+30 °С
Болотло

‼Ил төкөрһә, күл була. Ярҙам итәйек!

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тигәндәр.   Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында йәшәүсе оло йәштәге Рафаэль менән Гөләндәм Буранбаевтарҙың күҙ асып йомған арала йорт-ҡуралары янып көлгә ҡалды.

‼Ил төкөрһә, күл була. Ярҙам итәйек!‼Ил төкөрһә, күл була. Ярҙам итәйек!
‼Ил төкөрһә, күл була. Ярҙам итәйек!

Буранбаевтар район, ауыл тормошонда әүҙем ҡайнап йәшәгән өлгөлө ғаилә. Өлкән улдары үҙ теләге менән МХО-ла хәрби бурысын үтәй. Гөләндәм Хәбибрахман ҡыҙы оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡты, Рафаэль Дәүләтҡол улы ауыл хужалығы колледжында уҡытыусы булып эшләне.

 

Яугирҙарға селтәр үреүҙе лә, ауыл мәсетендә дини эшмәкәрлекте ойошторған, ауылдаштарын дөрөҫ юлға өндәгән, һәр кемеһенә ярҙам ҡулын һуҙған хөрмәтле кеше ул. Бәләкәй генә бер миҫал: бер йылды ҡышын Яңы Собханғол буйлап һыу туңды, колонкалар ваҡытлыса эштән сыҡты. Рафаэль Дәүләтҡол улы улы Салауат менән көнө буйы ауыл халҡы һыуһыҙ ҡалмаһын өсөн тырыштылар.

Битараф булмаған һәр кемде хәленән килгәнсе ярҙам ҡулын һуҙырға саҡырабыҙ!
Мәғлүмәтте таратыуҙа ла ярҙам итһәгеҙсе!
Аҡсаны Гөләндәм Хәбибрахман ҡыҙы исеменә +7 963 143-99-46 номеры аша Сбер картаһына күсерергә мөмкин.

Шулай уҡ Бөрйән районы ғаилә үҙәге кейем-һалым, постель, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын йыйыу иғлан иткән.

 

Әйберҙәрҙе Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30-сы йорт, 8-се кабинет (Ғаилә хеҙмәте) килтерергә була.
Эш сәғәттәре: 09:00-17:00.

Белешмә өсөн телефон: 8-347-55-3-66-74.

Автор:
Читайте нас