ултырығыҙ.
Ултырҙылар. Икеһе лә күҙҙәрен түңәрәкләндереп төбәлде. Уларҙың бит әле атайҙары менән былай бергә ҡалғаны ла, уның менән әсәйһеҙ аралашҡаны ла юҡ. Атайҙары белә-белгәндән ҡырҙа, ҡайтҡанында шул... эсә...
Айрат ҡат-ҡат тамағын ҡырҙы. Яйлы һүҙҙәр эҙләне:
--Ҡыҙҙар... Әсәйегеҙ дауаханала. Бәлки, оҙаҡлап та китер... Ул булмағанда һеҙ ошонда йәшәйһегеҙ һәм башҡаса бер ҡайҙа ла бармайһығыҙ. Беҙ бергә булабыҙ.
Ир тағы аҙыраҡ шымып торҙо. Ҡыҙҙарының һәр икеһенең күҙҙәренә төбәлеп, ышандырырға тырышты:
--Мин... эсмәйем... Ул турала уйламағыҙ ҙа. Уҡыуығыҙ менән булығыҙ һәм... тырышып уҡығыҙ. Әсәйегеҙ ҡатҡас белеп ҡыуанһын, йәме. Өйҙә... бына кухняла... миңә ярҙам итерһегеҙ. Кем кер йыуыу машинкаһын эшләтә белә?
--Мин! – өлкәнерәк булған Зиләһе ҡулын күтәрҙе. – Пылесос менән дә таҙалай алам һәм үтекләй ҙә беләм.
--Мин дә беләм! -- тип ҡушылды Диләһе, -- Мин тағы ла картуф ҡыҙҙыра алам, макарон һәм кәтлит ҡура беләм.
--Ә мин ит бешереп аш иткәнем бар. И вис өйҙөң иҙәнен йыуып сыға алам.
Айраттың күҙҙәренә йәштәр тулды. Ул килеп ике ҡыҙын бергә ҡармап ҡосто:
--Бына һәйбәт... бына һәйбәт, ҡошсоҡтарым... Йәшәйбеҙ... Әсәйегеҙ ҡайтҡансы өйҙө ташламайбыҙ... Хатта мин эшкә китһәм дә, һеҙ бында булаһығыҙ. Өләсәйҙәрегеҙ килеп торор.
Ҡыҙҙар кемуҙарҙан сутырланы:
--Ярай, атай!
--Минең ныҡ ҡайтҡым килде.
--Ҡасан әсәйгә барабыҙ?
--Әсәйгә нимә апарабыҙ? Әйҙә, уға билмән бешерәбеҙ.
--Әйҙә, салат эшләйбеҙ.
Айрат ҡыҙҙары менән килеп ингәс, Гөлмираның ҡаштары дуғаланды. Тик ауыҙын асып өлгөрмәне, балалар уға ябырылды:
--Әсәй! Әсәкәй!
--Әсәй! Беҙ өйҙә атай менән йәшәйбеҙ.
--Мин духовканы өйрәнеп алдым. Кисә һиңә бәлеш бешерҙек.
--Беҙҙе атай бөгөн аквапаркка апара!
--Атай беҙгә курткалар алды.
--Атай беҙҙең кластың ишеген йүнәтте. Апай маҡтаны һәм әсәйегеҙгә күп сәләм әйтегеҙ, тине.
Гөлмира балалар аша артта торған иренә ҡараны. Айрат тыйнаҡ ҡына йылмайып үҙ сиратын көтә ине. Уларҙың ҡараштары осрашты. Арыған, талсыҡҡан, сарсаған күҙҙәр ине улар. Йылылыҡҡа, наҙға, аңлауға мохтаж ҡараштар ине. Икеһе лә шуны белә, күрә...
--Тә-әк, сыпсыҡтар, әсәйҙе арытмайбыҙ. Күстәнәстәр ҡайҙа әле беҙҙең? – тиеүенә Айраттың, сумканан сыҡҡан нәмәләр менән тумба өҫтөн тултырҙы ҡыҙҙар.
-- Балаҡайҙарым... Айрат, ниңә ул тиклем күп алып килдегеҙ?
--Бөтәгеҙгә лә... Бына, яныңдағы апайҙар менән сәй эсерһегеҙ.
--Рәхмәт...
Ҡыҙҙары әсәләре менән аралашҡансы аяҡ осонда көтөп ултырҙы ир. Ҡатынының йөҙөнә нур инеп, балаларын һөйөп-ҡосоп сутылдашыуҙары уның өсөн үҙе бер бәхетле күренеш ине. Ахырҙа уға ла сират етте.
--Ҡарай алаһыңмы һуң? Ауыр түгелме? – тигән булды ҡатыны, инде икенсе төрлө итә алмаҫын аңлап.
--Нимәһе ҡыйын булһын ул? Былар үҙҙәре вис белә. Мине өйрәтеп бер булалар әле, -- тип көлдө ир.
--Һиңә инде китерг ваҡыт етә бит.
--Китһәм дә балалар өйҙә ҡала. Тыуған йорттарынан ситкә йөрөмәйҙәр. Өләсәһе менән ҡартәсәһе алмашлап килеп торорҙар. Аҡсаһын етәрлек ҡалдырам. Түңәрәктәренә, бейеүҙәренә, ашханаларына түләп ҡуйҙым. Аҙыҡ-түлеген былар үҙҙәре белә күпме, нимә кәрәген. Гөлмира, аҡыллым, һин улар өсөн дә, минең өсөн дә бөтөнләй борсолма, йәме. Һин үҙең һауыҡ тиҙерәк. Беҙ һине генә көтәбеҙ... Һинһеҙ ул өйҙөң... был донъяның ҡото юҡ...
Ир ҡатынына асырғанып ҡарай. Үтенеп, тилмереп ҡарай. Их, тип уйлай Гөлмира, ниңә ул һәр ваҡыт ошолай булмаған, ошолай ҡарамаған уға? Ниңә улар элек былай бербөтөн була алмаған? Ниңә шулай һуңлап?.. Ниңә?
--Айрат... Бәпестәрем, барығыҙ коридорҙа көтөп тороғоҙ атайығыҙҙы. Мин уның менән сығырмын, йәме.
Ҡыҙҙар артынан ишек ябылғас, Айрат ҡатынының һүҙ башлағанын көтмәне, эргәһенәрәк шылып ултырҙы да, тарамышланған, өшөгән ҡулын ҙур, йылы устарына алды:
--Гөлмирам... Алтыным минең. Бер нәмә тип тә өндәшмә. Көсөңдө әрәм итмә. Беҙҙең барыһы ла яҡшы һәм шулай буласаҡ.
Ҡатын ауыр һуланы, ирендәре ҡалтырай биреп китте:
--Айрат... көтөп тор әле. Минең бит хәл яҡшынан түгел. Химия еңә алманы сирҙе. Операция була. Күкрәкте алалар... Шуныһы туҡтатһа ярай ҙа...
Ир бер секундҡа ғына таралып төштө. Әммә шундуҡ үҙен ҡулға алып, телгә килде:
--Нисек булғанда ла беҙ бирешмәйбеҙ, йәнем, алтыным минең. Һин көслөһөң. Һинең артыңда мин торам, бәләкәстәр тора. Беҙ һинең һауығып сығырыңды өҙөлөп көтәбеҙ.
Был һүҙҙәрҙән Гөлмира илап ебәрҙе. Уның ире алдында, ғөмүмән кеше алдында тәүге йомшаҡлыҡ күрһәтеүе ине. Ул бит мәңге ҡаты, уҫал, өндәшмәҫ булып күренеп өйрәнгән. Әле бәләкәй балалай булып түгелеп илап ята. Ире уның йәштән дымланған сикә сәстәрен һыпыра, әленән-әле эйелеп маңлайынан үбә:
--Илама... Бирешмә, матурым... Һынма, ҡурҡма... мин һинең менән. Һәр ваҡыт эргәңдәмен. Бер ваҡытта ла ташламам. Һин дә ташлама мине... беҙҙе...
Дауахананан сығып ҡыҙҙары менән аквапаркта йөҙгәндә лә, ҡала магазиндарын ҡыҙырғанда ла, таксила ҡайтҡанда ла йөрәге иланы Айраттың. Бары тик ҡыҙҙарын йоҡлатырға һалып, бүлмәләренә инеп ятҡас ҡына үҙенә ирек бирҙе:
--Ы-ыһ... Гөлмирам... Гөлмирам минең... Нишләп кенә...ниңә генә улай булды... Ы-ыыһ... А-аһһһ... Ғәфү ит мине, йәнем... ғәфү ит...
***
--Кем өйҙә? – Аннаға яуап биреүсе булманы. Аш бүлмәһенә үтеп алып ҡайтҡан аҙыҡ-түлеген һыуытҡысҡа ҡуйҙы. Унан ғына йоҡо бүлмәһенә, ире янына килде. Андрейҙың өйҙә икәнлеген ишек төбөндәге аяҡ кейеменә һәм портфеленә ҡарап та аңлағайны.
--Хәйерле кис.
--Хәйерле микән? – ире ҡулындағы гәзитенән айырылмай ғына теләкһеҙ яуап бирҙе.
--Ә нимәгә ул хәйерһеҙ булырға тейеш? Данилка ҡайҙа?
--Данил был ваҡытта бассейнда. Унан һуң репетиторҙа була. Сәғәт туғыҙҙа мин уны барып алам. Әсәй булған кеше балаһының көн режимы тураһында аҙыраҡ белергә тейеш.
Анна шаяртыуға борҙо:
--Һин мине насар әсәй тип әйтмәксеһеңме? Ә тәүлек әйләнәһенә дауаханала дежурҙа йөрөгән әсәй нисек?
--Мин һинең тәүлек әйләнәһенә йөрөүеңдең маҡсатын беләм?
Ҡатын эйәген күтәрҙе:
--Ниндәй инде ул?
Андрей мыҫҡыллы йылмайҙы:
--Ҡара халыҡтың һөйөүен яулау. Йәки кем ул унда? Төрки халыҡ вәкилеме? Басурман?
Анна бер минутҡа телһеҙ ҡалды. Уның оҙон керфектәре елп-елп итте.
--Белмәй тип уйлағайныңмы? Һинең бесәй шикелле төнгө сменаларҙа сығып юғалып йөрөгәнеңде бөтә дауахана белә. Бәләкәй ҡаласыҡ белә! Был һине генә түгел, мине лә, беҙҙең улыбыбыҙҙы ла мыҫҡыл итә, кәмһетә.
--Андрей...
--Данилға ун ете йәш! Уның яҙмышы хәл ителә – имтихандар тапшыра, уҡырға инергә әҙерләнә. Әгәр ошо мәсхәрәне ишетеп ҡалһа... һин уның психикаһын беләһең. Шул хаҡта саҡ ҡына булһа ла уйлағаның бармы?
--Мин улымды ташларға йыйынмайым. Мин...
--Һин уны күптән ташлағанһың инде. Үҙ мәнәфәғәтеңде генә ҡайғыртып, балаңдың тормошона күҙ йомғанһың. Нимә уйлауын, нимәләр хаҡында хыялланыуын, пландарын,ҡыҙыҡһыныуҙарын беләһеңме? Шул ҡара ирҙең күңелен уйлаған кеүек улыңдың күңелен уйлағаның бармы?
--Минән монстр яһама! Бәлки, минең дә бары бәхетле булғым ғына киләлер?
Андрей уға яҡын килеп күҙҙәренә төбәлде:
--Кем ҡамасаулай быға? Мин һине эскесе ата-әсәңдең ҡулынан йолоп, төпкөл ауылыңдан алып киттем. Туғыҙ йыл түләп институтта уҡыттым. Һин карьера эшләһен өсөн кемдәргә нимәләр генә алып бирмәнем. Улыбыҙҙы бер үҙем үҫтереп киләм. Машина тиһәң – бына, фатир ҡыҫтау, йорт кәрәк – пожалуйста, Анна Семеновна... Һиңә тағын ниндәй бәхет кәрәк?
Анна сығырынан сығып ҡысҡырып ебәрҙе:
--Минең яратҡым килә! Яратылғым килә! Мин бит ҡатын-ҡыҙ...
--Яратыр һәм яратылыр өсөн һинең улың да, ирең дә бар. Һинең уйнаш иткең килә! Һин – аҙғын бисә!
Ҡатын ике усы менән ҡолаҡтарын ҡаплап йоҡо бүлмәһенән сығып китте. Залға инеп ултырҙы. Ярай әле Андрей уның артынан эйәреп килмәне. Бер аҙ ваҡыттан йорт ишеге “шап” ябылды, тимәк, ире улы артынан китте. Анна сәбәләнеп уйҙарын йыйнаны: нимәлер эшләргә кәрәк... был хәлде ҡулға алырға кәрәк...
Асылда, был ваҡиғаларҙың ошо һөйләшеүгә килеп терәлеүен көтә лә ине ул. Берәй мәл осо сығырға тейеш ине бит. Инде Андрей эргәһенә ҡайта ла, уның менән аралаша ла, янына ятып йоҡлай алмай ҙа ине. Былай ҙа саҡ түҙеп йөрөгән кешене хәҙер инде бөтөнләйе менән йәне тартмай. Бөтөн булмышы ытырғана. Әммә йәлләй әле. Насар түгел бит ул. Үҙенсә Аннаны яратҡан, ҡайғыртҡан кеше. Ә улы өсөн нисек йән ата ул? Тыуғандан алып үҙе көтә, тәрбиәләй. Тик былар ғына аҙ Аннаға, аҙ... Уның ғүмере үтеп бара ысын хистәрһеҙ. Ихлас ҡыуанмайса, шашып көлмәйсә, үлеп һағынмайса иң матур саҡтары усҡа алынған ҡом шикелле булып бармаҡ араһынан аға. Инде бына ул һөйөү килеп ҡаплағас, бәхеттең етенсе ҡатын татығас, яратҡан кешеңдең татлы еҫен белгәс... был меҫкенлеккә риза түгел ул. Шул ваҡыт телефонына сыңлап смс килде. Анна уны ҡабаланып асыҡ араны һәм бөтөн йөҙө, әлеге күңелһеҙ йорт яҡтырып китте. Экранда Искәндәрҙән хат тора ине.
--Йәнем! Килеп етеңме?... Мин бит һине өҙөлөп көттөм...
Ҡалтыранған бармаҡтары менән яуап яҙҙы: “Һағындым! Ике тәүлектән күрешербеҙ. Тик дауаханаға килмә. Урынын әйтермен.”
Ә ирендәре һаман һамаҡланы:
--Ярҙам ит миңә, Святая Богородица... Үтенеп һорайым?.. Мәхрүм итмә ошо бәхетемдән? Мәхрүм итмә һөйгәнемдән...
***
Нисаны ике туған апаһы аулаҡҡа саҡырҙы. Ҡалала йәшәгән ҡатын-ҡыҙ туғандары шулай бергә йыйылып алалар ҡайһы саҡ. Күмәкләшеп берәй нәмә бешерәләр, серләшеп ултыралар, ҡыҙыҡ күреп фотоға төшәләр. Хәл-әүәл белешеүҙең бер заманса төрө инде.
Афзалды оҙатыуына ике аҙна тулып үтһә лә, әле һөйләшкәндәре юҡ. Ире шылтыратмай, ҡатынының яҙғандарына яуап бирмәй. Арыны инде Ниса ла уны тынысландырып, һылап-һыйпап. Нимәлә ғәйебең булыуын да аңламайынса ғәфү үтенеп. Ялҡытты...
Шуға ла апаһының саҡырыуы бик ваҡытлы ғына булды кеүек. Исмаһам, барып күңел асып, онотолоп ултырып ҡайтыр. Инде былай ҙа дуҫ-иштәре, әхирәттәре менән ҡатыша алмай, Афзалдың шикләнеүенән ҡурҡып, тегеләрен биҙҙереп бөткән. Туғандарынан да баш тарта алмай бит инде хәҙер. Шулай тигән һығымтаға килеп, йыйынып сығып китте йәш ҡатын ҡала ситендәге ҡасабаға. Һәм әл дә килгән икән. Апай тейеш кешеләре, еңгәләре, һеңлекәштәре менән рәхәтләнеп көн үткәрҙе. Бергәләшеп ҡамыр йәйеп, ит үткәреп, билмән бөрҙөләр. Әле ултырып ашарҙарына ла етте, хужабикәгә запасҡа тип тә, батмус-батмус итеп туңдырып та ҡуйҙылар. Аҙаҡ төркөм-төркөм булып мунсаға барҙылар. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, хәтирәләр яңыртылды, уртаҡ олатай-өләсйҙәр иҫкә алынды, көлөшөп күңелдәр булды. Тик мунсанан сыҡҡас ҡына Ниса ҡапыл хәле бөтөүен һәм аяҡ быуындары йомшарып китеүен тойҙо. Тойоп та өлгөрҙө, кәүҙәһен тота алмай иҙәнгә шыуып та төштө.
--Апай! Ниса ҡоланы! – тип бер һеңлекәшенең сәрелдәүе лә алыҫтан ишетелде уға.
--Нимә булды? Ай, Алла...
--Эҫе һуҡтымы икән?
--Тот, тот! Ҡысҡырып тик тора...
--Ниса! Нисау... ят әле ошонда.
Ҡатын-ҡыҙҙар уны ҡултыҡлап алып килеп диванға һалды. Береһе һыу бирҙе, икенсеһе таҫтамал менән елпетте, өсөнсөһө устарын ыуҙы...
--Йә-йә, ябырылмағыҙ өҫтөнә. Ятһын, ял итһен. Бар, сығығыҙ залға, -- тип өлкән апайҙары башҡаларын ҡыуып та сығарып, бүлмә ишеген ябып та ҡуйҙы.
--Шунан, хәлең нисек? – тине үҙе янына килеп терәлеп.
--Үт-те...Нор-мально...
--Минең уйлағаным дөрөҫмө? – апаһы уға йылмая биреп текәлде.
--Н-нимә?..
--Ауырлыһың бит? Эйеме?
Нисаның күҙҙәре киң асылды ла... ул шулай ҡатып ҡалды.
--Нимә? Үҙең белмәгәйнеңме әллә? Мин һине иртәнсәк килеп ингәнеңдә үк ап-аҡ булыуыңа, йөҙөң һурылып киткәнгә ҡарап аңғарҙым. Ҡапыл бәреп һораманым инде. Бына, инде инандым, -- тип уны балтырынан тупылдатып һөйөп тә алды хужабикә. – Булдырғаның бит тырыша торғас. Ҡотлайым!
Ә бит һиҙгәйне ул. Атап ҡына нимә икәнлеген төшөнмәһә лә, үҙендә бер үҙгәреш барлығын тойомлағайны. Кисә хатта көҙөгөгә лә оҙаҡ ҡына ҡарап торғайны. Бына бит...
Ята торғас иҫенә килде Ниса, илап ебәрҙе.
--Бына шатлыҡ булды бит... Бәхет... – тип теҙә ине өлкән ҡатын, йәше уны бүлдерҙе:
--Бәпәй тапҡым килмәй минең... Хәҙер Афзал уның үҙенеке булыуына ни за что ышанмаясаҡ...
--Бәтә-әш... Ниңә?
--Ул өйҙә саҡта көттө быны... Булманы. Хәҙер нимә тип әйтәм мин уға? Ул бит шундай көнсөл...
Һеңлеһенең ысынлап буҫлығып илап ятҡанына аптырап ҡарап ҡалды апаһы. Аҙыраҡ бүҫкәргәнен көттө. Унан ипләп кенә йәшкә сыланып сикәһенә йәбешкән сәстәрен һыпырҙы:
--Иҫәркәй... Баланы кеше иргә таба тиһеңме? Ҡатын-ҡыҙ үҙе теләп әсәй була. Әсә булыу теләген Аллаһы тәғәлә уның йөрәгенә һалған өсөн. Бына, күрерһең, был бәпес һине иң һөйөклө әсәй итәсәк, ә ул һинең ҡәҙерле генә балаң булыр.
Яйлап тынысланды ҡатын. Үҙәген тартып, тәрән итеп бер тын алып ҡуйҙы.
--Афзал...
--Афзал әллә ҡайҙа бармаҫ. Һин уға хәбәр ит тә, бер нәмә лә иҫбатлап торма. Башы булһа – килер.
Ҡайтарманы Нисаны апаһы төнгә ҡарай. Үҙҙәрендә алып ҡалды. Ятҡас ҡатын иренә яңылығын хәбәр итте. Аҙыраҡ ваҡыттан һуң уҡыны уны Афзал, тик... яуап бирмәне. Күҙе талғансы көттө экрандан яуапты Ниса. Ахырҙа, телефонын усына ҡыҫып тотҡан килеш йоҡлап китте. Төшөндә ул урман буйлап йүгереп йөрөп Афзалды эҙләне. Улай ташланды... былай... Ҡысҡырҙы, саҡырҙы... Тик ире табылманы. Шулай ҡаңғыра торғас ишетә: уны кемдер саҡыра. Шул тауышҡа йүгерҙе. Тауыш уны үҙенә тартып, һурып алғандай булды. Ҡараһа – яп-яҡт аҡлан. Бейек үлән араларын ярып бара торғас нимә күрә – ерҙә бала ултыра. Ап-аҡ ҡулдарын һуҙып уға үрелә үҙе. Ниса баланы ҡулына алып ары атланы. Үлән аяғына урала, өҫтә ямғыр килә һымаҡ, болоттар ҡуйыра. Ҡатын ашыға, бәпес ауыр, әммә уны ташлап киткеһе килмәй. Нығыраҡ һығып ҡосаҡлай ҙа, бара бирә. Ҡапыл оста Афзал күренде. Бына уның йәнәшәһенә етте Ниса. Һөйләшмәнеләр. Үтеп китте. Ир бала менән ҡатынға ҡайырылып ҡарап ҡалды...