

Акция Рәсәй халыҡтарының күп милләтле традицияларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, шулай уҡ илебеҙҙең матди булмаған этномәҙәни байлығын йөрөтөүселәрҙең һәм һаҡлаусыларҙың эшмәкәрлегенә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был көндәрҙә бөтә ил буйынса матди булмаған этномәҙәни байлыҡ объекттарының презентациялары, фольклор байрамдары, концерттар, оҫталыҡ дәрестәре, традицияларҙы һаҡлаусылар менән ижади осрашыуҙар һ. б. үткәрелә.
Республика халыҡ ижады үҙәге Бөтә рәсәй акцияһына ҡушылырға һәм “Урал батыр” эпоын башҡарырға саҡыра.
Ҡатнашыу өсөн башҡорт, рус йәки башҡа телдәрҙә легендар “Урал батыр " эпосының бер өлөшөн башҡарырға һәм социаль селтәрҙә сығышы менән уртаҡлашырға кәрәк.
Флешмоб хэштегтары: #Единыйденьфольклор2025#МКРБ #РЦНТ #Уралбатыр#Деньфольклор#ГРДНТ110
Флешмоб 17 июлгә тиклем дауам итә.