+23 °С
Облачно

Миләүшә Ҡаһарманова. Вахта. Повесть. АЛТЫНСЫ өлөш.

--Ләйсән, булды... Тыныслан, йә? – һәр һүҙен үлсәп әйтте ул, -- Сәбәләнмә. Тем более былайтып сеңләп илап ултырма. Бар, бала янында бул. Аҡсаң бармы әле? --Б-бар... --Дауала. Бөтөн кәрәк булған дарыуҙарын да тапһындар, түлә. Нисек тә булһа һауыҡтырып ал. Мин вахтаны ташлап ҡайта алмайым – беләһең. Тағы ла бер ай түҙәһең инде. Үҙеңде ҡулға ал. Бынан ары көн һайын шылтыратып хәлдәрҙе әйтеп тораһың. Һәм бер нәмәне лә йәшермәйһең, аңланыңмы?

Миләүшә Ҡаһарманова. Вахта. Повесть. АЛТЫНСЫ өлөш.Миләүшә Ҡаһарманова. Вахта. Повесть. АЛТЫНСЫ өлөш.
Миләүшә Ҡаһарманова. Вахта. Повесть. АЛТЫНСЫ өлөш.

Бөтә ҡыйыулығын йыйҙы ла, баҫты төймәгә Камил. Китте Зөлфиәгә сәләме. Ебәрҙе лә, телефонын тиҙ генә һүндереп кеҫәһенә йәшереп ҡуйҙы. Әйтерһең ҡатын унан үҙе килеп сыға ла, күҙенә төртә. Был ҡылығынан үҙе көлдө: дурак... ҡурҡыр булғас ни аны...

Зөлфиәнең номерын улынан, Ишмораттан һорап алды. Улар һөйләшеп тора. Теге танышлыҡтан һуң, киткәндә, йәш дуҫының ятағына һуғылғайны ла. Бүлмәһенең йыйылып торған бурысын түләне, һыуытҡыстарын аҙыҡ-түлеккә тултырҙы, һаман ҡышҡы итектә йөрөгән малайға еңел кроссовки алып кейҙерҙе. Бергәләшеп хоккейға барҙылар. Унан кискә Ишморат уны аэропортҡа оҙатып ҡалды. Был күрешеү тураһында әсәһенә әйтмәҫкә һөйләшкәйнеләр ҙә, үҫмер сыҙамай ысҡындырған. Бер яҡтан, яңы аяҡ кейеменең ҡайҙан килеүен дә аңлатырға тейештер бит. Тотолған инде, ҡалай булғанда ла. Зөлфиә улын туҙҙырған һәм башҡаса ундайға юл ҡуймаҫҡа ҡушҡан. Бына ошо хаҡта үҙем һөйләшәм әсәйең менән тип номерын һораны ул улынан. Тик шылтыратырға ҡыйманы. Бығаса берәй ҡатын менән берәйһе таныштырһа, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй күптән шылтыратҡан да, әллә нимәләр тип башын ҡатырғанда булыр ине, был бит...Зөлфиә... Ишмораттың әсәһе. Уның менән улай ҡыланып булмай. Уның менән... Вәт, шуға ла ул теге юлы башҡалар менән аралаша алмаған икән. Апаһы бер түгел өс ҡыҙ янына алып барҙы бит. Береһе ҙур өйөндә яңғыҙы йәшәп ятҡан, утыҙ биште үткән йоморо ғына уҡытыусы ине. Бөгөндән тулы хоҡуҡлы ир итеп түренә һалып ҡуйырға риза. “Ҡал да ҡал” тип ныҡышты, йәнәһе, икеһе генә ҡалып яҡындан танышалар. Ҡатын менән яңғыҙ ҡалыуҙың бергә ятып йоҡлау ҙа -вәссәләм икәнен белмәйме ни Камил? Белеүен белә лә, күңеле тартманы. Әллә нимә боғаҙынан алды ла торҙо. Икенсе барған ҡыҙҙың сумаҙаны йыйылған, хәҙерҙән Камилға эйәреп ауылына ла күсергә, себергә лә эйәреп сығып китергә риза. Тик ул бындай яуаплылыҡты ала алмай. Урынынан ҡутарып эйәртер ҙә, иртәгә бер-береһенә оҡшамаҫтар. Ысынында, бөгөнөндә үк оҡшамай ине уға был ҡыҙ. Тик апаһына улайтып әйтергә ҡыйманы. Йәнтасман тырышып ҡустыһын өйләндерәм, әсәһен ҡыуандырам тип йөрөй бит ул. Күрҙем, таныштым, артабан үҙ-ара ҡарарбыҙ тигән булды ла ҡуйҙы. Өсөнсө ҡыҙҙа ла булдылар. Уныһы һылыу ғына ла, ихлас ҡына. Хатта Камил өсөн артыҡ яҡшы ла кеүек. Ир-егет күҙлегенән шулай тип баһаланы инде. Әммә бында ла рыя йылмайып ултырыуҙан үтмәне. Ҡайтыу юлында апаһынан тетеп әрләнде лә:

--Алйот һымаҡ ыржайып тик торҙоң. Берәй ауыҙ һүҙ әйтергә булмаймы? Был бер бешмәгән нәмә, бисәләр етәгендә йөрөй, тигәндәрҙер...

--Нисек булды – шулай булды инде. Хан улын алып киләм тимәгәнһеңдер бит? – һаман шаярыуға борҙо.

--Мин һине донъя көтә алған етди ир итеп күрһәтәйем тигәйнем, ә һин...

--Апай, ярай инде көймә. Миңә тигәне әле тыумаған, күрәһең. Борсолма, бына-бына килеп сығыр ул.

Апаһы илар хәлгә етеп өҙгөлдәнде:

--Сығыр – сыҡмай ҙа! Әсәң, исмаһам, килен төҫө күреп китһен тип уйлаһаңсы. Һаман һиңә эстерәпке булып йөрөй.

--Ҡуйсыла, апай, сәпсим килештереп ебәрҙең. Мин керемде үҙем йыуам, тамаҡ бешерәм, әсәйгә һис көс һалғаным юҡ.

--Ул һин шулай тип уйлайһың. Ысынында өйләнмәгән ул ни - имсәк бала ни.

Тағы әллә нимәләр ишетте Камил. Бары апаһын йыуатыр дәлилдәре генә булманы. Ҡайтҡас тағы бер ҡат игәлеп, иң үкенеслеһе, әсәһен дә бошондороп ҡуйҙылар. Эх, был ҡатын-ҡыҙҙар... нимә етмәй әле уларға? Ошонда тағы бер бисәне бурылдатып ултыртып ҡуйғылары килә микән? Үҙҙәре генә етмәйҙәр ине...

 

Зөлфиә тураһында көндән көн күберәк уйлай Камил. Уның көләкәс йөҙө күҙ алдында тик тора. Былай эшләһә Зөлфиә нимә тиер ине икән, тегеләй итһә ҡалайтыр ине, тип фаразлай. Нимә булғанда ла ул мөләйем ҡатынҡай сылтыратып көлөр ҙә ҡуйыр ине һымаҡ.

Телефонын алып ҡарарға батырсылыҡ итмәй ултырыуынан үҙенең йәне көйөп китте ахырҙа. Ул нимә бер, бисә күрмәгән ирме? Яҙҙы – ярай, яҙҙы. Әллә нимә һораманы ла инде. ”Зөлфиә, нисек хәлдәрең? Асыуланмайһыңмы яҙғаныма? Номерыңды Ишмораттан алғайным...” тине генә. Моғайын, аралашырға теләмәһә лә, исем өсөн булһа ла яуап бирер ҙә инде. Шунда аңлашылыр бына – ҡабул итәме, кире ҡағамы? Шулай ҙа тулҡынланды. Тирләп төштө. Һәм, бына – “сыңңң” итте... Яуап килде. Албырғауҙан ҡайһы кеҫәһенә тыҡҡанын онотоп, әле түш кеҫәһен, әле салбарын ҡапшаны һәм, табып алып, экранын асты. “Һаумыһығыҙ. Арыумын әле. Үҙегеҙ нисек?” тигән. Камилдың ауыҙы ҡолағынаса йырылып китте... Тракторын туҡтатып уҡ ҡуйып, телефонына йәбеште:

--Минең барыһы ла яҡшы. Эшләп йөрөйөм. Һеҙҙе уйлайым...

--Рәхмәт барыһы өсөн дә. Ишморат вис һөйләне.

--Һин, Зөлфиә, зинһар Ишморатты әрләмә инде. Уның ғәйебе юҡ. Мин бит ихлас, яратып...

--Әрләмәйем инде хәҙер...

--Зөлфиә... мин һиңә ошолай яҙып торһам буламы?

--Була... Ниңә булмаһын?

--Әйҙә “һин”гә күсәйек?

--Күстең бит инде.

--Эйе. Һин... Һинең көнләшер кешең булмаҫмы? Ну... дуҫыңмы шунда?

--Юҡ.

--Бик яҡшы! Мин был яуаптан просто бәхетле.

--Һиңә бәхет өсөн аҙ кәрәк икән.

--Ысынында миңә бәхет өсөн тотош бер кеше кәрәк, Зөлфиә. Бына тигән бер улы булған көләкәс бер ҡатын кәрәк.

Был хәбәргә яуап булмай торҙо. Йөрәге ярһып типте Камилдың. Артығыраҡ ысҡындырҙымы әллә? Әммә яуап булды:

--Ул ҡатындың етәрлек ауыҙы бешкән инде. Өрөп ҡаба...

--Барыһын да аңлайым. Яуап талап итмәйем, ашыҡтырмайым. Миңә һинән ошолай сәләм алып тороу ҙа етә.

--Ярай. Рәхмәт. Һау булайыҡ.

Айырыуса көс һәм ҡөҙрәт менән дарһылдап ҡуҙғалды трактор. Кабинаһындағы ирҙең ярһыуы һәм дәрте елтерәтеп алып китте кеүек уны. Арығанын да, асыҡҡанын да тойманы ул көн Камил. Хыялдары менән туҡ ине, илһамлы уйҙары менән.

 

***

Кисте еткерә алмай аҙапланды Искәндәр. Аннаны аҙнаға яҡын күрмәгән. Айҙан артыҡ ял итеп килгәндән һуң, инде лә һөйгәне менән улай оҙаҡҡа айырылмаҫ, тип хәл иткәйне. Тик ҡатындың иренә нимәләрҙер мәғлүм булып, уныһы ғауға сығарып ҡуйған. Искәндәр борсолдо, әлбиттә. Аннаның ире ниндәйҙер ҡурҡыныс нәмәләр эшләп ташлар йә ҡатынды рәнйетер, тип уйланы. Сөнки ул шундуҡ үҙен күҙ алдына килтерҙе был хәлдә. Ул ни эшләр ине икән? Әгәр... әгәр уның ҡатыны хыянат итһә... икенсене яратып ҡуйһа? Ошо һорауҙы үҙенә биргәндән шаңҡып ҡалды ир. Әгәр... ул, моғайын, ҡатынын... ысынлап та, нимә ҡылыр ине икән? Юҡ! Искәндәр бындайҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Ләйсәне... Ләйсән унан башҡа бер иргә лә була ла алмай һәм... үлтерәсәк! Эйе! Үлтерәсәк ул хыянат иткән ҡатынын да, уны аҙҙырған әҙәмде лә. Башҡа юлы юҡ бының.

Аннаны барып алайым да тигәйне, ҡатын ҡыҫылмаҫҡа ҡушты. Иренән былай ҙа китәм тип йыйына инем, тине. Әле, был асыҡланған хәлдәрҙән һуң, икеһе ултырып һөйләшкән дә, Анна айырылышыу тәҡдим иткәс, улдары мәктәпте тамамлап, имтихандарын тапшырып, ҡайҙалыр уҡырға ингәс кенә үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртырҙар тигән ҡарарға килгәндәр. Ире баланы ваҡытһыҙ тетрәндермәйек, тигән. Әлиттә, әсәй кеше лә быға күнгән. Ишетеп аптыраны был хаҡта Искәндәр, була бит, аҡыллы тип әйтергәме, әллә артыҡ цивилизациялымы халыҡ. Уның ҡанына бындай һиллек, бындай тыныслыҡ бирелмәгән инде.

 

Анна дежурға килеп, ниндәйҙер ваҡыт үтеүгә Искәндәр барып етә. Ауырыуҙар йоҡоға талғас, табип сменалашына посын ҡалдырып тороп, бер-нисә сәғәткә күрешеү урынына юллана ала. Иркенләп осраша, ҡайҙалыр бергәләп кеше араһына сығып йөрөгәндәре юҡ әле. Йәйгә үк булмаһа ла, киләһе көҙгә бындай яйҙары булыр, тип вәғәҙә итә Анна. Ул иренән айырылыр ҙа, икенсе фатирға күсер. Шул ваҡытта ир хатта уның янында йәшәй ҙә ала. Булыр бит уларҙың да ирекле һәм иркен мәлдәре.

--Искәндәр Усманович, һеҙ тағы ла китәһегеҙме ни? – коридорҙа ҡаршы осраған урынбаҫары уға ялбарып ҡараны. -- Бөгөн яңы техника урынлаштырылды, әле һыналмаған. Егеттәр беренсегә был ҡорамалдарға тотона... Әллә китмәй тораһығыҙмы?

--Мин уларҙың ҡулынан тотоп эшләтәмме ни? Уҡыу булды, практика ла етәрлек... – етәксе булараҡ уны былайтып туҡтатыуҙы оҡшатманы, әлиттә.

--Мин...  яуаплылыҡ алып ҡалырға ҡурҡам, Искәндәр Усманович. Теге авариянан һуң саҡ ҡалдыҡ бит.

--Телеңдән ел алһын! Нимә һөйләп тораһың шул? – Искәндәр йәш коллегаһына асыуланып китеп тышҡа сыҡты. Апрель аҙағы булһа ла, бында ҡыш әле. Һауа ла үпкәне йыртып алып барырҙай саф һәм һалҡын. Тәрән итеп бер һулыш алды ла, машинаһына ыңғайлағайны ғына, телефоны тауыш бирҙе. Ҡараһа – Ләйсән. Уға нимә кәрәк булды? Сменала икәнлеген белә, урынһыҙ шылтыратмаҫҡа икәнде лә. Шулай ҙа алды:

--Дә?

--Искәндәр? Һаумы? Хәлдәрең нисек? – тине теге яҡтан ҡатыны. Тауышы, нисектер, ҡалтыранып сыҡты.

--Мин?.. Минең барыһы ла яҡшы. Һин хәл белергә теләйһеңме? – ирҙең йәне көйгәне һиҙелде.

--Юҡ... Искәндәр... Беҙҙең бында... Искәндәр, Шамил дауаханаға эләкте, -- тиҙ генә әйтте лә шуныһын, тынды ҡатыны.

Искәндәр ҡысҡырып ебәргәнен дә һиҙмәне:

--Нимә булды?

Ләйсән яуап бирә алманы. Бары трубкаға һулҡылдап тик торҙо. Был оторо ярһытты ирҙе:

--Ләйсән! Һинән һорайым бит! Ни булды Шамилға?

--Искәндәр... Мин һиңә ошо ҡайтҡаныңда уҡ әйтергә тейеш инем... Тик, әйтмә – ҡабатланмаҫ, тигәс...

--Нимә? Нимәне әйтергә? Давай, короче!

--Шамил ярышта ярамаған нәмәләр ҡабул иткән? Ул ғына түгел, тағы ике-өс егет...

--Нимә ул ярамаған нәмә? Асығыраҡ һөйлә әле! – Искәндәр сығырынан сыҡты.

--Химикат... Наркотик тиһәң дә була...

--Наркотик?.. Һин... Ләйсән, һин нимә?..

--Эйе-е...

--Әле хәле нисек? Нисек минең улым?

--Әле иҫенә килде... Реанимацияла.

--Уффф... – ир ергә сүгәләп төштө.

Ҡатыны үкһеп илау араһында һөйләп маташты:

-- Миңә үҙе зыянһыҙ ғына нәмә тигәйне...

--Тигәйне? Һин быны белгәйнеңме ни? Ләйсән, туҡта илауҙан! Нормально итеп аңлат! Һин нимә – белдеңме наркотик менән шаярғанын?

Теге яҡ тағы ла нығыраҡ үкһене. Ир ҡулындағы телефонын алып атырҙай булып ҡыҙҙы. Ахырҙа, трубкаһын сикәһенә терәп тынып торҙо ла, һүҙҙәрен теш араһынан ҡыҫып сығарҙы:

--Ләйсән!.. Тыныслан, тинем... Ләйсән...

Шулай ҙа уның һөйләшә алырлыҡ булғанын көтөргә тура килде. Аҙыраҡ рәткә килеп, ҡатыны дауам итте:

--Үткәндә... бынан өс айҙай самаһы элек беленгәндә... тренерҙары әйткәйне. Һөйләшкәйнек йыйылып. Ата-әсәләр инде. Өйҙә малайҙар менән унан... Шамил ант итте, башҡаса ҡабатланмай, тине... Һиңә әйтмә инде, тине. Ул һинән ҡурҡа, Искәндәр... Зинһар...

