+30 °С
Болотло


Рәсәй президенты Владимир Путин дәүләт наградаларын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Бүләкләнеүселәр исемлегендә Башҡортостан халҡы ла бар.
Мәҫәлән, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Венер һәм Эльвира Бәшировтар «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләнде. Дәүләт башлығы бойороғона ярашлы, өлгәшкән хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Өфө тимер юл вокзалының алдынғы технологы Олеся Лощиловаға РФ президентының Рәхмәт хаты бирелде.
Ҡотлайбыҙ!
Мәғлүмәт һәм фото: "Башинформ"