+30 °С
Болотло

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Олатайымды бик яраттым

СИРАЖЕТДИНОВ Зәйнулла, 1936 йылғы. Баймак ҡалаһы. - Өс йәшлек кенә сағымдан олатайымды иҫләйем, - ти ул. - Гүр эйәһе булғансыға тиклемге уның бөтә тормошо минең күҙ алдында үтте. Ул мине үҙе менән күсер итеп алып йөрөтөргә яратты. Юлда төрлө мажараларын да күрһәтеп алғылай. Күбеһенсә көлөп-шаяртып һөйләшер ине. Бик ярата торғайным олатайымды. Уның һымаҡ изге күңелле кеше һирәктер.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Олатайымды бик яраттымМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Олатайымды бик яраттым
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Олатайымды бик яраттым

Олатайымды бик яраттым

 

Мөжәүир хәҙрәт тураһында  хәтер һандығында иң күп иҫтәлектәр һаҡлаусы бер туған ҡустыһы Бәхтейәрҙең улы Зәйнулла ағай ине.

- Өс йәшлек кенә сағымдан олатайымды иҫләйем, - ти ул. - Гүр эйәһе булғансыға тиклемге уның бөтә тормошо минең күҙ алдында үтте. Ул мине үҙе менән күсер итеп алып йөрөтөргә яратты. Юлда төрлө мажараларын да күрһәтеп алғылай. Күбеһенсә көлөп-шаяртып һөйләшер ине. Бик ярата торғайным олатайымды. Уның һымаҡ изге күңелле кеше һирәктер.

Зәйнулла ағай һөйләгән хәтирәнең бер-нисәһен китапҡа индерҙек.

 

Ағас танк

 

1

939 йылдың ҡышы. Өс йәшлек сағым. (Өс йәштәгене әле лә хәтерләйем). Ни сәбәптәндер, ике күҙҙән дә яҙып, бер ни күрмәй ултырам. Атайым ҡайҙалыр йөрөп ҡайта ла беҙгә һүҙ ҙә ҡушҡыһы килмәй күңелһеҙләнеп ултыра. Ә бер көндө әйтте:

- Ағайымды иртәгә Баймаҡтан Йылайыр төрмәһенә алып китәләр.

Бер аҙ торғас өҫтәне:

- һаман беҙҙе ҡайғырта. Зәйнулла улымды һораша. Өр-яңы бер уйынсыҡ алып килергә ҡушып ҡайтарҙы.

Атайым магазиндан бер ағас танк һатып алып, шуны олатайға илтте.

- Ошо уйынсыҡ менән уйнаһа, Зәйнулла улымдың күҙҙәре асылыр, - тигән әүлиә олатайым. Күрәһең, ул ағас танкыны өшкөрөп биргән.

Олатайҙы иртәгәһен алып китәсәктәр. Атайым да, башҡа туғандар ҙа уға бер нисек тә ярҙам итә алмауҙарына ҡайғыралар.

- Башҡаға шәп, әллә ниңә ошо тотҡонлоҡтан үҙен ҡотолдора алманы, - тип көйөнә атайым.

Ә мин ағас танкыны өс көн уйнатҡайным, күҙем асылды.

- Олатайыңдың кирәмәте, - тине атайым. – Алла бирһә, бер-нисә айҙан имен-аман әйләнеп тә ҡайтыр, буш кеше түгел әле.

Беҙ бөтәбеҙ ҙә олатайҙың тотҡонлоҡтан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләнек.

 

Калуш

 

Олатай төрмәнән, Аллаға шөкөр, иҫән-һау йөрөп ҡайтты. Бер аҙҙан күргән аҙаптары ла артта ҡалды. Ул тағы элекке фиғеленә ҡайтып, шаян, мәрәкәсел булып китте.

Бер шулай ҡайҙалыр китеп барабыҙ. Мин, ғәҙәттәгесә, күсерҙәмен. Олатайым:

- Ай, улым, бер калушым төшөп ҡалған бит, - тип аяғына төртөп күрһәтә. Мин арбанан төшә һалып килгән яҡҡа йүгерәм. Әҙерәк барһам, алдымда еҙ ҡыңғырау ята. Был бит табыш! Юлдағы ҡыңғырауҙы алып кире йүгереп киләм. Олатай рәхәтләнеп көлә:

- Улым, калуш ни аяҡта булған ул, - ти.- Күрмәгәйнеңме ни? "Ҡыңғырауыңды анау мөстән ҡуңыр танаҡайығыҙҙың муйынына тағырһың инде ...

 

Рамаҙан Йәнбәков

 

Олатайым йыр яратты. Ауыҙ эсенән генә көйләй ҙә йөрөй торғайны. Манһырҙан һигеҙ саҡрымда ятҡан Байыш ауылында шәп йырсы егет бар - Рамаҙан Йәнбәков. Аҙаҡ ул Өфөлә уҡый башланы. Ауылына ҡайтҡан саҡтарҙа юлы Манһыр аша үтә торғайны. Олатайға инмәй китмәй. Иң тәүҙә асығып, йонсоп килгән студентты һәйбәтләп һыйлайҙар. Шунан олатай уны эргәһенә ултыртып ала ла арҡаһынан ҡағып:

- Йә, йырла әле, Рамаҙан улым! - ти. - Төйәләҫ"те һиңә еткереп йырлаусы булмаҫ та инде!

