+30 °С
Облачно

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға Шайморатов орденын тапшырҙы

Яугирҙар Башҡортостан етәкселегенә һәм халҡына фронтта ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға Шайморатов орденын тапшырҙыРадий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға Шайморатов орденын тапшырҙы
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға Шайморатов орденын тапшырҙы

Яугирҙәр Башҡортостан етәкселегенә һәм халҡына фронтта ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

 

Радий Хәбиров махсус операция хәрбиҙәрен юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне. Башҡортостан башлығы ҡулынан Шайморатов генерал орденын армияның махсус разведка буйынса өлкән офицеры Азат Нурғәлиев, айырым танкыға ҡаршы артиллерия дивизионы командиры Альберт Йомағолов алды.

"Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов – Башҡортостандың лайыҡлы улы. Һәм мин ошо юғары награданы намыҫ һәм ғорурлыҡ менән йөрөтөргә, үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булырға бурыслымын», — тине Азат Нурғәлиев. "Беҙҙең дивизион өсөнсө йыл ДНР-ҙа лайыҡлы хеҙмәт итә. Беҙҙең подразделение 2022 йылда Һарытауҙа ойошторолдо һәм унда башлыса республика халҡы инде. Беҙ тиҫтәләрсә мең фронт юлын үттек, йөҙҙән ашыу хәрби бурысты үтәнек. Шайморатов генерал орденын дивизиябыҙҙың һәр һалдаты, офицеры, прапорщигы өсөн юғары награда итеп ҡабул итәм. Уларҙың барыһы ла лайыҡлы көрәшә», — тине Альберт Йомағолов.

 

Офицер республика етәкселегенә, шулай уҡ муниципалитеттарға гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Беҙҙә күптән көтөлгән еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтә нәмә бар”, — тип билдәләне Альберт Йомағолов.

 

Материал, фото: "Башинформ"

Автор:
Читайте нас