

Ә Мөжәүир олатайым бәләкәйҙән дини ғилемлеккә ынтылған. Ауыл мәсетендә уҡып бөткәс, Баймаҡ янындағы Иҙелбай тигән ауылда уҡыуын дауам иткән. Атайым менән Мөжәүир олатайым ауыл мәсетенә бергә йөрөгәндәр. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа мәсеткә яланаяҡ барғандар, юлда ныҡ өшөй башлаһалар аяҡтарын тире тундарының салғыйына урап йылытып алыр булғандар. Уларҙың ғаиләләре мохтажлыҡта йәшәгән, әммә тырышып уҡыған.
Әсәйем мәрхүмә һөйләгән бер хәтирә иҫемдән сыҡмай. Мөжәүир олатайымды 6-7 йәшлек сағында бер көн малайҙар туҡмай башлағандар. Ҡартәсәйем күреп ҡалып, йүгереп урамға сыҡҡан да: "Уй алла, хәлфәмде әрәм итәләр инде" тип ҡурсалаған. Апһындары: 'Ул ниндәй хәлфә булһын инде",-тип көлгәндәр. Ысынында әсәнең күңеле дөрөҫ һиҙенгән булып сыға. Олатайым үҙ заманының әүлиәһе булып китә.
Мөжәүир олатайым байтак ваҡытын беҙгә, балаларына бүлә торғайны. Эш эшләтһә "эшеңде кеше күрмәй ҡалһын", тип тиҙ генә эшләтә торғайны. Ул үҙе лә бик эшсән кеше булды. Тағы ла олатайым иртә яҙҙан, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән, тауға алып сығып, талғыр йыуаһы менән һыйланырға ҡуша ине. "Ашағыҙ, дауа бит ул, ә һеҙ дарыу үләндәрен белмәй, тапап йөрөйһөгөҙ", - ти торғайны.
Олатайым күп кешеләрҙе дауаланы. Ихлас ышанып килгәндәр, юлда уҡ, килеп еткәнсе йүнәлгәндәр. Кирәмәтлектәре булыуын мин ишетеп беләм. Күптәр ваҡытында хайран ҡалып һөйләйҙәр ине.
...Колхозлашыу осоронда уның арпа сәскән баҫыуын һөрмәй тракторсы уратып һөрөп йөрөй икән. Тракторы ҡапыл һүнеп, тик ултырғас: "Олатай, һинең ереңде лә һөрөп бирәм", тип ялбарған. Шунан ғына эшләп киткән тракторы.
Олатайымды 1939 йылдың йәйендә 10 йылға төрмәгә ултырталар. Ни өсөн ултыртыуҙарының сәбәбен мин асыҡ белмәйем. Әммә камераның бикләнгән йоҙағы һәр ваҡыт кире асылып тороуы төрмә хеҙмәткәрҙәрен ныҡ ғәжәпләндергәнен ишетеп беләм. Төрмәнән ул 1943 йылдың көҙөндә ҡайтты. Ниндәйҙер бер ҙур етәксенең ҡатынының аяғын имләп аяҡҡа баҫтырғаны өсөн иртә сығарғандар, тип һөйләнеләр. Олатайым бик абруйлы кеше булды, һәм бөгөнгө көндә лә уны онотмауҙары, Манһырҙа мәсеттең тергеҙелеүе, ауылдың, зыяраттың төҙөкләнә барыуы туғандарым һәм минең өсөн ҙур ҡыуаныс.
Фотола Мөжәүир хәҙрәттең доғаһы. Диуарығыҙға алып ҡуйығыҙ.