+30 °С
Болотло

Бушлай ер участкаһы бирелә

Ағиҙел ҡалаһында 2025 йылдың 1 июненән балаһы тыуған ғаиләләргә шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы бүленә. Был хаҡта социаль селтәрҙә ҡала мэры Денис Ирназаров һөйләне.

Бушлай ер участкаһы биреләБушлай ер участкаһы бирелә
Бушлай ер участкаһы бирелә

Ағиҙелдә даими теркәлгән кешеләр льготаға иҫәп тота ала. Шулай уҡ урындағы ЗАГС-тарҙа сабыйҙар ҙа теркәлергә тейеш. Ер алыу өсөн ир менән ҡатындың паспорттарының күсермәләре, бала тыуыу тураһында таныҡлыҡтар, сығымдарҙы ҡаплау өсөн ғариза һәм аукционда ер участкаһын һатып алыуҙы раҫлаған документтар талап ителә.

 

Программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте +7 (347-31) 2-82-15 телефоны буйынса йәки Ағиҙел, Сәскә бульвары, 2 (каб. 201а).

Башҡортостанда 2025 йылда балалы ғаиләләргә нимә һалыныуы тураһында «Башинформ» лонгридында уҡығыҙ.

 

Мәғлүмәт һәм фото "Башинформ" сайтынан

Автор:
Читайте нас