+30 °С
Болотло

Бер мәсьәләгә ҡараш. Шопоголизм эҙемтәләре

Тәртибенә, үҙен тотошона ҡарап, ғалимдар шопоголиктарҙың төрҙәрен билдәләй:

Бер мәсьәләгә ҡараш. Шопоголизм эҙемтәләреБер мәсьәләгә ҡараш. Шопоголизм эҙемтәләре
Бер мәсьәләгә ҡараш. Шопоголизм эҙемтәләре

Көнбайыштан килеп ингән «шопоголик» һүҙе менән дә күптәр таныш. Төрлө фекерҙәр йөрөй уның хаҡында. Сираттағы замана сире, бәхет гор-моны – серотонин кимәлен күтәреүсе, тип тә уйлаусылар бар. Баҡһаң, шопоголизм яңы проблема ла түгел икән,  уға XIX быуат башында уҡ иғтибар иткәндәр. Ә XX быуатта ҡайһы бер табиптар уны алкоголизм, наркомания кеүек сирҙәр рәтенә индерә башлай. Шопоголизм – нимәнелер түҙеп торғоһоҙ көс менән, уйлап та тормай һатып алыу теләге. Икенсе төрлө «шопомания», «шопингомания» тип тә атала. Ә фәндә был ғәҙәт «ониомания» тип йөрөтәлә. Ҙур магазиндар асылып, акциялар, ташламалы һатыуҙар башланғас, килеп сыға был һүҙ. Яңы «сир» яйлап үҙенә күберәк ҡорбандар йәлеп итә. Бында рекламаларҙың, маркетологтарҙың һәм психологтарҙың да хеҙмәте ҙур. Нәҡ ошо белгестәр ниндәйҙер әйбер менән үҙеңде бәхетле, хаким итеп тойоу иллюзияһын аңға һеңдерергә тырыша һәм шуның өҫтөндә ныҡлы эшләй. Ябай «ҡорбандар» өсөн идеал һаналған билдәле модельерҙарҙың, Голливуд йондоҙҙарының нимәгә өҫтөнлөк биреүен рекламалаған зәңгәр экрандарҙың да роле сикһеҙ.

Ташламалар тураһындағы 

роликтар, тауар кәштәләренең хәйләкәр итеп урынлаштырылыуы, бонус карталары, ҙур итеп яҙылған билдәле брендтар исеме, ике әйбер алғанда өсөнсөһө бүләккә, йыйылған чекты тауарға алыштырыу кеүек маркетинг алымдары ла үҙ тоҙағына эләктерә.

Шуныһы ҡыҙыҡ: һатып алған әйберҙәр ни өсөн сикһеҙ шатлыҡ килтерә?  Эйе,  кеҫәңә  аҡса  һалып, магазиндар буйлап йөрөгәндә кәйеф яҡшыра. Ҡиммәтле магазиндарҙа йөрөү күптәрҙең баһаһын да күтәрә, уларҙың фекеренсә, йәмғиәттә абруй яуларға ярҙам итә. Был, бәлки, «кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар» тигән фекерҙең нығыныуынан да киләлер, нимә генә тиһәк тә, тәү сиратта кешенең өҫ-башына иғтибар итәбеҙ бит. Һәр саҡта ла оҡшаған нәмәгә эйә булыу теләге, кеше әйберенә ҡыҙығып, көнләшеп ҡарау ҙа, тормошта үҙ урыныңды тапмау, карьера эшләй алмау, буш ваҡыттың күплеге лә шопоголиклыҡҡа   сәбәп   булыуы     ихтимал.

Тәртибенә, үҙен тотошона ҡарап, ғалимдар шопоголиктарҙың төрҙәрен билдәләй:

   Аңлы шопоголик. Шопоголизм-дың бер насарлығын да күрмәй, махсус рәүештә күңел күтәреү, ыңғай эмоциялар алыу, стресс бөтөрөү өсөн магазиндар буйлап йөрөй.

   Уйламағанда эш итеүсе үҙен шопоголик тип һанамай. Магазинға ла әҙер исемлек менән бара. Шулай ҙа «ташламалы хаҡтар» тип яҙылған кәштәнән планлаштырылмаған әйберҙе  кәрзиненә  ырғытыуҙан

тыйыла алмай.

   Маҡсатһыҙ шопоголик. Аҡсаһының ҡайҙа китеүен дә, икенсе эш хаҡына тиклем нисек йәшәрен дә уйламай.

  Аңһыҙ шопоголик. Кәрәкле әйберҙе генә һатып ала, ләкин ул саманан тыш күп була. Ундайҙар «бер хаҡҡа ике әйбер!», «һатып алһаң – бүләк!» кеүек алымдарға һәм һары фонға ҡара менән яҙылған маркетинг хәйләләренә эләгеүсән, яңы бешкән бәлеш, икмәк еҫтәре лә уларҙы уйламаған аҙыҡ-түлек алырға мәжбүр итә.

   Ысын шопоголик. Нимә оҡшай – бөтәһен дә кәрзиненә һала.

«Бизнес һәм стратегик маркетинг академияһы» белгестәре әйтеүенсә, быға бөгөнгө тынғыһыҙ заман барлыҡҡа килтергән хәүефле уйҙар ҙа этәрә. Шул арҡала, ниндәйҙер әйбер алып ҡыуаныс кисереү кеүек, үҙ-үҙеңде һаҡлау механизмы барлыҡҡа килә. Шопоголиктарҙың файҙалы сифаттары ла бар. Улар тәү ҡараштан уҡ мамыҡты полиэстерҙан, синтетиканы йөндән айыра, моданың һуңғы яңылыҡтарын, ярлыҡтағы аңлашылмаған яҙыуҙарҙың, тамғаларҙың мәғәнәһен аңлай, штрих-кодтарҙы уҡый. Һәр саҡ әйберҙең эшләнеү һәм һаҡлау ваҡытын, составын тикшерә, осһоҙлата һатыуҙың ҡасан булырын белә.

Сумкаларында ташламалы хаҡҡа ала торған бер нисә картаһы була.

Күптәрҙе магазиндарҙа аҡса туҙҙырып йөрөүгә үҙеңде хәлле, проблемаһыҙ кеше итеп күрһәтеү теләге лә этәрә. Мода индустрияһы, нисек булһа ла күберәк һатып алыусы эләктерергә, тип янғанда, шопоголиктар – улар өсөн майлы киҫәк. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә уларҙың 60 проценттан артыуы арҡаһында интернет-сауҙа ла бермә-бер әүҙемләшә.

Бөгөн күп кенә шопоголиктар өйҙән сыҡмай, диванда ятып аҡса туҙҙыра. Бының өсөн уларға интернет-магазиндар, төрлө маркетплейстар, йәғни электрон баҙар иң ҡулайлыһы.

Социаль статусын күтәрергә теләүселәр Кристиан Диор, Версачи, Дольче Габбана кеүек брендлы әйберҙәр алырға тырыша. Әммә, иң модалы кейемдә йөрөп, ҡиммәтле     косметика ҡулланыусылар араһында ла кеше фатирында  йәшәүселәр ҙә, бурысҡа батыусылар ҙа осрай. Фанаттарҙы тағы ла нығыраҡ  ылыҡтырыу  өсөн  маркетологтар,   психологтар ҙа йоҡламай һәм иғтибарҙы йәлеп итерлек, сифаты, моделе юғары баһаланған нимәлер уйлап табыу өҫтөндә баш вата. Клиент магазинда оҙағыраҡ йөрөһөн өсөн тынысландырғыс талғын көй, яҡтыртҡыстар ҡуйыла, ял итеү, ҡапҡылап алыу урындары тәҡдим ителә. Ат хаҡына брендлы әйбер  алыуға һуңғы аҡсаңды тыҡҡансы, ябай ғына фабрикала, ниндәйҙер шөһрәтле исемдәре лә булмаған ғәҙәти тегенсенең кейемен алыу нимәһе менән насар һуң? Кеҫәһе ҡалындар ни өсөн бындай әйбергә түбәнһетеп ҡарай? Мәсьәләнең төбөнә төшһәң, шаҡ ҡатырырлыҡ нәмә лә юҡ. Ысын дизайн менән шартына килтереп тегелгән кейем – оҙайлы хеҙмәт, ижади уйланыу.

Бындай  моделдең  эскизын       төҙөү ҙә – мәшәҡәтле, яуаплы эш. Затлы әйберҙе ысын оҫта ғына тегә ала. Кейем әҙер булғас та, уны популяр һәм юғары кимәлле итеү өсөн моделдәргә, рекламаға күп аҡса сарыф ителә.

Сығымдар үҙен аҡларға тейеш, әлбиттә. Бында инде туҙмаҫлыҡ,  уңмаҫлыҡ һәм баһаһы, сифаты күптәргә таныш булған әйбер алып, башҡаларҙан айырылып торорға теләүселәрҙең ҡалын кеҫәһе ярҙамға килә. Кемдеңдер көсө, хеҙмәте менән уңыш яулаған әйберҙең әҙер эскизын тегеп, һатыуға сығарыуға күп аҡса китмәй. Сифаты һәм етештереүсеһе менән ҡалышыңҡырағанға ла, улар осһоҙораҡҡа һатыла. Ошо юлдарҙы яҙғанда таныш ирҙең һөйләгәне иҫкә төшә: «Хеҙмәт хаҡым ҙур. Ҡатыным да эшләй. Ғаилә дуҫтарыбыҙҙың икәүһенең алғаны минекенә лә етмәй, әммә уларҙың һәр саҡ аҡсаһы бар, ә беҙҙеке икенсе айға ҡалмай. Уларҙан алып торабыҙ. Минең ҡатында ҡыйбатлы косметика, сумка һәм кейем булһа ла, дуҫымдың ҡатыны ла бынамын итеп кейенә. Бер айырмаһы ла юҡ кеүек, шулай ҙа минең ҡатын, баҙарҙан йәки  ябай магазиндан  алынмаған, ә ҡиммәтле бренд, тип үҙ әйберен нығыраҡ маҡтай. Ҡыйбат булыу менәнме, хаҡы яҙылған ҡағыҙын киҫеп ташлай бит. Сифатына, кемдең тегеүенә ҡарамаҫтан, әҙерәк кейәсәк тә онотасаҡ. Бер шулай ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ҡатында – яңы шәшке тун, ә  әхирәтендә – һыуырҙан. Барыһы ла теге ҡатындың тунын шәшке тип уйлап, ҡасан бындай тун алдың, тип һорай. Минекенең кәйефе төштө, ҡайтҡас та, шәшкене һыуырҙан да айыра алмайҙар,  тип  уфтанды. Кемдер брендына түгел, мөмкинлегенә ҡарап әйбер һайлағанда, ни өсөн уның ҡыйбатлыһын алырға?! Тиңдәр эргәһендә тиң булырға кәрәк бит».

Әйткәндәй, аналитик күҙәтеү-ҙәрҙән күренеүенсә, халыҡтың 94 проценты үҙе ышанған, өйрәнгән брендын, фирмаһын башҡаларға ла тәҡдим итә. Төрлө компанияларға ошо ғына кәрәк тә, сөнки ташламалар менән генә һатып алыусыны ҡыҙыҡтырып булмауын яҡшы аңлайҙар, уларға кешенең ышанысына инеп, клиенттар даирәһен киңәйтеү мөһим.

Шулай ҙа  глобаль  маркетинг,     интернет-магазин етәкселәре белдереүенсә, пандемия осоро был өлкәгә лә  проблемалар  өҫтәгән.       Коронавирус арҡаһында күптәр үҙ донъяһына бикләнеп йәшәргә күнекте. Улар матур кейемдәргә лә, һоҡланыулы ҡараштарға ла мохтаж түгел, элекке кеүек магазиндар буйлап әйбер һайлау, уны тотоп, кейеп ҡарау менән дә ҡыҙыҡмай. Был осорҙа һатып алыуҙарҙан ситләшкәндәрҙең яңынан баҙарға ҡайтыуы ла икеле, ти аналитиктар. Әгәр маркетологтарға ышанһаҡ, бөгөн иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә яңғыҙаҡ һәм аскет ҡулланыусылар ҙа барлыҡҡа килгән һәм был да үҙенә күрә бер мода булып киткән. Берәү үлмәй, икенсеһе көн күрмәй, тигәндәй, бындайҙар заман гаджеттарының күплегенән, кешенең аралашыуҙан ҡасып үҙенә бикләнеүенән килеп сыҡҡан. Өйҙән сыҡмай ғына кафе-ресторандарға заказ биреүҙәр, төрлө курьер хеҙмәттәре күрһәтелеү ҙә маркетологтарҙың башын нығыраҡ эшләтергә мәжбүр итә. Бургер алырға ғына инеп, әллә күпме башҡа ризыҡтар ҙа тейәп сыҡҡан элекке клиенттарҙың өйҙән заказ эшләүе арҡаһында икенселәренең кеҫәһе йоҡара.

Аҡсаһына ҡарамай, шопоголиктар сауҙа үҙәктәрендә туғыҙ сәғәткә тиклем йөрөй ала. Ғәҙәттә, ундайҙарҙың кредиттары, бурыстары ла етерлек була. Һөйләшкәндә лә улар хәбәрҙе ошо темаға ярашлы сурыта: кем нимә кейгән, ниндәй яңы мода сыҡҡан, әйбер нисә һумға һатыла... Ғәҙәттә, әллә күпме пакет тотоп магазиндан сыҡҡас та, шопоголиктарҙың намыҫы уянып, айнып киткәндәй була, үҙҙәрен бер мәлгә ғәйепле итеп тоя башлай: етте, башҡа бер нәмә лә алмайым, был айҙа косметологка бармайым, шкафта кейелмәйенсә элеүле торған яңы блузкамды, күлдәгемде һатам, тигән уйҙар менән үҙен тынысландырырға тырыша. Әммә ғәйеп тойғолары бер-ике көндән юҡҡа сыға һәм: бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ, тип үҙен йыуатып ҡуя.

Автор:
Читайте нас