+30 °С
Болотло

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Мөжәүир әүлиә

Йылдар үтте. Урман ҡырҡҡандағы ул хәл күптән онотолдо. Тормошҡа сыҡтым. Өс улым, ике ҡыҙым тыуҙы. Улдарым ҡайындай һомғол буйлы, ап-аҡ йөҙлө, бөҙрә сәсле булып, ғәҙәти булмаған матурлыҡтары менән һәр кемде ғәжәпләндереп үҫеп етте. Әммә өсөһө лә бер иш дөм һаңғырау, шыпа телһеҙ ине Уларҙы йәлләмәгән әҙәм булманы. Бер саҡ оло йәштәрҙәге ир кеше: -Улдарыңды Мөжәүир хәҙрәткә күрһәтеү кәрәк, -тине.-Уның көсө-ҡөҙрәте етмәгән хәстә юҡ. Йыйындым-төйөндөм дә, улдарымды алып, юлға сыктым.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Мөжәүир әүлиәМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Мөжәүир әүлиә
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Мөжәүир әүлиә

Халҡыбыҙҙың исемдәре ташҡа баҫтырылып мәңгеләштерелгән күренекле шәхестәре, арҙаҡлы ир-уҙамандары, шөкөр, бихисап. Киң мәғлүмәт саралары уларҙы үҙ ваҡытында иҫкә алып, төрлө юлдар менән ҡайта-ҡайта халыҡ хәтерендә яңыртып һәм яҡтыртып тора.

Ә бер ниндәй махсус хәтерләүһеҙ ҙә исеме телдән төшмәгән, ил менән юҡһынып, өҙөлөп һағынылған аҫыл заттар була. Әүлиәләге, аҡыл ҡеүәһе менән әҙәм балаһының тән сирен генә түгел, йән сирен дә сихәтләндереү һәләтенә эйә Мөжәүир хәҙрәт тап шундайҙар рәтенә инә.

Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы (1876 - 1967) егерменсе быуаттың 67 йылын йәшәп, 91 йәшендә донъя ҡуя. Ул Баймаҡ районының "Йылайыр " совхозына ҡараған Манһыр ауылында ғүмер итә. Изге эштәре менән үҙенә-үҙе һәйкәл ҡуйып, тыуған ауылы эргәһендәге зыяратта ерләнә.

Кешенең нимә уйлағанын үтә күргән, фекерен уҡый алған әүлиә-хәҙрәт тылсым көсө, төрлө кәрәмәттәре менән һәр кемде хайран иткән. Хәҙерге ваҡытта уның мөғжизәле серҙәрен өйрәнеп, асырға самалап ҡараусылар ҙа бар, тиҙәр. Тик булдыра алырҙармы, хәҙергә билдәһеҙ. Халыҡ, дин әһелдәре хәҙрәттең илаһи көсөн Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән изге ҡөҙрәт тип ышана.

Миңә инде исеме күптән легендаға әүрелгән тылсым эйәһен күреп белеү бәхете теймәне. Әммә, ниңәлер, нәҡ миңә уның тураһында яҙырға насип булды. Бәлки уның рухы үҙе быны теләгәндер? Сибай яҡтарында заманында уның менән ҡатнашып, аралашып йәшәүселәр, туған-тыумасаһы, күҙ күрешкәндәре бик күп. Улар менән яҡындан аралашып, Мөжәүир хәҙрәт тураһында ниндәй юғары фекерҙә булыуҙарын аңланым. Нисек уны бөтәһе лә һағынып-һағынып хәтерләйҙәр!

- Дәү, мыҡты кәүҙәле, аҡ сырайлы, эс-бауырыңда ниҙәр ятҡанын үтә күрерҙәй үткер ҡарашлы, йәшкелт көрән күҙле ине, -тиҙәр.

Холоҡ-фиғелен дә белеп кенә ҡылыҡһырлайҙар. Мәҫәлән, Йылайыр совхозында йәшәүсе Зәкиә апай уның тураһында бына нимә ти:

- Йор һүҙле, әңгәмәсел. Зирәк аҡыллы, изге күңелле, ярҙамсыл. Оҫта табип-имсе үҙен-үҙе аямай хеҙмәт итеүе менән һәр кемде үҙенә арбаны. Ярҙамға, кәңәшкә мохтаждар, сырхау-хәстәләр уға магнитҡа тартылғандай тартыла ине.

Улы Мөхәммәт һөйләй:

- Атайыма кеше күп килде. Алыҫ тарафтарҙан, Себерҙән, Мәскәү һымаҡ ҙур ҡалаларҙан килеүселәр була торғайны. Улар ауыл эргәһенән аҡҡан Урғаҙа буйына теҙелеп китер, икешәр-өсәр көнләп сират көтөр ине, - тип хәтерләй. - Ул милләтенә, диненә ҡарамай, кешене байға, ярлыға айырмай, һис кемде ярҙамынан мәхрүм итмәне. Бары эскеселәрҙе, тәмәке тартыусыларҙы үҙһенмәне. Сирленең үҙен күрмәҫ элек үк кемдең көтөп тороуын, ни уйлап килеүен белеп ултырҙы. Ауырыуҙарҙы ул башына аҡ сәллә урап, ап-аҡ кейем кейеп ҡаршылай торғайны. Ҡулынан ҡөрьән китабын, тиҫбеһен төшөрмәне, һәр килеүсегә иғтибарлы, итәғәтле булды.

- Анау йәш, имсәкле ҡатынды сиратһыҙ индерегеҙ әле, балаһы йонсоп китте, - тип ҡайһы берәүҙәрҙе үҙе йәлләп саҡыртҡан, үҙенең туған-тыумаса, күҙ күргәндәрен дә ҡайсаҡ саҡыртып килтерткән.

- Сиреңдең шашыуын көтәһеңме? Ана, башҡалар мине ҡайҙан-ҡайҙа эҙләп килә. Ә һеҙ йөрөйһөгөҙ, - тип әрләп тә алғылаған. "Йылайыр " совхозында йәшәгән Байназарова Зәкиә апайҙың ныҡ ҡына ауырып йөрөүен белеп, шулай итеп үҙе саҡырып алып имләп һауыҡтырған. Әлеге көндә лә Зәкиә апай имен-аман Йылайыр совхозында йәшәп ята, ураған һайын хәҙрәт олатай рухына аяттар уҡытып тора. Бынан 39 йыл элек гүр эйәһе булған хәҙрәткә халыҡ бөгөн дә алҡышланып рәхмәт уҡый. Хаҡ мосолмандар Аллаһы Тәғәләнең ҡашҡаһы Мөжәүир әүлиә рухына тәүге аяттарын бағышлай, һуҡырҙарҙың - күҙен, телһеҙҙәрҙең телен асҡан изге йәнде ғәрештәргә күтәреп данлай. Иншалла, эшләгән изге эштәре менән ул быға лайыҡ.

Дауаханаларҙа байтаҡ ятып, төрлө табиптар тарафынан оҙайлы дауаланып та быума сирле ейәнен һауыҡтыра алмаған Һөйәрбикә әбей:

-Ә-ә-ә-эй, Мөжәүир хәҙрәтебеҙ тере булһасы! -тип өҙгөләнә. - Зар-интизар булып килеүсе ауырыуға бер ихласлап өшкөрөүе етер ине!

- Эйе ләбаһа, - тип күршеһенең фекерен күтәрмәләй һикһәнде үткән Әсҡәпъямал инәй һәм шунда уҡ үҙ башынан үткән әҙәм ышанмаҫ бер хәлде нисәнсе ҡабат инде, йәнә иҫенә төшөрә.

- Һуғыш йылдары ине. Беҙҙе, йәп-йәш ҡыҙҙарҙы, урман эшенә ҡыуҙылар, - тип башлай ул һүҙен. -Эргәбеҙҙә, исмаһам, бер ир заты юҡ. Йән-фарман тырышып эшләйбеҙ. Йәш кенә бер ҡатынды ағас ҡолап имгәткәс, бөтәбеҙҙең дә эсе бошто.

