

Салауат районында Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды. Һәйкәл Өфөнөң иҫтәлекле урыны булған һәм тиҙҙән реставрацияға ебәреләсәк һәйкәлдең күсермәһе булып тора. Монументта " Салауат Юлаев (1754-1800) — башҡорт халҡының милли геройы" тигән яҙыу менән таҡтаташ ҡуйылған.
"Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Ул Салауат районына ингән ерҙә ҡуйылған. Салауат Юлаев - республикабыҙ символы, хәтеребеҙҙә ул мәңгегә хоҡуҡ һәм азатлыҡ өсөн көрәшсе булып ҡаласаҡ. Яҡташыбыҙҙың рухы беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәһен һәм тыуған ил хаҡына изге эштәр башҡарырға рухландырһын!- тип яҙҙы район башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Әйткәндәй, шунда уҡ «Салауат йыйыны-2025» республика фольклор байрамы үтте. Быйыл ул бөйөк башҡорт геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға арналды.
Мәғлүмәт һәм фото "Шоңҡар" журналы сайтынан.