

17 июнь – Ай Меркурий менән көсөргәнешле аспектҡа ингән көн, был һыу билдәләрендә (Ҡыҫала, Саян, Балыҡ) эмоциональ тотороҡһоҙлоҡ тыуҙырыуы ихтимал. Әммә ут һәм һауа билдәләре (Ҡуҙы, Игеҙәк, Арыҫлан, Үлсәү, Уҡсы, Һыуғояр) аралашыу һәм яңы башланғыстар өсөн ҡеүәтле энергия заряды аласаҡ.
Ер билдәләре (Буға, Ҡыҙ, Кәзә) финанс йәһәтенән һаҡ булырға тейеш, әммә уларҙың практиклығы хаталарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк. Был көндө төп кәңәш - импульстарға бирешмәү һәм ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәү.
Ҡуҙы (21.03 – 19.04) Бөгөн эске тигеҙлекте һаҡлау мөһим. Тәнҡитселәр уны рәнйетергә мөмкин, әммә уны йөрәккә яҡын ҡабул итергә ярамай. Көнөгөҙ уңайлы булһын, эшегеҙ уңышлы булһын.
Буға (20.04 – 20.05) Финанс планлаштырыу һәм отошло һатып алыуҙар өсөн идеаль көн. Һеҙҙең тыныслығығыҙ һәм тактикағыҙ кәрәкле кешеләр менән килешеү төҙөргә ярҙам итәсәк — мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Игеҙәктәр (21.05-20.06) Көн бик матур, ләкин артыҡ көсөргәнешһеҙ үтәсәк. Шәхси тормошта һәм карьерала ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр булыуы мөмкин. Шунда уҡ ҡарар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ. Ыңғай һәм кире яҡтарын ныҡлап уйлағыҙ.
Ҡыҫала (21.06-22.07) Өйгә һәм яҡындарығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Хис-тойғолар һикерергә мөмкин, әммә ғаиләләге матур аралашыуҙар тынысландырыр. Етди һөйләшеүҙәрҙән ҡасығыҙ - аңлашылмаусанлыҡ хәүефе бар.
Арыҫлан (23.07-22.08) Бәхәскә инмәгеҙ! Энергияны контролдә тота алған эштәргә йүнәлтеү яҡшыраҡ. Дуҫтар менән осрашыу һәм ҡыҫҡа сәфәрҙәр өсөн яҡшы көн.
Ҡыҙ (23.08-22.09) Финанс һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә ваҡыт. Планлаштырылмаған сығымдар булыуы ихтимал. Кис ял итегеҙ, хатта бер аҙ үҙгәрештәр ҙә файҙаға буласаҡ.
Үлсәү (23.09 – 22.10) Эштәрҙе кисектереп тормағыҙ! Бөгөн һеҙ ҙур күләмдә мәғлүмәт менән эш итерһегеҙ. Иң мөһиме-көсөгөҙҙө һаҡлағыҙ. Эргә-тирәләрегеҙҙәге кешеләрҙең ярҙамы көс өҫтәр.
Саян (23.10-21.11) Интуицияға ышанығыҙ, ул һынатмаясаҡ! Бигерәк тә логика көсһөҙ булған осраҡтарҙа. Нервыларҙы һаҡлағыҙ - бөтәһенә лә бер юлы яуап бирергә кәрәкмәй.
Уҡсы (22.11 – 21.12) Аралашыу һәм белем алыу өсөн бик шәп көн! Күңелгә ятышлы осрашыуҙар булыуы ихтимал. Деталдәргә иғтибарлы булығыҙ, улар төп булып сығыуы ихтимал.
Ылаҡ (22.12-19.01) Эш ғәҙәттәгенән күберәк көс талап итә. Үҙегеҙҙе онотмағыҙ һәм артыҡ мәшәҡәтләнмәгеҙ. Киске ял балансты тергеҙәсәк.
Һыуғояр (20.01 – 18.02) Бәйләнеш булдырырға ваҡыт! Һеҙ көтөлмәгән сығанаҡтан ярҙам аласаҡһығыҙ. Ярҙам һорарға ҡурҡмағыҙ..
Балыҡ (19.02 – 20.03) Яңы эштәрҙе башлауға ҡарағанда, иҫке эштәрҙе тамамлау яҡшыраҡ. Шәхси тормошоғоҙҙа асыҡтан — асыҡ һөйләшеүҙәр мөмкин, ихлас булығыҙ!
17 июнь-мөмкинлектәр һәм һынауҙар көнө. Кемдер үҙ бәхетен аралашыуҙа таба, ә кемдер эмоциялар менән һаҡ булырға тейеш.
Иң мөһиме — үҙеңде һәм йондоҙҙарҙы тыңлау! Беҙҙең йондоҙнамәне уҡығыҙ һәм Ғаләм менән гармонияла булығыҙ!