Бер көндө бригадир эргәмә килде лә:

- Ошоларҙы ҡырҡ, - тине һәм теҙелеп кенә үҫкән өс һомғол аҡ ҡайынға төртөп күрһәтте. Ниңәлер матурҡайҙарҙы харап итергә йәлләнем, ҡулым барманы. Ҡарап торҙом-торҙом да арыраҡ барып, икен­се ағастарҙы йыҡмаҡсы булдым. Бригадир ҡатын күреп ҡалды ла шунда уҡ артымдан килеп тә етте. Уҫал итеп:

-Ниңә әйткәнде тыңламайһың ул? Хәҙер үк ҡушҡанды эшлә,-тип екерҙе. -Ни хәл итәһең, кире килеп, әйткәнен үтәргә тура килде. Өсөнсө ағасты йыҡҡанда, ни сәбәптәндер, бер ни белмәй иҫһеҙ ҡолағанмын. Бер килке иҫәнгерәп ятҡандан һуң күҙҙәремде астым. Туҡмалғандағы кеүек бөтә тән һыҙлай, баш ауырта. Ни булғанын һис аңламайым. Эс бошоуға сыҙай алмай һулҡылдап-һулҡылдап иланым да, эшләрлек хәлем булмағас, ҡайтып киттем.

Йылдар үтте. Урман ҡырҡҡандағы ул хәл күптән онотолдо. Тормошҡа сыҡтым. Өс улым, ике ҡыҙым тыуҙы. Улдарым ҡайындай һомғол буйлы, ап-аҡ йөҙлө, бөҙрә сәсле булып, ғәҙәти булмаған матурлыҡтары менән һәр кемде ғәжәпләндереп үҫеп етте. Әммә өсөһө лә бер иш дөм һаңғырау, шыпа телһеҙ ине Уларҙы йәлләмәгән әҙәм булманы. Бер саҡ оло йәштәрҙәге ир кеше:

-Улдарыңды Мөжәүир хәҙрәткә күрһәтеү кәрәк, -тине.-Уның көсө-ҡөҙрәте етмәгән хәстә юҡ.

Йыйындым-төйөндөм дә, улдарымды алып, юлға сыктым. Хәҙрәт беҙҙе көтөп торғандай, ҡапҡа тышында ҡаршыланы. Шунда уҡ эргәләге йылға аша сығарып, тәпәшерәк таш ҡойма менән уратылған ергә алып килде.

Туҡтағас, әйтте:

-Һин, ҡыҙым, әле йәп-йәш кенә сағыңда эйәле өс аҡ ҡайынды ҡырҡҡан икәнһең, - тине.

-Эйе, эйе, булды, - тим, - бригадир ирекһеҙләп ҡырҡтырҙы. - Теге ғәжәп хәлде һөйләп бирҙем.

- Шуның шауҡымы тейеп, улдарың телһеҙ, һаңғырау булған,-тине күрәҙәсе.

Һауыҡтыра алһа ярар ине, тигән уйымды һиҙеп, яуап биргәндәй әйтте:

- Ҡурҡма, әсә, ҡурҡма. Улдарыңа һөйләшеү, ишетеү ҡеүәһен ҡайтарып булыр, иншалла.

Өшкөрөү, имләү оҙаҡ ҡына барҙы. Ниһайәт, хәҙрәт иркен тын алды:

- Иншалла, хәсис мәлғүндәрҙе еңдек, - тине маңлай тирен һөртөп. Үҙе күҙҙәре яҡтырып киткән егеттәргә ҡарап өндәште:

-Ә-ә-ә, ишетәһегеҙме? Ағаслыҡта ҡоштар һайрай, шулаймы?

Бәхетле әсәгә ҡарап өҫтәне:

- Тиҙҙән телдәре лә асылыр, һөйләшә лә башларҙар. Тик, ҡыҙым, әҙерәк сабыр ит, ашыҡма.

Ҡыуанысының иге-сиге булмаған Әсҡәпъямал инәй бөгөн дә әүлиәгә алҡышланып рәхмәт әйтә, намаҙ уҡыған һайын рухына аят бағышлай.

- Мин һөйләгәндәргә ышанмайынса, әкиәт тиеүселәр бар. Ни хәл итәһең? Мөжәүир хәҙрәт әкиәти заттан  ине шул, - тип  һүҙен йомғаҡлай балаларынан ҡәҙер-хөрмәт күреп ҡәнәғәт йәшәгән Әсҡәпъямал инәй.

