

– Һәҙиә Дәүләтшинаның яҙмышын беҙ Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Һәҙиә» романы аша тулыраҡ белдек кеүек. Һәр хәлдә нәфис әҫәр уҡыусыға күберәк мәғлүмәт бирҙе. Һеҙ был китаптағы Һәҙиә тарихы менән килешәһегеҙме?
– Әлбиттә, Гөлсирә апай иҫ киткес, тетрәндергес әҫәр ижад иткән. Төплө өйрәнеп, күпте белеп яҙған ул. Әммә был, үҙегеҙ әйткәнсә, әҙәби әҫәр. Һәҙиә Дәүләтшинаның үгәй ҡыҙы Рәйсә апай менән аралашҡандан да мин уның йәшәйеше ысынбарлыҡта аҙыраҡ икенсерәк булыуын беләм. Тик был «Һәҙиә» романына ла һәм әҫәр прототибына ла күләгә төшөрмәй.
– Рәйсә апайҙы телгә алдығыҙ, һөйләп китегеҙ әле, нисек итеп иҫләй ине ул үҙенә үгәй әсәй булып килгән Һәҙиә Дәүләтшинаны?
– Тәртип яратҡан, бөтә нәмәгә лә мәҙәни юғарылыҡтан ҡараған, ҡатын-ҡыҙ сыр-сыуына төшмәй генә аралаша белгән, сабырлы апай итеп һүрәтләне. Өйҙә, көнкүреш араһында ла ул ауылса булмаған. Мәҫәлән, өҫтәлгә аҙыҡты таба йә сөгөн менән ултырттырмаған, матур тәрилкәләргә һалған, ашағанда этикет ҡағиҙәләрен тотҡан һәм башҡаларҙан да талап иткән. Һөйләшкәндә, сығыш яһағанда ла дөрөҫ мөғәмәлә итергә өйрәткән. Ораторлыҡ телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеп, ҡыҙына үҙе һөйләп күрһәткән. Хатта тауыш көр сыҡһын өсөн сей йомортҡа эсергә кәрәклеген дә әйткән. Шундай практик, тормошсан кәңәштәр биргән.
Шулай уҡ Миңлекамал Ғәйнисламова тигән юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы булған апай ҙа, бер сетерекле мәсьәләлә Һәҙиә Дәүләтшинаға ярҙам һорап яҙыуы һәм унан тотош хат-инструкция алыуы тураһында һөйләй. Тимәк, яҙыусы ер кешеһе булып, донъяуи эштәрҙе аныҡ хәл итә белгән.
– Беренсе ире Ғөбәй Дәүләтшиндан тыуған Булат тигән улы оҙаҡ йәшәмәй һәм «Ырғыҙ»ҙа, улының исемен мәңгеләштереп, геройын Айбулат тип атай, шулаймы? Тағы ла ниндәй образдар һәм ваҡиғалар иғтибарҙан ситтә ҡалған романда?
– Эйе, әҫәрҙәге Айбулат – ниндәйҙер кимәлдә улының иҫтәлеге. Булат уның берҙән-бер балаһы була, үкенескә ҡаршы, ожмах ҡошона әүерелә. Шул малайының кейемдәрен ғүмер буйы һаҡлап йөрөп, Рәйсә апайҙың улы тыуғас, уға бүләк итә. Һәм, әйтергә кәрәк, үгәй ҡыҙы булған Рәйсә апайҙы ла ярата, яҡын күрә. Башта апай була бит инде, аҙаҡ әсәй булып китә (әҙибә тол ҡалған еҙнә тейеш кешеһенә бара). Ағаһының улына ла Булат тип ҡуштыра.
Романдағы Диләкәй тигән ҡыҙҙы иҫләйһегеҙме? Уны «волостағы иң беренсе ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы, беренсе совет мәктәбе белгесе, союз молодежи етәксеһе, активистка» тип ололап һөйләйҙәр. Был образ – Һәҙиә Дәүләтшина үҙе ул. Тап бына ошо күҙлектән ул беҙҙең тарафтан да баһаланмаған.
Унан, әҙибә Яҙыусылар союзына хат яҙғанда, романда Куйбышев, Шверник образдары бар, тип яҙа, ә китапта улар юҡ. Музейҙағы машинопись вариантын ҡараһам, баҫмаға инмәгән бүлектәр ҙә арыу уҡ икән. «Тормош диңгеҙе», «Адамчик», «Заводта», «Көрәш көндәре», «Һуңғы һөргөн» бүлектәрен мөхәррирҙәр төшөрөп ҡалдыра. Әммә, бөгөнгө күҙлектән билдәләгәндә, был да «Ырғыҙ»ҙың сифатын үҙгәртә алмаған.
– Һәҙиә Дәүләтшинаны кем итеп ҡабул итәһегеҙ: бөйөк яҙыусымы, әллә әсе яҙмышлы ҡатынмы?
– «Уның иң ҙур бәхетһеҙлеге – улы үлеүе», – тип яҙа Гөлсирә Ғиззәтуллина һәм мин дә бының менән килешәм. 17 йәшендә генә Ғөбәй Дәүләтшинға тормошҡа сығып ул бәхетле була. Юғары идеялар менән йәшәйҙәр, ижад итәләр, яңылыҡҡа ынтылып үҫәләр. Институтҡа уҡырға инә. Иркә, наҙлы ғына йәш ҡатын булып көн итә. Ирен ҡулға алып һәләк итһәләр ҙә, үҙе төрмәлә ултырып сыҡһа ла, хатта ауырып киткәндә лә, бирешмәгән, бахырлыҡҡа төшмәгән. Аҙаҡтан икенсе ире менән ғүмер иткәндә лә, ҡайһы бер баҫмаларҙа яҙылғанса, иҙән йыумаған, мунса ҡарауылламаған. Иптәше йомортҡа базаһы директоры булған һәм ҡатыны «шул-шул» итеп документта теркәлгән генә икән. Рәйсә апай әйтеүенсә, әҙибә өйҙә ултырған, ижад иткән.
– Ғөбәй Дәүләтшиндың аҡланыуын да белмәй вафат була бит инде. Үҙе лә «Тыуған илгә хыянат итеүсенең ҡатыны» тип ҡулға алына. Биш йыл ултыра. Хеҙмәт отличнигы булғаны һәм ауырығаны өсөн генә сығарыла. Йәшәү маҡсаты булған китабын да күрә алмай... Үкенесле бит барыбер?
– Бер кеше яҙмышы, ҡыҫҡа ғына ғүмер тип ҡарағанда – үкенесле. Ә оло тарих, тотош милләт әҙәбиәте күҙлегенән сығып фекер йөрөткәндә, бөтөн шәхси һыҙланыуҙар һәм тормош ваҡ-төйәге ҡойолоп ҡалып, бары тик генийлыҡ ҡына тороп ҡала. Ундай шәхестәр ижадтары менән бер бөтөнгә әүерелә, айырым күренә алмай һәм шул бөтөнлөктә юғарыға күтәреләләр ҙә. Ябай итеп әйткәндә, йондоҙ кеүек. Һәҙиә Дәүләтшина беҙҙең тап шундай кеше лә.
Асия МИҘӘТҒӘЛИНА һөйләште.