+24 °С
Ямғыр

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Әүлиә тирәге

АШИРБАЕВА Факиһа, 1950 йылғы, Сибай ҡалаһы. ... Апайым йәшләй генә кейәүгә сыға. Тәүге бәпәйе тыуа ла, күп тә тормай үлә. Йәш әсә был ҡайғыны күтәрә алмайынса ҡаты ауырып китә, етмәһә, ферманың ауыр эшенән өҙлөк тә була. Йәш ҡатын аяҡтан яҙып йығыла. Ҡыҙы өсөн йән атҡан әсәйебеҙ:

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.  Әүлиә тирәгеМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.  Әүлиә тирәге
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Әүлиә тирәге

Әсәйемдең: „Эй, Аллам, Хәҙрәт олатайға тейешле әжерен тәки бирә алманыҡ. Фатиха апайыңды бит үлемдән ул ҡотҡарҙы. Бигерәк ярлы инек шул, - тип гелән өҙәләнеп һөйләүе, уфтаныуы күңелемә һеңеп ҡалған.

... Апайым йәшләй генә кейәүгә сыға. Тәүге бәпәйе тыуа ла, күп тә тормай үлә. Йәш әсә был ҡайғыны күтәрә алмайынса ҡаты ауырып китә, етмәһә, ферманың ауыр эшенән өҙлөк тә була. Йәш ҡатын аяҡтан яҙып йығыла. Ҡыҙы өсөн йән атҡан әсәйебеҙ: „Хәҙрәт олатайға алып бара алһам, төҙәлер ине", - тип уйлай. Автобустар йөрөмәгән саҡ, ярлы булғас, атыбыҙ ҙа юҡ. Былар Аҡморондан сығып китә йәйәүләп Манһырға. Баймаҡ осона еткәс, уң яҡҡа, Фәйзулла ауылына алып бара торған һуҡмаҡҡа боролоп, һарҡыуға табан ыҡлай йәйәүле мосафирҙар. Туранан егерме саҡрымлап араны, ахмалға төшөп үтеп, саҡ килеп етәләр. Хәлдән тайған ауырыу апайым килә лә йығыла. Шул саҡ өйҙән берәү сығып: „Әле яңы килгән бала инһен," - тип саҡыра. Инһәләр, бында сәй эсеп ултыралар икән. Олатай уларҙы табынға әйҙүкләй. Гөлйемеш абыстай икеһенә лә сәй яһап бирә. Һыуһап, йонсоп килгән юлаусыларға бер ни тиклем хәл керә. Шунда Мөжәүир хәҙрәт һүҙ араһында ғына әйткәндәй итеп:

  • Илама, ҡыҙым, ҡайғырма балам үлде, тип. Ул гонаһһыҙ сабый хәҙер йәннәттә ожмах ҡошо. Киләсәктә балаларың күп булыр, өйөң тулып йөрөр әле, ҡайҙа ҡуйырға ла белмәҫһең. Ейәндәрең дә ишле булыр: килеп тулһалар, бер өй эсе булып ултырырһығыҙ, бына хәҙрәт олатайым әйткәйне тейерһең, күрерһең шул көндәрҙе, иншалла, - ти. Сәйҙән һуң өшкөрөп тоҙ бирә, юғалта күрмә, һаҡлап йөрөт, тип ҡулына бетеү яҙып тоттора. Инде әсәйемдең бөтә ҡайғыһы-саҙаҡаһының әҙ булыуы. Юлда килгәндә үк: „Ошонан да ҡыҙым йүнәлеп китһә, яңғыҙ кәзәмде алып килеп бирер инем," - тип әйтеү әйтеп килә. Сығыр саҡта әсәйем баяғы юлда уйлап килгән уйын әйтергә тип ауыҙын асырға итә, ни хикмәт менәндер, өндәшә алмай ҙа ҡуя. Олатай мут йылмайып әсәйемә ҡарап тора ла һүҙ башлай:
  • Юҡты уйлайһың, Фатима! Кәрәкмәй, кәрәкмәй! Һауып эскән берҙән-бер кәзәңде биреп ни, балаларыңа аҡты ҡайҙан алырһың?

Әсәйем ниҙер әйтергә, өндәшергә итә, теле аңҡауына йәбешкәндәй, бер нисек тә өндәшә алмай ҙа ҡуя икән. Үҙе эстән, юлда уйлап, килгәнемде ҡайҙан белде, бына биғәләш, тип аптырай. Хушлашып сығыр алдынан олатай тағы ла:

- Хәйер әҙ тип борсолма, ошо биргәнең еткән. Ҡыҙыбыҙ төҙәлер. Юлда уйлағаның бурыс булып ҡалмаһын. Хәйер - олатай күҙҙәрен алыҫҡа төбәй, - бәлки, нәҫелегеҙҙән бер саҡ ризалатыусыһы ла табылыр әле, - ти. Әсәйем уның ни әйткәнен аңламаһа ла ҡайтарып һорарға баҙнат итмәй.

Хәҙрәткә күренгәндән һуң, ысынлап та, Фатиха апайым һауығып, ире менән һин дә мин матур йәшәп китә. Ғаиләлә бер-бер артлы дүрт балаһы тыуа. Олатай әйткәненсә, ейән-ейәнсәрҙәре лә өй тулып йөрөй, һаулығы ла һәйбәт уның, сир-сорға ла бирешеп бармай. „Хәҙрәт фатихаһы һаҡлай,- тип ҡабатларға ярата һәр саҡ бетеүен күрһәтеп. - Йәнемдәй күреп һаҡлайым".

- Мин Фатиха апайымдың бәхете өсөн, үҙемде белә-белгәндән, ниңәлер, барыбер олатай алдында үҙебеҙҙе бурыслы тойҙом. Ул бит, дөрөҫөн әйткәндә, апайыма Аллаһы Тәғәләнән ғүмер һорап алып биргән! Беҙгә эшләгән шул изгелеген нисек ризалатырға, тигән уй күңелемә инеп ояланы ла башымдан сыҡманы. Был турала дин юлында йөрөгән кешеләргә лә әйткеләнем. Бер уҡымышлы ағай тыңлап, миңә ошондай кәңәш бирҙе.

- Һеңлекәш, мәрхүмдәргә беҙҙән бер ни кәрәк түгел. Уларға бары доға булһа етә. Беҙ эҫелә һыуға һыуһап йөрөгән кеүек, улар гелән ҡөрьән аяттарына, доғаға сарсап ята. Рухына ҡөрьән уҡытып тор, зыяратына барып ҡәбере өҫтөндә ҡөрьән сыҡ. Шунан да хәйерлеһе булмаҫ.

Ошо һөйләшеүҙән һуң мин ғәрәп алфавитын өйрәндем, ҡөрьәнде үҙ хәрефтәре менән уҡый башланым. Хәҙрәт ҡәбере өҫтөндә уҡыясаҡ сүрә аяттарын, доғаларҙы ятланым. Шунан тормош иптәшемә, мине Манһырға алып барырһың әле, тип әйтеп ҡуйҙым. Ирем сығышы менән хәҙрәттең ауылынан һигеҙ саҡрымда ятҡан Байыш ҡәрйәһенән. Ҡайным Аширбаев Вәғиз заманында хәҙрәт менән йән дуҫ булып, аралашып, күҙ күрешеп йәшәгән, уны ныҡ ихтирам иткән. Бына яйы ла сыҡты. Руль артында иптәшем, мин һәм йәнә өс ҡатын ғөсөлләнеп, тәһәрәтләнеп, хәҙрәт ҡәберенә барып баш эйәйек тип ниәтләп юлға сыҡтыҡ. Сәфәребеҙ ыңғай ғына булды, бер ерҙә лә тотҡарланмай, тиҙ генә елдереп килеп тә еттек. Бына хәҙрәт ерләнгән зыярат, беҙҙең хаҡ мосолмандар өсөн изге урын. Барса әруахтарға сәләм биреп, бынан 37 йыл элек ерләнгән олуғ хәҙрәт ҡәбере эргәһенә табан атланыҡ.

Көн шундай матур, сыуаҡ, хатта япраҡ һелкенер ел әҫәре лә юҡ. Бөтә тирә-йүн, тәбиғәт ихласланып үҙе беҙҙе ҡаршы ала төҫлө. Беҙҙең күңелдәр күтәрелеп китте.

Юлдаштарым Алланың барлығына, берлегенә ышанһалар ҙа, хәҙергә ҡөрьән уҡый белмәй, шуға күбеһенсә минең әйткән буйынса йөрөй. Иң башта оло хөрмәт менән ҡәберҙе ете ҡат урап сығып тәүүәф ҡылдыҡ. Шунан үҙем алдан әҙерләп ятлап йөрөгән доғаны, сүрә аяттарын: Доғаи Хәбиб, Аятел көрси, Ихласты уҡый башланым. Тамам булғас, күмәкләп хәҙрәт рухына, бөтә ҡәберстан әһелдәренә бағышлап, ,,Аллаһы әкбәр"тип доға ҡылдыҡ. Мин күңелемдә урғылған хистәрҙе үҙебеҙҙең телдә лә өҫтәп әйтеп бирергә булдым:

- Апайымды һауыҡтырғаның, әсәйемде ҡыуандырғаның өсөн оло рәхмәтлебеҙ һиңә, ҡәҙерле олатай! Улар ваҡытында аңлатып әйтеп еткерә алмаған хистәрҙе һиңә еткерергә килдем. Ятҡан ерең мамыҡтай йомшаҡ, йәнең йәннәттең иң түрендә булһын! Рухың ҡыуанып ҡайтһын!

Үҙемдең йөрәктә урғылған изге хистәрҙән, ихлас теләктәрҙән күҙҙәремә йәш эркелде. Бына бер саҡ битемдән рәхәт кенә итеп, әйтерһең, хәҙрәттең өшкөргәндәге тыны, йылы ел иркәләп һөйөп үтте. Шундай рәхәт! Баяғы наҙлы ел тағы ҡабатланмаҫмы тип бер аҙ көтһәм дә башҡаса илаһи наҙ ҡабатланманы. Шунан күп тә үтмәне, Аллаһы Тәғәләнең ниндәй мөғжизәһе булғандыр, хәҙрәттең баш осонда ултырған тирәктең япраҡтары бер ниндәй ел юҡ көйө һелкенешеп, ҡыштыр-ҡыштыр, ҡыштыр-ҡыштыр итеп елберҙәшә башланы. Әйтерһең дә, япраҡтар үҙ-ара сер һөйләшә. Ҡыштырлау аҫтан өҫкә табан күтәрелде лә иң осҡа етеп, туҡтап ҡалды. Бөтәбеҙ ҙә хайран ҡалып үргә ҡарайбыҙ. Бына әкәмәт-тирәктең иң осо беҙҙең яҡҡа ҡарап эйелде лә башын һелкте. Быны бөтәбеҙ ҙә күреп торҙо. Юлдаштарым көтөлмәгән хәлдән аҙап ҡалды. Өләсәһе Манһыр ауылынан булған, хәҙрәттең кирәмәттәрен бәләкәйҙән ишетеп үҫкән Венера тигән юлдашыбыҙ хатта ҡурҡыуға төштө: урынынан һикереп торҙо ла әле генә күҙ алдында пәйҙә булған хикмәттән ҡото осоп, сергә сорналған был урындан тиҙерәк ҡасырға уйланы. Ҡулынан саҡ тотоп алып өлгөрҙөм, юлдашымды көскә-көскә тынысландырҙым.

- Ҡурҡмағыҙ, был бит хәҙрәтебеҙҙең бер мөғжизәһе! Ул беҙҙе тәбрикләй, беҙҙең килеп доға уҡыуға рухы шатлана, - тим. Ә күңелем үҙемдең дә тыныс түгел. Ысынлап тирәктең япраҡтары беҙҙең доғаны ишетеп шыптырлаштымы? Эстән илаһи ниәт ҡылдым: әгәр мин уйлағанса булып, хәҙрәт рухы беҙҙең килгәнгә риза икән, мин бая уҡыған доғаларҙы ҡабатлағас, япраҡтар тағы баяғыса шулай ҡыштырлаһын. Ҡәберҙең баш осона барып торҙом да йәнә Доғаи Хәбибте, Аятел көрсиҙе, Ихлас сүрәһен ҡабатлап уҡып, доға ҡылдым. Баяғы хикмәт нәҡ шулай ҡабатланды: япраҡтар аҫтан өҫкә табан ҡыштырлашты, иң осона еткәс, йәнә, беҙҙең яҡҡа эйелеп башын һелкте. Тимәк, хәҙрәт рухы беҙгә риза, риза! Шул саҡ күңелемде әйтеп аңлата алмаҫлыҡ оло шатлыҡ биләп алды.

- Эй, бөйөк әүлиә! Әлдә һин ошо беҙ йәшәгән ергә килеп киткәнһең, һинең эҙҙәрең ҡалған ергә баҫып йөрөйбөҙ, был бит ниндәй ҙә оло бәхет!

Йөрәгем ҡоштай талпына. Күңелде биләгән юғары хистәрҙән илһамланып беҙ ҡайтыу яғына юлландыҡ. Байышҡа ҡайнымдарға инеп, хәл белешеп, Сибайға Йылайыр совхозы аша ҡайтырға уйланыҡ. Зыяраттан ике-өс саҡрым китеп тә өлгөрмәнек, ҡул күтәреп, беҙҙе ике ҡатын туҡтатты.

- Хәҙрәт ҡәберенә хәйер һалайыҡ тип килгәйнек, тик зыяратты таба алмай ҙа ҡуябыҙ. Ҡаршылағы тауға инде нисәнсегә менеп ҡарайбыҙ, ҡәберлек ус төбөндәгеләй ап-асыҡ күренеп ята, төшөп яҡын барайыҡ тиһәк, әллә ҡайҙа юғала, таба алмай ҙа ҡуябыҙ. Баш ҡатты, - тине өлкән ҡатын, - беҙгә юлды өйрәтеп ебәрмәҫһегеҙме?

Был икәү әсәле-ҡыҙлы беҙҙең урамда йәшәүсе яманаты сыҡҡан Миңъямал менән Әлиә булып сыҡты. Йыш ҡына уларҙы күршеләре яратмай һөйләгәнде ишетергә тура килгәне бар.Ҡара ҡуңыр йөҙлө, хәйләкәр ҡарашлы был бисәне беҙҙең тирәлә бөтәһе лә белә, самогонсы Миңъямал тип йөрөтә. Күршеһендәге танышым: ,,Көнө-төнө сәмәй ҡыуып һата. Бөтә эскесе ҡаҡырып-төкөрөп беҙҙең подъезда. Кәсеп итеп иномарка машина алды",- тип яратмай һөйләгәйне. Ҡыҙын аҙғынлығы өсөн үҙ итмәйҙәр: ике балаһын, ирен ташлап, икенсе йәш ир менән йәшәп ята, тәртипһеҙ, тиҙәр. Ни кәрәк икән быларға, оялмай нисек килеп торалар? - тип уйланым. - Әллә гонаһтарын ярлыҡауҙы һорарға йөрөйҙәрме? Ул арала Йәмил быларға аңлата башланы:

- Ошо туп-тура юлдан бараһың да уңға боролаһың. Зыярат өҫтөндә ҙур, бейек тирәк үҫеп ултыра. Әллә ҡайҙан күренеп тора.

  • Беҙ әле генә шул юлдан үттек, - тине тегеләр. -Бер нимә лә күрмәнексе.
  • Күренмәҫкә ни, зыярат энә түгел инде, - тип ғәжәпләнде ирем. - Тағы барып ҡарағыҙ һуң...

Ҡуҙғалып киткәс аранан берәү:

- Теләмәгән кешеһен шулай аҙаштыра, албырғата, ҡәберенә яҡын да ебәрмәй икән, тиҙәр бит. Бәлки, быларҙы ла хәҙрәт рухы эргәһенә килтергеһе килмәйҙер? - тине.

- Булыр, булыр!

Тегеләр тураһында күршеләренән ишеткәнемде юлдаштарыма сурытып торманым. Уның урынына берәй йүнлерәк хәбәр һөйләшербеҙ, тип уйланым. Нәҡ шулай булды ла: юл буйынса данлыҡлы хәҙрәтебеҙ, уның хикмәттәре тураһында һөйләшеп барҙыҡ, һәр кемдең күңелендә ниндәйҙер бер хәтирә һаҡлана икән. Бер-бер артлы шуларҙы бәйән итәбеҙ. Оләсәйем һөйләгәйне тип, Венера бер ғәжәп хәлде башлап ебәрҙе:

- Бер шулай ҡараңғы төшөп килгәндә уны-быны аңламаған оләсәйемдең йәш кенә килене сабыйын тышҡа алып сығып, аяғын тота. Дилә исемле ике-өс йәшлек кенә был ҡыҙыҡай иҫ китмәле сибәр була: муйылдай ҡап-ҡара күҙле, ҡыйылып торған ҡара ҡашлы, йылмайһа, ике сикәһе уймаҡланып соҡорая, сәстәре бөҙрә була. Йәш ҡатын бер-ике минуттан балаһын кире өйгә индергәндә бөтөнләйе менән икенсе итеп алып индерә: ауыҙынан шылағайы ҡойола, бите салышайған, ике күҙе лә атылып сығырҙай булып бәзрәйгән. Фәрештә кеүек сабыйының аяғын тотҡансы ғына ошондай хәлгә төшөүен күреп ҡото осҡан әсә:

- Ай, Аллам, балаҡайыма ни булды?- тип илай башлай. Күпте күргән ҡәйнәһе тыныс ҡына итеп:

- Эҫе мәлендә таң менән тороп баланы Манһырға, олатайға, алып бара һалырға кәрәк, - ти. - Хәҙрәт барҙа ҡайғырма, килен!

Аҡырып илаған бала күтәргән ҡатынды хәҙрәт ҡапҡа тышына сығып ҡаршылай. Тыйып тотҡоһоҙ булып сарбайланған баланың йөҙөнә ҡарап доға уҡып өрөп тә ебәрә, сабый еңел тын алып, илауҙан да туҡтай. Йәш ҡатынға ҡарап хәҙрәт:

- Ниңә баланы ҡыҙыл эңер ваҡытында тышҡа алып сыҡтың? - тип шелтәләргә лә өлгөрә .- Ярамағанын белмәнеңме ни? Сабыйыңа ауырыу ҡағылған бит. Үҙе шунда уҡ өйгә индереп нығытып өшкөрә башлай. Бер аҙҙан, эшен тамалағас, әйтә:

- Балаң төҙәлеүен төҙәлер, башҡа улай итеп ауырымаҫ. Ләкин үҫкәс, бала табыу, әсә булыу бәхетенән мәхрүм булыр.

Йәш ҡатын, ҡыҙым һауыҡҡас булды, тип ҡыуана. Дилә матур ҡыҙ булып үҫеп етә. Кейәүгә сыға. Әммә, теге саҡ хәҙрәт әйткәнсә, бала таба алмай. Дауаханаларға йөрөп ҡарай, файҙаһыҙ. Шул саҡ әсәһе хәҙрәтте иҫенә төшөрә. Бөтәһе өсөн үҙен ғәйепләп илай. Инде үҙе кешеләргә ҡыҙы менән булған ошо хәлде һөйләп, ҡыҙыл эңер ваҡыттарында тышҡа сығырға ярамағанлыҡты өйрәтә. Миңә быны хәҙрәт олатай үҙе әйтте, ти.

Венера хәтирәһен һөйләп бөтөүгә Фариза һүҙ башлай.

- Ике туған апайымдар Байышҡа барғандар ҙа кисләтеп кенә ҡайтырға сыҡҡандар. Оло юлдан ҙур тиҙлек менән елдереп китеп барһалар, ҡаршыларында аҡ кейемле бер ҡарт пәйҙә була. Серле зат машина алдына арҡыры тороп алғанда ҡулын болғай, юлаусыларҙы һис үткәрмәй ҙә ҡуя икән. Еҙнәм ныҡлабыраҡ ҡараһа, Мөжәүир хәҙрәт баҫып тора, ти. Машиналағылар ҡурҡып китә, әллә ҡасан үлгән кеше нисек улай йөрөй ала? Шунан еҙнәмдең башына уй килә: хәҙрәт рухы бушҡа күренеп йөрөмәҫ, әллә бер-бер хәүеф бармы? Ул кабинанан сығып, машинаһын тирәләп әйләнеп ҡарай башлай. Алғы яҡҡа килеп ҡараһа, алдарында ҙур бер таш ята, ти. Барып төкөлһәң, машинаң, бер һүҙһеҙ, сәлпәрәмә ҡыйраласаҡ ине.

-Ә-ә-ә, бына ни өсөн хәҙрәт рухы борсолоп йөрөгән! Ул беҙҙе бәләнән ҡурсалаған, - тип уйлаған еҙнәм, һәм ташты алып ташлап, хәҙрәткә рәхмәттәр уҡый-уҡый, юлын дауам иткән. Хәҙрәттең рухы тере, кәрәк саҡта, ана, шулай итеп кешеләргә ярҙамға килә икән, тип Заһиҙә һүҙен тамамлауға, өсөнсө юлдашыбыҙ Фәнүзә хәтирәләргә төшөп китте.

- Манһыр тирәһен һөрөргә тип килгән тракторҙар боҙола ла ултыра икән. Башта эштең ниҙә икәненә төшөнмәгәндәр, ауыл халҡының: „Әүлиә еренә тейгәнде яратмай,"- тип әйтеүенә лә иҫтәре китмәгән. Механизаторҙар тракторҙарын тиреп ташлап, эй ремонтлайҙар икән, бер аҙна буйы ыҙалағандар. Тик шунан ғына: „Ысынлап та, был тирәне һөрөргә ярамайҙыр," - тигән уй килә баштарына. Кире боролғанда, тракторҙар һис бер ҡаршылыҡһыҙ ыңғай ғына эшләй ҙә китә. Был хәлгә барыһы хайран ҡала, хәҙрәтебеҙ ерен шулай һаҡлай, күрәһең, тип башҡаса ул ерҙәрҙе һөрөп маташмайҙар.

Шулай итеп, ул көндө Байыш ауылына туҡтағанда ла, Сибайға ҡайтып барғанда ла һүҙебеҙ гел бөйөк яҡташыбыҙ, изге хәҙрәт тураһында ғына булды. Халыҡ араһында йөрөгән бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәтирәләрҙе йыйып, ниңә берәй яҙыусы ташҡа баҫтырмай икән, тип һөйләштек. Үҙебеҙ ишетеп белгән хәҙрәттең төрлө кирәмәттәрен алмаш-тилмәш һөйләнек тә һөйләнек. Кисен Сибайға ҡайтып еткәс, бөтәбеҙ ҙә сәфәребеҙҙән ҡәнәғәт булып, бер-беребеҙгә именлек теләп йылы хушлаштыҡ.

Ҡайтҡан көндөң төнөндә хәҙрәт олатай төшөмә инде. Имеш, ул миңә тырышып-тырышып бер доғаны өйрәтә, арҡамдан ҡағып һөйә икән тим.

Был хәлдәргә инде бер-нисә йыл үтеп китте. Әммә йөрөйөм-йөрөйөм дә баяғы күргән-ишеткәндәрҙе йәнә иҫемә төшөрәм: тып-тыныс көйө тирәк япраҡтары ҡыштырҙаша, тирәктең осо беҙгә ҡарап баш һелкә, йомшаҡ ел биттәремдән һөйөп үтә. Юлдаш ҡатындарымдың һөйләгәндәре лә ғүмерем буйы хәтеремдә онотолмай һаҡланыр. Хикмәтле әүлиәнең сираттағы хикмәттәре менән осрашыу бына ошонан ғибәрәт булды.

 

Автор:
Читайте нас