--Ҡурҡҡанға шулай иткәндер улайһа? Нимә тигән нәмә ҡулланғандар? Атамаһын дөрөҫ кенә әйтә алаһыңмы?

--Юҡ... Һин уны хәҙер әрләйһең инде...

Ҡабаттан һикереп торҙо ир:

--Әрләүҙән аралап тағы күпме йәшереп йөрөй алыр инең икән? Ләйсән! Башың бармы һинең – юҡмы?

Ҡатыны һаман инәлде:

--Ул бит шундай нескә күңелле бала... Искәндәр... Һин бит уны яҡшылап белеп тә етмәйһең... Һин һәр ваҡыт ҡырҙа булдың. Ул... ул... йомшаҡ кеше. Һинең кеүек ҡаты түгел. Һин ҡурҡытһаң, хәҙер... ул һынасаҡ, Искәндәр...

Был хәбәргә нимә тип әйтергә лә белмәне ир. Хатта үпкәләрлек булды:

--Һин нимә? Мин үҙ улымды белмәйемме? Әллә нимәләр теҙә башланың уже, Ләйсән?

--Ысынлап... һин уны белмәйһең. Уның эске донъяһын, серҙәрен, хыялдарын белмәйһең... Ул һиңә оҡшарға тырыша, һинең кеүек ныҡ булып күренгеһе килә. Шуға ошо спортына ла тотондо. Хәрби училищеға ла тине... Һинең хуплауыңды алыу өсөн генә. Тик ул ундай түгел... Ундай ҡатылығы юҡ... Искәндәр, үтенәм?.. Ҡысҡырмай, әрләмәй генә ярҙам итәйек инде?..

Искәндәр асырғанып күккә күтәрҙе күҙҙәрен. Төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа һеңде ҡарашы. Кире ергә төбәлде. Унда ла шул ҡаралыҡ...

--Ләйсән, булды... Тыныслан, йә? – һәр һүҙен үлсәп әйтте ул, -- Сәбәләнмә. Тем более былайтып сеңләп илап ултырма. Бар, бала янында бул. Аҡсаң бармы әле?

--Б-бар...

--Дауала. Бөтөн кәрәк булған дарыуҙарын да тапһындар, түлә. Нисек тә булһа һауыҡтырып ал. Мин вахтаны ташлап ҡайта алмайым – беләһең. Тағы ла бер ай түҙәһең инде. Үҙеңде ҡулға ал. Бынан ары көн һайын шылтыратып хәлдәрҙе әйтеп тораһың. Һәм бер нәмәне лә йәшермәйһең, аңланыңмы?

--Э-йе... Аң-ланым.

--Ярай... илама, берәй яйын уйлашырбыҙ. Хәл итербеҙ. Бар. Эргәһендә бул. Һәм... тегеләреңде лә онотма.

--Ярай, Искәндәр, хуш-һау булып тор.

--Давай. Хуш.

Телефонын һүндереп машинаһына инеп ултырҙы ла, рулгә таянған килеш ҡатып ҡалды. Башынан йәшен тиҙлегендә йөҙ төрлө уй үтте. Нисек? Нисек улай? Нисек итеп бындай хәл уның менән була ала? Барыһы ла ҡулы аҫтында, күҙе алдында ине лә һуң? Ҡасандан... Ҡасандан улай ысҡынып китте  һуң былар? Улының наркотик ҡулланыуын ҡатыны унан йәшерерлек булып? Был бит... был бит...

Ҡапыл телефоны сылтыраны. Анна эҙләй:

--Алло! Александр?

Шулай атағанын бығаса оҡшатмаһа ла өндәшкәне юҡ ине, был юлы сыҙаманы:

--Әйтмә әле шулайтып. Ниндәй Александр, ти?..

--Ярай-ярай, йәнем, килешмәгәс әйтмәҫмен, -- тип сылтыратып көлдө ҡатын. – Һин ҡайҙа?

--  Эштә әле.

--Сыҡманыңмы ни һаман? Мин бушаным инде.

Искәндәрҙең әлеге мәлдә улынан башҡа бер нәмә хаҡында ла уйларлыҡ хәле лә, теләге лә юҡ ине. Ул башынан Аннаның шулай ҡапыл осоп сығып китә алырына хайран ҡалды хатта. Нисек итеп ул шулай һөйгәнен иҫенән сығара алған һәм әле уның ҡосағына барып инеү теләге һүнеп тора. Үҙендәге был асыштан аптырай Искәндәр, әммә булмышын еңә алмай. Шуға ла дөрөҫөн әйтте:

--Анна, мине бөгөн көтмә.

--Ә ниңә? Берәй нәмә булдымы әллә?

--Булды. Проблемалар бар. Уйлап алырға, хәл итергә кәрәк. Килһәм дә бары һинең кәйефеңде ҡырырға ғына эшкинәсәкмен. Ғәфү ит.

Ҡатындың тауышы тоноҡланды:

--Ярай һуң...

--Киләһе сменаңда осрашырбыҙ, йәме, аҡыллым? Үпкәләмәйһеңме?

--Юҡ, әлбиттә. Ярай, башҡа ваҡытта... Пока, -- тине лә һалды, кем-нимә-ҡасан тип тә ҡыҙыҡһынманы. Искәндәргә аҙыраҡ ҡыйын да булып китте. Гүйә, ул икенсе кешеләргә ҡағылышлы нәмәләр тураһында әйтте, иғтибар ҙа итеп торманы бит. Ярай, уның да үҙ хәсрәттәре башынан ашҡан, тип аҡланы ла, машинаһын бикләп, кире станцияға ҡарай атланы. Баштан уҡ сығып торған ҡаршылыҡтарға күнергә лә ҡуйырға кәрәк булған икәндә. Уңмаған юлды... нимә тиҙәр әле? Ә-ә, иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ, тиҙәрме? Тик бының менән килешкеһе килмәй ирҙең. Уңыр ул, ни эшләп уңмаһын? Уңыр. Бына Шамилын ғына ул бәләнән йолоп алырға кәрәк. Хәҙер дауаланып аяҡҡа баҫһа – һөйләшер. Әлегә телефондан, ә берәй айҙан инде янында ла булыр. Күҙенә ҡарап, күңеленә инеп... Аңларлыҡ та инде ул үҙ балаһын? Аңларлыҡ. Аңларға һәм ярҙам итергә тейеш ул. Ҡотҡарырға тейеш. Улын да, Ләйсәнде лә был торошта яңғыҙ ҡалдырырға ярамай. Йомшаҡ, көсһөҙ генә бит ул. Ана ла инде, ҡалайтып илап тик тора.

Кабинетына инеп ултырғайны ғына, әсеттереп түшендә бер нәмә сәнсте. Энә ҡаҙаған кеүек кенә булып бер урындан тотто ла, оҙаҡ ҡына ебәрмәй торҙо. Күҙ алдары ҡараңғыланып китте, маңлайына һалҡын тир бәреп сыҡты. Ир шул тәңгәлен усы менән баҫып, өҫтәленә эйелә бирҙе. Унан яйлап - яйлап ҡына ебәрҙе. Бар мускулдары яҙылып киткәндәй булды. Тәрән итеп бер һулыш алды. Тыны менән бергә эстәге әрнеүе һыҙылып сыҡты, гүйә:

--Анна... Их, Аннушка... Ҡайһы еремә генә тығып йәшерәйем дә, ҡайһы еремдә генә һаҡлайым икән һине?..

 

 ***

Ваҡыт һәм ара... Был ике төшөнсә кешеләр яҙмышына оло һынау була ала. Ваҡыт һәм алыҫлыҡ әҙәмдәрҙе бер-береһенән һыуыта ла, киреһенсә эҫендерә лә, оноттора ла йә һағышҡа һала. Ваҡыт һәм ара һәр кемгә үҙенсә тәьҫир итә. Һәр кемдә үҙ эҙен ҡалдыра...

 

Искәндәр менән Ләйсән, Айрат менән Гөлмира, Афзал – Ниса, Камил, Зөлфиә һәм башҡалар... Уларҙың яҙмыштары нисек итеп барып бөттө, ни эшләне, ҡалай булды, тиерһегеҙ һеҙ. Ә мин әйтермен: белмәйем. Сөнки, уларҙың тормошо дауам итә әле, улар беҙҙең кеүек үк йәшәй, эшләй, яна-көйә, илай-көлә, ярата, өмөт итә... Улар беҙҙең арала. Беҙҙең менән. Һәм хатта күберәкте әйтәм, улар – беҙ ул. Ә беҙҙең иртәгәбеҙ нисек булыры, ғүмеребеҙҙе ниндәй яҙмыш өйөрөлтөп алып китере, кемдәрбулыр - кемдәр булмаҫы – бер Аллаһҡа ғына мәғлүм.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас