

5 июндә ҡатнашыусыларҙы лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре рәүешендә эшлекле программа көтә.
Шулай уҡ “Геройҙар дәүере”, “Демография һәм ғаилә”, “Мәҙәни код: донъя тенденциялары” тигән темаларға дискуссиялар уҙғарыла. Кисә “Мин – бәхет! Тәрән сағылыш” тигән спектакль менән тамамланасаҡ.
6 июндә лә бер нисә майҙансыҡ эшләйәсәк. Шулай уҡ табиптар һәм психологтарҙың бушлай консультациялары ла ойошторола. “Мәҙәни код” темаһына ярашлы күргәҙмәләр булдырыласаҡ. Балалар зонаһында баланы ҡарауға ҡалдырып китеп буласаҡ. Асыҡ академия саралары Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: “Молодежная газета” сайтынан.