Эйе, ниндәй генә илаһи заттар килеп китмәгән был ергә? Күптәренең исемдәре лә һаҡланмаған. Уларҙың аҡылдары - халыҡ аҡылына, хәтерҙәре халыҡ хәтеренә әүерелгән. Юғары трибуналарҙан да ҡысҡырып һөйләнелмәгән, ташҡа ла баҫтырылмаған, хатта телдән дә әйтелмәгән нәғеҙ аҡыл, юғары аң быуындан-быуынға күсә. Был - әүлиәләр, әмбиәләр, хәҙрәттәр хазинаһы. Улар төпкөл аңға (подсознание) әүерелеп, беҙҙе оҙата бара.

Манһырҙан һигеҙ саҡырым аралыҡта ятҡан Байыш ауылы эргәһендә археологтар боронғо ҙур ҡала тапҡан. Тиҙҙән уны ҡаҙыу эштәре башланасаҡ. Манһыр тирәһе - заповедникка, өйө йорт-музейға әйләндереләсәк. Мөжәүир тыумаҫ борон уҡ һалынған ҡомартҡы мәсетте тергеҙеү күҙ уңында тотола. Был мөғжизә түгелме ни? Тимәк, әүлиә-хәҙрәттең күҙ ҡараһындай һаҡларға васыят иткән Ҡыңғырташы, Яугүл күле, ауыл тирәһендәге ҡыр-яландар һәм башҡа урындар ҡәҙерләп һаҡланасаҡ. Минеңсә, Мөжәүир хәҙрәт менән шул боронғо ҡала табылыуы араһында хәҙергә ябай аң менән аңлап етмәҫлек ниндәйҙер бер мөғжизәле бәйләнеш ята һымаҡ.

Мин элек-электән ошо сергә сорналған шәхес тураһында һөйләгәндәрҙе йотлоғоп тыңларға яраттым. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ хәтирәләрҙе күңелемә һеңдереп йөрөй торғас, ябай шул уҡ ваҡытта бөйөк тә булған оло шәхесте һағыныу, яратыу хисе ҡулыма ҡәләм тотторҙо, һәм күңелем ҡушыуы буйынса "Мөжәүир хәҙрәт" тигән повесты яҙҙым. Был әҫәр үҙнәшер юлы менән донъя күрҙе һәм, Аллаға шөкөр, бер кемде битараф ҡалдырманы. Аҙым һайын рәхмәт һүҙҙәрен ишетәм. Айырыуса, уны күреп белеүселәр шатлана:

- Эргәһендә йөрөп бөтәһен дә үҙ күҙе менән күргән һымаҡ яҙған да ҡуйған бит әле, - тиҙәр.

- Йылдар үтеү менән онотолор ине. Ана, Байым ишан, тураһында халыҡ бер ни белмәй. Ташка баҫтырып, хәҙрәтебеҙҙең исемен мәңгеләштерҙең.

- Хәҙрәттең исеме онотолорға тейеш түгел!

Тәүге китапҡа ошондай баһа миндә артабан хәтирәләрҙе йыйып яҙыу теләге уятты. Дөрөҫөн әйткәндә, халыҡ теләге, кешеләрҙең үтенесе, эскерһеҙ ярҙамы менән яҙылды был китап. Мине тағы шул ғәжәпләндерҙе, һәр кем бер хәтирә һөйләп ҡалырға ашыға, һәр кем уның тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлай, һәр кем уны һағына, ярата. Был бик һирәк күренеш, тик ысын изге йәндәр өлөшөнә тейер оло бәхет.

Хәҙрәт ғали йәнәптәре. Аллаһы Тәғәләнең ҡашҡаһы! Йәнең ожмахтан осоп килһә, ошо тиклем халҡың һөйөүен, һине һағыныуҙарын күреп, моғайын, ҡыуанып ҡайталыр, һинең йәшәйешең - беҙгә яҡшылыҡ, изгелек өлгөһө. Урының гел ожмах түрендә булһын. Был меңәрләгән халыҡ теләге.

 

Фотола Мөжәүир хәҙрәттең баш ауытыуҙан доға-бетеүе. Үҙегеҙгә һпҡлап ҡуйығыҙ.

Автор:
Читайте нас