+30 °С
Болотло

Өфөлә һыу инеү урындары әҙерләнә

Пляж биләмәләрендә водолаздар эшләй. Улар һыу төбөн тикшерә, халыҡ өсөн хәүеф тыуҙырған әйберҙәр ярға сығарыла.

Өфөлә һыу инеү урындары әҙерләнәӨфөлә һыу инеү урындары әҙерләнә
Өфөлә һыу инеү урындары әҙерләнә

Өфөлә шулай уҡ йөҙөүсе-ҡотҡарыусылар күнекмә уҙғара, тип хәбәр итәләр Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан. Улар рәсми пляждарҙа дежур итәсәк. Һыу инеү миҙгеле июндә башлана. 

Рәхәтләнеп һыу инеү өсөн һыу инеү костюмдарын, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләй башлағыҙ.

 

Мәғлүмәт Башҡортостан юлдаш телевидениеһяның "Яңылыҡтар" сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас