+30 °С
Болотло

Мостай Кәрим ижадында тол ҡатын архетипик образы. Роза Хөснуллина.

Архетиптар проблемаһы хәҙерге  гуманитар фәндәрҙә иң актуаль проблемаларҙан һанала. «Архетип» термины ике грек һүҙенән: arche – «начало» – «баш» и typos – «образец» – «өлгө» тигәнде аңлата, йәғни уның мәғәнәһен «тәү образ», «праформа», «башланғыс тип» тип аңлатырға була. «Архетиптар» – әҙәби телдең тәүге фондын тәшкил итеүсе образ һәм сюжеттарҙың башланғыс схемалары. Улар әҙәбиәттә ваҡыт үтеү менән әленән-әле ҡабатланып торған, үҙҙәренә хас айырым бер һыҙаттарға эйә булған ҡайһы бер образдар. Әҙәби әҫәрҙәрҙең билдәле геройҙары һәм миф персонаждары архетип образға әйләнеп китеүе мөмкин. Архетиптарҙы ике төргә бүлеп ҡарарға була: универсаль һәм милли. Улар гел динамикала, үҫештә бирелә. Бына ошо үҫеш-үҙгәреште күҙәтеү әҙәбиәтселәрҙең бурысы ул.  Бер үк образ һәр халыҡта төрлөсә булыуы мөмкин. Милли образ-архетиптар тураһында һүҙ йөрөткәндә, беҙ конкрет милли культураның менталь-психологик үҙенсәлеген күҙ уңында тотабыҙ. Ә милли культуралар менталь-философик яҡтан төрлө була.

Мостай Кәрим ижадында тол ҡатын архетипик образы. Роза Хөснуллина.Мостай Кәрим ижадында тол ҡатын архетипик образы. Роза Хөснуллина.
Мостай Кәрим ижадында тол ҡатын архетипик образы. Роза Хөснуллина.

Тол ҡатын архетибы (архетип вдовы) – универсаль (дөйөм кешелек) архетибы системаһына индерергә була. Ниндәй генә милләттән булмаһын, тол ҡатын образын күңелдәрендәге әйтеп биреп бөтә алмаҫлыҡ тәрән һағыш, ҡайғы берләштерә. Бөтә кешелектең халыҡ ижады ҡомартҡыларында, легенда, мифтарҙа, дини китаптарҙа тол ҡатын ҡыҙ хаҡында, уның яҙмышы тураһында бай мәғлүмәттәргә тап булырға мөмкин. Тол ҡатын архетибы төрлө халыҡ мифологияһында төрлөсә сағыла: ҡайһы бер милләт вәкилдәре уны изге тип һанай, ҡайһыһы, киреһенсә, ҡара көскә тиңләй. Һәр халыҡтың үҙ менталитетына тап килгән, үҙ сифаттарын сағылдырған, милли характерға эйә булған Тол ҡатын  архетибы бар. Һәр ваҡыттағыса, тол ҡатын архетибын фольклорҙа тикшереп ҡарайыҡ. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә: «Тол ҡатындың усағы төтәй», «Толдоң хәлен тол белер». Ышаныуҙарҙа: «Тол ҡатындар элек ҡарҙа тәгәрәп-тәгәрәп көсөргәнештән арынған», - тип яҙа фольклорсы Розалия Солтангәрәева. Йырҙарҙа: “Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып,// Хәсрәт арттырырга маташып”.  Әкиәттәрҙә: «Ай ҡыҙы Зөһрә», «Үгәй ҡыҙ Гөлбикә» әкиәттәрендә ир кеше тол ҡатынды ҡатынлыҡҡа ала. Был ҡатын әкиәттә яуыз, уҫал, ҡомһоҙ, ҡаты күңелле булып һүрәтләнә. Ғәйнә башҡорттарында Тол тигән ҙур йылғаларының исемен дә легенда аша аңлаталар. Бер ҡатындың ире шул йылға буйында вафат булып ҡала. Шунан ҡатын йылға буйына килә лә: “Һин мине тол иттең, үҙең дә Тол бул”, ти. Шунан йылғаны Тол тип атай башлайҙар. Шулай итеп, тол ҡатын архетибы фольлорҙа ла ике төрлө сағылыш таба – береһе – уҫал, яуыз ҡатын-ҡыҙҙы сағылдырһа, икенсеһе, ауыр һағышты күтәргән, әсе яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ. Уның уҫал булып китеүе лә шул ауыр тормошто үҙ иңендә күтәреүендәлер. Фольклорҙан тол ҡатын архетибы әҙәбиәткә трансформацияланып килеп ингән.

Тол ҡатын архетибы бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы әҙәби әҫәрҙәрҙә ҙур урынды алып тора. Ибраһим Абдуллиндың “Тол ҡатындар иламай” әҫәрендә сыҙамлыҡтың, сабырлыҡтың үҙе булып Әлфиә образы тора.  Кәтибә Кинйәбулатованың “Өмөт” шиғырында  тол еңгә ауыҙынан улар өсөн типик булған төшөнсәләр әйтелә: ул – өмөт, сабырлыҡ (“Сабырлыҡ. Сыңҡ итеп ҡала ла  һыҙлата, әрнетә ҡайғылы йөрәкте”).

Мостай Кәрим һуғыш хаҡындағы әҫәрҙәрендә йәмғиәтебеҙҙәге фажиғәле, ғибрәтле яҙмышҡа дусар булған, әммә рухы һынмаҫ көслө башҡорт тол ҡатын архетибын, бар тулылығында сағылдыра. Уның әҫәрҙәрендәге тол ҡатындар – милләтебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарының характерын, аһ-зарҙарын, көйөнөс-ынтылыштарын үҙенә һыйҙырған көслө архетипик образдар. Улар яҙмышын автор һәр ваҡыт Тыуған ер, Ватан төшөнсәләре менән тығыҙ бәйләй, был уларҙың холоҡ-ҡылығын ышандыр­ғыс, дәлилле асырға ярҙам итә. Йәшләй үк һуғыш арҡаһында тол ҡалып,  өмөт-хыялдары көйрәп янған,  яу афәттәренең шаһиты булыуҙан күңелдәрендә ауыр яралар йөрөткән, тәне, рухы имгәнгән, тыныс тормошта йән тыныслығы таба алмай яфаланған Тол ҡатындар архетибы яҡтыртыла. Һуғыш ҡазалары арҡаһында ирһеҙ, балаһыҙ, япа-яңғыҙ ғүмер кисерһә лә, рух бөйөклөгөн һаҡлаған  тол ҡатын образдары оло һөйөү,  айырым бер ихтирам менән һүрәтләнә.

Һуғыштан һуңғы осорҙо тасуирлаған «Ҡара һыуҙар» поэмаһы тол ҡатындарҙың эске кисерештәрен, яңғыҙлыҡ ғазабының тәрәнлеген  һүрәтләй.  Уларҙың ғүмерен ай-ҡояшһыҙ йәшәүгә, ҡараңғы тормошҡа тиңләй. Тол ҡалған ҡатынды автор сыҙамлыҡ менән ассоциациялай.

«Мин-сыҙамлыҡ.
          Сикһеҙ юлга сыҡҡан юлсымын,

 һағыш менән оҙаҡ еңештем мин

Хәҙер йонсоном!» – тигән һүҙҙәре ҡатындың сыҙамлы, ныҡлы рухлы булыуын асып та бирә, әммә «йонсоном» тиеүендә һуғыш арҡаһында тол ҡалған ҡатындарҙың бәхетһеҙлектәрен, яңғыҙлыҡтан миктәнгән булыуҙарын да күрһәтә. Шағир фажиғәле ваҡиғаларҙы һөйләп биргәс, яңғыҙ ҡатында яугирлыҡ һыҙаты сағыла. Ҡатын үҙенең яурынынан иҙәнгә шыуып төшкән лысма еүеш ҡара шәлен тапап китә. Был эпизод менән шағир тол ҡатындың ғорурлығын да,  ҡара ҡайғыһын онотоп-иҙеп үтергә тырышыуына  ишара ла яһағандай. Был күренеш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынң менталитеты менән дә бәйле.

З. Н. Рәхмәтуллина башҡорт ҡатын-ҡыҙ менталитетына хас түбәндәге һыҙаттарҙы билдәләй: яугирлыҡ, баҫалҡылыҡ, түҙемлек, ғорурлыҡ, туралыҡ.  Мостай Кәрим һүрәтләгән тол ҡатын характерында ла ошо менталь һыҙаттар сағылдырылып, тол ҡатын-ҡыҙ милли архетипҡа әүерелгән.

Ғөмүмән алғанда, тол ҡатын архетибын тыуҙырыусы Мостай Кәрим поэмаһында  йәшләй үк һуғыш арҡаһында тол ҡалып,  өмөт-хыялдары көйрәп янған,  яу афәттәренең шаһиты булыуҙан күңелдәрендә ауыр яралар йөрөткән, тәне, рухы имгәнгән, тыныс тормошта йән тыныслығы таба алмай яфаланған Тол ҡатын архетибы яҡтыртыла. Һуғыш ҡазалары арҡаһында ирһеҙ, балаһыҙ, япа-яңғыҙ ғүмер кисерһә лә, рух бөйөклөгөн һаҡлаған  тол ҡатын образы оло һөйөү,  айырым бер ихтирам менән һүрәтләнә.

М. Кәримдең һуғыштан һуңғы осор темаһына яҙылған тағы ла бер әҫәре -  «Айгөл иле» драмаһы – заманыбыҙҙың үткер проблемаларын, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, тоғролоҡ һәм ике йөҙлөлөк, хаҡлыҡ һәм ялғанлыҡ, әхлаҡи ныҡлыҡ һәм яраҡлашыусанлыҡ кеүек әхлаҡи-этик проблемаларын сағылдырыусы әҫәр булыуы менән бер рәттән үҙендә биш төрлө характерлы тол ҡатындың яҙмышын сағылдырыусы әҫәр булып тора.

Миңлекәй, Гөлсирә, Зәлифә, Банат образдары – дүртеһе лә  тол ҡатын. Һәр береһе бутамаҫлыҡ колоритлы тол ҡатын образдарын тыуҙыралар. Мостай  Кәрим тол ҡатын архетиптарының контрасын көсәйтеү маҡсатында дүрт төрлө характер һайлаған. Уларҙың һәр ҡайһыһын айырым ҡарап үтәйек.

Банат көслө тол ҡатын архетибын кәүҙәләндерә, уның көсө ташып тора. Исеме лә уның есеменә тап килә.  Һыҡтап йә булмаһа аптырап, юлдан тайпылыр ҡатын түгел ул. Унда тормошто күпте күргәнлек, хис-тойғоларҙың ҡатмарлығы һәм тормошҡа дәғүәһе лә урын ала. Сөнки герой заманға тура ҡарарлыҡ, яҙмыш һынауҙарын үҙ иңендә илтерлек көс туплаған.  Тол ҡатындың күңел донъяһы таш диуар менән уратып алынған кеүек. Әммә шундай көсөргәнешле драматик ситуацияларҙа тол ҡатындың   тойғо-хистәр ташҡынын, уй-кисерештәрен тәрәндән тотоп алыу мөмкинлеге лә бар. Ул характерының көслө яҡтары менән М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһынан Тәңкәбикә образына ауаздаш.

Драмала башҡорт ҡатын-ҡыҙы менталитетына тап килеп торған йәнә бер образ-архетип бар. Ул  - Зәлифә образы. Тормоштоң бөтә ауырлығын бер үҙе күтәргән талапсан, ләкин ғәжәп ғәҙел холоҡло, ир йөрәкле ҡатын. Автор, уның холоҡ-ҡылығын характерлап, һәр саҡ көслө ихтыярлы булыуына баҫым яһай, Зәлифә – Зөлхәбирәнең иң яҡын әхирәте. Ул инде һәр күренешкә тәнҡит күҙлегенән ҡарай, аҡыллы һығымталар яһарға ынтыла.

Өсөснсө тол ҡатын архетикик образы Гөлсирә драмала бик йомшаҡ күңелле, баҫалҡы, хисле булып һынлана. Был образ Тол ҡатын архетибын тыуҙырыуҙа үҙ мәғәнәһен бирә, үҙ буяуҙарын өҫтәй. Йомшаҡ күңелле тол ҡатын архетибын кәүҙәләндерә. Бындай архетип “Ай тотолған төндә” трагедияһынан Шәфәҡ образын хәтергә төшөрә. Шундай уҡ йомшаҡ тәбиғәтле, наҙлы булыуы яғынан был архетиптар бер юҫыҡта яталар.

Дүртенсе тол ҡатын Миңлекәйҙең характер һыҙаттарында  бер аҙ йомшаҡлыҡ та, шул уҡ ваҡытта әсе теллелек тә бер ни тиклем төҫмөрләнә. Юҡҡа ғынамы ни ул: «Тел үҙебеҙҙеке. Кәрәк саҡта ут сәсәбеҙ, кәрәк саҡта боҙ ялайбыҙ», –тимәй.  

Драмала тол ҡатындарҙың характер һыҙаттарын, рухи донъяларын асыуҙа эске монолог һәм диалог ҙур урын тота. Көсөргәнешле уйҙар ағышын сағылдырған эске монологтар образдарҙың рухи донъяһын аса.

Әҫәрҙә тол ҡатындар ниндәй генә ҡыйынлыҡтар үтмәһен, һынауҙар кисермәһен, Ватанға тоғро ҡалғандар, рухтары һынмаған. Аслыҡтан интекһәләр ҙә, өшөп-туңһалар ҙа, көстәрен йәлләмәй, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергәндәр. Драмала һуғышта ирен юғалтҡан тағы ла бер образ бар. Ул - Зөлхәбирә. Ире Сабирҙы эҙләп сығып китеп, дошманға пленға эләккән, концлагерҙа яфа сиккән, тотҡонлоҡтан ҡасып, артабан Карло Пиккионы осратып, уға кейәүгә сығып, сит илдә йәшәгәнен әхирәттәренә һөйләп бирә. Тол ҡатындар әхирәттәренән ишеткәндәренән бер аҙға өнһөҙ ҡалалар. Шулай итеп, Зөлхәбирә лә үҙ иңендә һуғыштың бөтә һыҙланыуҙарын кисергән тол ҡатындар плеядаһын тулыландырған  образ-архетип.

 Мостай Кәримгә тол ҡатын архетибының уй-хистәр донъяһына үтеп инеү, уның психологияһын асып инеү хас. Автор тол ҡатындарҙың әсенеүе көслө, әрнеүенең тәрән булыуын Банаттың һүҙҙәрендә сағылдыра. Ирҙәрен Бөйөк Ватан һуғышына оҙатып, улар әйләнеп ҡайтмағас, ирҙәрен тоғро көткән ҡатындарга был мәңгелек йөрәк яраһы булып ҡала. Драмала тол ҡатын яҙмыштары дәүер һулышы менән бергә ҡушылып, бергә үрелеп бирелә.  Биш әхирәт йөҙөндә Бөйөк Ватан һуғышында тол ҡалған  ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмышы күҙ алдына баҫа. Тол ҡатындарҙың яҙмышы дөйөмләштерелә.Ошо тол ҡатындар яҙмышында бөтә ил яҙмышы һынлана, үҙенсәлекле тол ҡатын образ-архетибы барлыҡҡа килә.

Шулай итеп, Тол ҡатын архетибын тәрәнерәк асыу, уларҙың хис-тойғоларын, күңел кисерештәрен сағыу яҡтыртыу маҡсатында автор «Айгөл иле» драмаһында төрлө характерға эйә булған тол ҡатындарҙы һүрәтләгән. Тол ҡатын архетибының күңел донъяһын, ынтылышын, ысын йөҙөн асырға ярҙам итә. Ошо биш тол ҡатындың:  Банаттың көслө рухы, саялығы,   ҡырҡыулығы; Зәлифәнең талапсанлығы, ғәҙеллеге, көслө ихтыяры; Гөлсирәнең йомшаҡ күңеллелеге, баҫалҡылығы, хислелеге;  Миңлекәйҙең әсе теллелеге, Зөлхәбирәнең саялығы, батырлығы, түҙемлелеге дөйөм башҡорт Тол ҡатын-ҡыҙҙарының архетибын тыуҙыра. Ғөмүмән, Мостай Кәрим бөгөнгө заманда ғына түгел, ә кешелек донъяһының төрлө осорҙары өсөн  хас булған  образ-архетипты – тол ҡатындар образ-архетибын аса алған. Уның әҫәрҙәрендәге һуғыш әфәте тыуҙырған драматизм, трагизм тулы кисерештәр донъяһы, әрнеүле уй-фекерҙәр теҙмәһе – барыһы ла башҡорт әҙәбиәтендә  Тол ҡатын архетибын тулыландыра, яңы яҡтарын асыуға тос өлөш индерә.

М. Кәримдең тарих төпкөлөн айҡаған «Ай тотоған төндә» трагедияһы тол ҡатын яҙмышын йола-ҡанундарында сағылдырған әҫәр булып сығыш яһай. Трагедия тол ҡатын һәм ырыу мөнәсәбәттәрен тәрән анализлау, уны әхлаҡ проблемаһы менән тығыҙ берлектә яҡтыртыу яғынан әһәмиәтле. Әҫәрҙә тол ҡатын архетибын Шәфәҡ һәм Тәңкәбикә образдары тыуҙыра. Ике тол ҡатын, әммә ике төрлө яҙмыш. Ике Тол ҡатын архетибы бер-береһен ҡабатламаҫ үҙенсәлектәре бай булған бөтөн образдар дәрәжәһенә еткерелә. Әйтеп үтергә кәрәк, Тәңкәбикә ҡырҡ йәшендә тол ҡалған ҡатын. Әммә ул бей ҡатыны булғанлыҡтан, ире үлгәс, ырыу менән идара итеү уның иңенә төшә һәм ул ҡаты ҡуллы уҫал байбисә булып китә. Тәңкәбикәне ысынбарлыҡҡа аналитик ҡараш, кешелеклелек һәм талапсанлыҡ һыҙаттары билдәләй. Уның телмәрендә ҡанға һеңгән йәшәү, әхлаҡ ҡағиҙәләрен ҡанун дәрәжәһенә күтәреү һәләтенә эйә булған мәҡәл һәм әйтемдәр бик йыш ҡулланыла. Тәңкәбикә ҡаты һүҙле, ҡырыҫ, уның хис-тойғолары таш диуар менән уратып алынған кеүек. Билдәле, үрҙә телгә алынған бейлек вазифаһын – ифрат яуаплы бурысты атҡарыр өсөн героиняның шәхес булып өлгөрөүе, ил, халыҡ проблемалары тәңгәлендә һүҙ йөрөтөрлөк аҡылы булыуы зарури. Шуға ла Тәңкәбикә әсә һәм бей бисәһе булараҡ та һынланып, иң үткер күҙ – уның күҙе, уның ҡолағы иң зирәк ҡолаҡ, уның йөрәге – иң һиҙгер йөрәк, тигән һығымтаға килтерә. Тәңкәбикә әҙәбиәттә бар тол ҡатындар образдары араһында көслөрәк, фажиғәлерәк Тол ҡатыны архетибын барлыҡҡа килтерә. «Беҙҙең хөкөмөбөҙ ҙә, хакимыбыҙ ҙа быуындан быуынға күсеп килгән йола, балам. Унан уҙып һис ни ҡыла алмайбыҙ». Тәңкәбикәнең был һүҙҙәрендә халыҡтың быуындан быуынға күсә килгән мораль-этик ҡараштары һәм нормалары ролен күрһәтеүгә лә баҫым яһалған. Аҡйегет менән Зөбәржәттең яҙмышын Тәңкәбикә аҡһаҡалдарға тапшыра. Әҫәрҙә Тол ҡатын архетибын кәүҙәләндереүсе – Тәңкәбикә образы бөтә трагедияға йәм биреп тороусы образ. Ул һәр уҡыусы күңелендә төрлө тәъҫораттар уята, уның әйткән һәр һүҙе, һәр өгөт-нәсихәте фәһемле. Хәрәкәтенән олпатлыҡ, һүҙенән хикмәтлелек аңҡып торған Тәңкәбикә образында халыҡтың быуаттар буйына йыйыла килгән тәжрибәһе, тәрән аҡылы туплап бирелә. Был образ менән халыҡтың үткәндәге тамырҙары ла, йәшәүҙең йолаларын, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре еткерелә. Тәңкәбикә – әҫәрҙең үҙәген тәшкил итеүсе көслө тол ҡатын образы.

Тәңкәбикә Шәфәҡ килененә улы Аҡйегеткә кейәүгә сығырға тейешлеге хаҡында хәбәр иткәс, Шәфәҡ ҡырҡа ҡаршы сыға. Бәлә-ҡаза, афәт тыуҙырған драматизм, трагизм тулы кисерештәр донъяһы, әрнеүле уй-фекерҙәр теҙмәһе – барыһы ла тол ҡатын образын тулыландыра, яңы яҡтарын асыуға тос өлөш индерә. Әммә был йола тәҡдир итеп кенә, күндәм ҡабул ителмәй. Шәфәҡ һөйөшөп тә ҡауыша алмаған йәндәр өсөн өҙгөләнә. Улар бәхетһеҙлегендә хатта үҙен ғәйепле һанай. Әммә Шәфәҡ ҡатын-ҡыҙ. Ул хатта яҙмыш ҡушыуын күнергә лә, Аҡйегет ҡосағына һыйынырға ла бер аҙ өмөтө барлығы күренә. Шәфәҡ һүҙҙәрендә бер аҙ ғына үпкә лә сағылып киткәндәй. Тол ҡалған ҡатындың ниндәйҙер наҙға, ышыҡҡа һыуһағаны тойола. Тол ҡатын архетибына яңы буяуҙар өҫтәүсе Шәфәҡ тәрән психологик кисерештәрҙе, эске ғазаптарҙы, һыҙланыуҙарҙы белдереүсе тол ҡатын образы ла, ҡатын-ҡыҙҙар тормошондағы драматик мәлдәрҙе һынландырыусы көслө символ да булып һынлана. Шәфәҡтең һүҙҙәрендә быуындан быуынға, өләсәйҙән әсәйгә, әсәйҙән ҡыҙға күсә, тапшырыла килгән аҡыл: ирҙе ир итеү, хөрмәтләү, бары шул юл менән генә тормошоңдо бөтөн итеү тойғоһо һалынған икәне күренеп ҡала. Автор уға кешелекле, изге йән кеүек үҙенсәлектәр бирә. Ошондай образдар ярҙамында әҫәрҙә бөтә донъя, бөтә кешелек өсөн әһәмиәтле проблемаларҙы дөйөмләштереү бурысын ҡуйған. Шәфәҡ – шул осорҙоң тол ҡатындар яҙмышын сағылдырған, тулайым картина тыуҙырған архетип.

 Тәңкәбикә һәм Шәфәҡ йәмғиәттең, дәрәжәләрҙең уртаға бүленеүен, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирекһеҙлеген, йола ҡанундарына бойһоноп йәшәрә тейешле зат булыуҙарын асып бирә. Ике Тол ҡатын архетибы психологик анализды үҙләштереү, хис-тойғоларҙы үтә тәрән нескәлектәрҙә һүрәтләү, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын конкрет-тарихи һыҙаттарҙа ҡылыҡһырлауҙы үҙ эсенә ала. Ике тол ҡатын образының яҙмышы халыҡ һәм ырыу яҙмышы фонында формалаша һәм хәл ителә. Тәңкәбикә ил хәстәренә, халыҡ хәстәренә күмелгән. Ире үлгәндән һуң Тәңкәбикә өсөн ырыу уның һөйөнөсөнә һәм көйөнөсөнә әйләнгән. Тәңкәбикә һәм Шәфәҡ халыҡсан характер, бай милли колоритты тәшкил итеүҙәре менән һоҡландыра. Ике тол ҡатын да трагик яҙмышлы.

Шулай итеп, «Ай тотолған төндә» әҫәрендә ике төрлө характерлы тол ҡатын образы һыҙатлана. Беренсеһе әҫәрҙең үҙәген тәшкил итеүсе көслө тол ҡатын – Тәңкәбикә. Ул – ырыу башлығы, көслө рухлы, ғорур тол ҡатын. Тәңкәбикә – йәшлегендәге хатаһы өсөн, ғүмер буйы ғазап кисереп йәшәгән, ырыу мәнфәғәттәрен, йола ҡанундарын уйлап, үҙ балаларын бәхетһеҙлеккә эткән трагик яҙмышлы тол ҡатын. Икенсеһе – Шәфәҡ образы. Автор әҫәрендә был геройҙы үҙенең кешелеклеге, изгелеге, йылы күңеле менән ул ерҙә йәшәгән фәрештә рәүешендә сағылдырған.

Дөйөмләштереп әйткәндә, Мостай Кәрим үҙенең әҫәрҙәрендә тол ҡатын-ҡыҙ архетибына таянып, кешелектең ҡатмарлы мөнәсәбәттәрен төрлө драматик ситуацияларҙа асып биреүгә өлгәшә. Кешелек донъяһының ҡатмарлы хис-тойғоларын сағыу архетип образ аша асып бирә. Мәҡәләлә ҡарап үтелгән боронғо осор тол ҡатын-ҡыҙҙары – «Ай тотолған төндә» трагедияһынан – Тәңкәбикә, Шәфәҡ, Бөйөк Ватан һуғышы тол ҡатындары – «Айгөл иле»нән – Миңлекәй, Зәлифә, Банат, Гөлсирә, Зөлхәбирә, «Ҡара һыуҙар» поэмаһындағы – яңғыҙ ҡатын, һәр береһе иҫ киткес ҡабатланмаҫ образдар булып көслө рухлы, сабыр холоҡло, ғорур тол башҡорт ҡатын-ҡыҙы архетибын тыуҙырҙылар. Төрлө осор вәкилдәре булыуҙарына ҡарамаҫтан, был образдарҙы фажиғәле яҙмыш, йөрәктәге тәрән ҡайғы, рух ныҡлығы берләштерә. Тол ҡатын архетипик образы әҫәрҙәргә тәрән психологизм өҫтәй, уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, уйландырырға мәжбүр итә.

Әҙәбиәт

  1. Башҡорт әҙәбиәтенең рухи тамырҙары: монография/ Л. Р. Зиннәтуллина, Р. Д. Хөснуллина. – Өфө: БДУ-ның РНҮ, 2014. – 62-100-сө биттәр.
  2. Билалова Д.Н. Анализ морфемной структуры научно-технических терминов на примере английского языка. В сборнике: Филологические открытия. Сборник научных статей VII Международной научно-методической конференции. Ответственный редактор Н.В. Беляева. 2019. С. 16-18.
  3. Муллағолова Ә.М., Зиннәтуллина Л.Р., Хөснуллина Р.Д. Башҡорт әҙәбиәтенең рухи тамырҙары: монография. – Өфө: БДУ-ның РНҮ, 2014. – 105 б.
  4. Кильмухаметов Т. А. Драматургия Мустая Карима. – Уфа: Башк. кн. изд-во, 1979. – 221 с.
  5. Кәрим М.С. Әҫәрҙәр. Том III: пьесалар, либретто. – Өфө: Китап, 2012. – 608 б.
  6. Мелетинский Е. М. О литературных архетипах. –  М.: Наука, 1994. – С. 384.
  7. Рахматуллина З. Н. Особенности формирования и основные   черты  менталитета башкирского       народа:      автореф.  дис. канд. филос. наук:     01.11. – Уфа, 2001.  – С. 320.
  8. Юнг К. Г. Архетип и  символ. – М.: Ренессанс, 1991. – С. 145.
  9. Хөсәйенов Ғ. Б. Мостай Кәрим: шәхес, шағир, драматург, прозаик. – Өфө: Китап, 1994. – 202 б.
  10. Хөснуллина Р.Д. М. Кәримдең “Айгөл иле” драмаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙы менталитетын сағылдырыусы тол ҡатын архетибы // Күп мәҙәниәтле арауыҡта тел һәм әҙәбиәт: хәҙерге торошо һәм үҫеш перспективалары. Сборник материалов Международной научно-практической конференции, посвященной 85-летию со дня рождения доктора филологических наук, профессора, академика Академии наук Республики Башкортостан, Заслуженного деятеля науки Республики Башкортостан, Почетного работника высшего профессионального образования Российской Федерации Марата Валиевича Зайнуллина. Ответственный редактор Г.Р. Абдуллина. 2020. С. 483-488.
  11. Хуснуллина Р.Д. Архетип вдовы, отражающий верность и терпение в поэме Мустая Карима “Черные воды” // Современная филология: проблемы и перспективы.Материалы Международной научно-практической конференции, посвященной Году башкирского языка, 85-летию со дня рождения доктора филологических наук, профессора, академика АН РБ З.Г. Ураксина и 85-летию со дня рождения доктора филологических наук, профессора, академика АН РБ М.В. Зайнуллина. С. 413-416.

 

 

 

 

 

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас