+30 °С
Облачно

Минең әсәйем. Йәшәү йырым. Нур Дауытов, композитор.

...Ҡартатайым әсәйемә иҫ киткес матур Мотаһира тигән исем ҡушҡан. Ғәрәп теленән ул – «изге ҡатын»ды  аңлата. Ысынлап та, әсәйем ғәжәйеп изге зат ине. Бар булмышынан тик яҡтылыҡ, игелек, итәғәтлек ипкен-дәре, ап-аҡ һылыу йөҙөнән илаһи нур бөркөлөп торған ҡәҙерлем ғүмере-нең һуңғы көндәренә ҡәҙәр үҙ аҡылында, үҙ аяғында булды. Күркәм холоҡло әсәйемдең йәне йәннәттәлер, тием. Ике ҡыҙҙан һуң тыуған төпсөк малай булараҡ, ул мине ғүмере буйы  ел-ямғыр тейҙермәй, ҡурсаланы, һаҡланы. Өҙҙөрөп гармун тартҡанда башым да күренмәгән бәләкәс кенә буйлы мине ун йәшемдә Өфө музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернатына (хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты) уҡырға бирҙеләр. Йылы ҡуйынынан кинйәтәүен алыҫҡа ебәреү әсәйем өсөн ауырға тура килгәндер, ул Бәләбәй – Өфө араһын йыш тапаны, һағынып килеп етә торғайны.

Минең әсәйем. Йәшәү йырым. Нур Дауытов, композитор.Минең әсәйем. Йәшәү йырым. Нур Дауытов, композитор.
Минең әсәйем. Йәшәү йырым. Нур Дауытов, композитор.

Әсәйем һылыу ҡыҙ булып үҫеп еткәс, атайыма, Бәләбәй районы Яңы Сарай ауылы егете Әсғәт Исмәғил улына, кейәүгә сыға. Улар бик матур, татыу йәшәне, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ 54 кенә йәшендә вафат булды. Йәшләй генә яңғыҙ ҡалған  әсәйем башҡа тормошҡа сыҡманы, күпләп эре мал тотто, һарыҡ үрсетте, ҡош-ҡорттан өҙөлмәне. Оҙаҡ йылдар ауылыбыҙҙағы Бәләбәй көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатының филиалында эшләне ул, һатыусы ла булды. Кешелекле әсәйемде барыһы ла хөрмәт итте, яратты, ауылдың яртыһы урыҫ милләтенән булыуға ҡарамаҫтан, улар ҙа тетя Маруся тип өҙөлөп кенә торҙо. Бәйләү-тегеүгә, бешеренеү-төшөрөнөүгә оҫта ине ҡәҙерлем. Минең тел осомда һаман да уның «бәрәңге кәкреһе» тәме һаҡлана. Табаға туң май һалып, ике кәкре бәлеште урынлаштырып, өҫтөнә әнис һибеп, мейескә ултыртыуы була, ауыҙ һыуың ҡорорлоҡ тәмле еҫ тарала тирә-яҡҡа! Яраштырған аштары ла, бәлеш-көлсәләре лә тел йоторлоҡ ине. Күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән ойоҡбаштары ғаиләбеҙҙең һәр ағзаһын йылытты. Һағындыра әсәй, юҡһындыра! Бөгөн, үҙем дә шаҡтай олоғая төшөп,  йәшәлгән ғүмерем түбәһенән үткәндәргә бағам да, әсәйемде аҙ иркәләгәнмен, аҙ ҡосаҡ-лағанмын, иғтибарымды үтә лә аҙ бүлгәнмен, тип уйланам. Һәм ул үкенестәр йөрәкте өҙә, һағышҡа сорнай, иҫкә төшә лә бәғер итен телә.

Моңсол булды әсәйем, ҡулына күҙҙәр эйәрмәгән атайымдың  гармунына ҡушылып, табындарҙа һирәкләп  башҡорт халыҡ йырҙарының бөгөлдәрен иҫ киткес оҫта итеп, урыны-еренә еткереп башҡарҙы! Ә тауышы шул тиклем саф, таҙа. Яратҡан йыры «Гөлъямал» булды, татар халыҡ йыры «Баламишкин»ды ла оло кинәнес менән яңғыратыр ине. Ғәрәп телен белде, Ҡөрьәнде уҡыны. Изге китапты һыу кеүек эскән әсәйем, кеше рәнйетеүҙән ҡурҡығыҙ, гонаһлы булмағыҙ, тип өйрәтте.

Автор:
Читайте нас