Әүлиә һынлы әүлиә үҙе үтенгәс, Рамаҙан ялындырып тормай, өҙҙөрөп йырлап та ебәрә. Институт тамамлағас, биология укытыусыһы булырға тейешле егеттең һоҡланғыс йырҙарын тыңлап ултыра-ултыра ла, олатайым былай тип кәңәш бирә:

- Улым, уҡытыусы булып теләгән һәр кем эшләй ала. һин йырсы булырға тейешһең! Аллаһы Тәғәлә үҙеңә һирәк осорар моң биргән. Талантты ҡәҙерләү фарыз. Беҙҙең ошо мәғдәнле Ирәндек буйҙары тыуҙырған мөғжизә бит ул һинең тауыш. Уны аслан тәләфләргә ярамаҫ!

Рамаҙан ағай хәҙрәт әйткәнде тоттомо, әллә үҙе шулай хәл иттеме, бөтә ғүмерен йыр сәнғәтенә бағышланы. Илдә халҡыбыҙ йырын башҡарыусыларҙың иң мәшһүре булып дан алды. Олатайымдың да иң яратҡан йырсыһы булып ҡалды ул.

 

Хажиәхмәт Унасов

 

Был тарихты миңә атам мәрхүм һөйләгәйне. Хажиәхмәт Унасов, аҡтарға ла, ҡыҙылдарға ла ҡарамаған, тик башҡорт халҡының мәнфәғәтен генә күҙәткән, уның азатлығы өсөн көрәшкән милли герой кимәлендәге яугир була. Сығышы - Байыш ауылынан.

1919 йыл. Бына шул Унасов ике мең ғәскәр менән Манһыр аша Ғәли ауылына үтеп бара. Олатайҙың шәп ҡара айғыры була. Унасов үҙе теймәҫ ине, охранаһы ҡуймай. Атты менеп тә алалар.

-Үпкәләмә, Мөжәүир ағай, - ти командир. - һинең әүлиәләгеңде беләм. Берәй аҙнанан айғырыңды кире саҡырып алырһың, һарайыңа үҙе ҡайтып инер. Ә ҡустыларыңа теймәйем.

-Улаҡ үҙәгендә йөрөгән бер өйөр йылҡыны һеҙгә бирәм, изге юлда йөрөйһөгөҙ, әйҙә, алығыҙ. Атһыҙ яугир - ҡанатһыҙ ҡош.

- Рәхмәт, Мөжәүир ағай!

- Әхмәтзәкиебеҙ ни хәлдә?- тип һорай хәҙрәт. - Темәстә йыйын әҙерләнә тиҙәр. Ҡасан була? Башҡорт мәркәз шураһының эше нисек бара?

- Йыйын тураһында һеҙгә хәбәр итерҙәр, хәҙрәт. Бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе, нәшриәт менән матбуғатты Темәскә күсерҙек. Башҡорттар ныҡ тора.

Ул ниндәй йыйын булғандыр, олатайым Темәскә барып йөрөп ҡайтты. Ике ҡустыһын ат ҡараусы, күсер итеп алып, өс көн буйы йөрөп, күңеле күтәрелеп ҡайта. Ә яратҡан теге ҡара айғырын, ысынлап та, ни ғиллә менәндер кире ҡайтарып ала. Байыштан сыҡҡан милли яугир тураһында ла олатайым үҙ фекерен әйтә:

- Унасов Хәжиәхмәт- халҡыбыҙға бирелгән кеше, тик белеме самалы. Шул арҡала яңылышлыҡтар ебәрә. Киләсәк быуын уны барыбер ҙурлап иҫкә аласаҡ!

 

Ғәбделварис Сиражетдинов

Атайым мәрхүм һөйләп ҡалдырғайны:

-1925 йылды Өммөгөлсөм еңгәйҙән улы тыуғас, ағайым бик шатланды. Минең варисым булып ҡалһын тип, исемде Ғәбделварис тип ҡуша. Ҡорбан итеп өс баш һарыҡ салдыра, бөтә ауылды саҡырып ҡунаҡ итә.

- Ғәбделварис ағай, ысынлап та, олатайҙың лайыҡлы варисы булды,- тийер ине атайым. - Ата-баба төйәгенә хужа булып, Манһыр тирәһен ҡәҙерләп һаҡланы. Килгән туған-тыумасаны ҡаршы алып, ҡәҙер итеп торҙо. "Ҡулы ҡотло булды, мал-тыуары уңды.

-Ғәбделварис ағайымды олатам эргәһенә ерләнеләр, - тине Зәйнулла ағай. - Теге донъяла йәндәре осрашып, аталы-уллы бергәләп йөрөйҙәрҙер, иншалла.

 

Ат башындай алтын

 

 Баймаҡтың 1-се һанлы мәктәбе артында бейек ҡом тауы булды. Олатайым эргәһенән үткән һайын, ошо отвал аҫтында ат башындай алтын ята, ти торғайны. Минең үҫмер саҡ, белгәс, ниңә ҡаҙып алмайбыҙ икән, тип уйлайым. Әллә әүлиә олатайым әйткәнде ишетеп, әллә үҙҙәре белеп, ул тауҙы 1957-1958 йылдарҙа ҡаҙҙылар. Ысынлап та, бөтә сыҡҡан алтынды бергә йыйғас, дәүмәле бер ат башындай булған икән, тинеләр. Аҙаҡ, тау урынында ҡотһоҙ бер күл ятып ҡалғас, олатайым үкенгәндәй итте, ер-һыуҙы әрһеҙләтергә ярамай, тигән фекерҙе гел әйтер булды. Ғалим, әүлиә булараҡ, ҡайҙа нимә ятҡанын белһә лә, башҡаса әйтеп йөрөмәне.

 

Фотола Мөжәүир хәҙрәттең йән һаҡлау доғалары. 

Автор:
Читайте нас