

Был хаҡта төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
"Элек һәр ҡатын-ҡыҙ консультацияһы карталарҙың үҙ формаларын ҡулланған, был “Бала табыу йорто”на инеүҙә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған.
Хәҙер беҙҙә бөтә йөклө ҡатындар өсөн берҙәм “Йөклөлөк тураһында карта”лар бар.
Картаны төҙөүҙә табиптар һәм буласаҡ әсәйҙәр ҡатнаша.
Беҙ бөтә нескәлектәрҙе лә иҫәпкә алдыҡ, һөҙөмтәлә, уңайлы һәм файҙалы карта булдырылды. Унда бөтә мәғлүмәт башҡорт теленә тәржемә ителгән", - тиелә ведомство белдереүендә.
Өҫтәп әйтергә кәрәк, картала файҙалы мәғлүмәт күп. QR-кодтар аша йөклөләр мәктәбенә һылтанмалар, социаль түләүҙәр тураһында мәғлүмәттәр алырға, шулай уҡ субсидиялар калькуляторы ярҙамында мөмкин булған түләүҙәрҙе иҫәпләргә мөмкин.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда етем балаларға түләүҙәр 16,6 процентҡа артасаҡ.
Мәғлүмәт һәм фото "Башинформ" сайтынан.