

Яҡташтарыбыҙ ситтә уңышҡа өлгәшһә, күңел шатлана. Бына тағы ла бер һылыуҡайыбыҙ сит илдә беренсе булған. Өфөнән Алина Фәрхетдинова Һиндостанда "Miss Glam World-2025" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында еңеүсе булған. Алина Рәсәй исеменән сығыш яһаған. Уға 19 йәш. Ул - Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты. Өфө һылыуҡайына аҡсалата приз тапшырылған. "Miss Glam World-2025" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы 11 июлдән 17-нә тиклем үткән. Икенсе урынды Израилдән килгән ҡыҙ яулаһа, ә өсөнсөгә - Сербия сыға. Конкурсанттар милли кейемдәрҙә дефиле, интеллектуаль тур, визит карточкаһы һәм киске кейемдәрҙә дефиле кеүек этаптарҙа ярышҡан.
Ҡайнар ҡотлайбыҙ һине, Алина! Алда ла уңыштар юлдаш булһын!