+30 °С
Болотло

“Китап” нәшриәтенең магазины – йәмле, ҡотло урын

“Китап” нәшриәте магазины Ленин урамы 26-сы һанлы йортта 2024 йылда асылғайны. Һатыу залынан тыш бында ижади саралар өсөн майҙансыҡ та булдырылғайны. Унда күргәҙмәләр, китап уҡыуҙар һәм презентациялар, автограф-сессиялар һәм авторҙар менән осрашыуҙар үткәрелә, икенсе төрлө итеп әйткәндә, ул республиканың креатив сегментына ярҙам итеүсе булараҡ эшләп килә.

“Китап” нәшриәтенең магазины – йәмле, ҡотло урын“Китап” нәшриәтенең магазины – йәмле, ҡотло урын
“Китап” нәшриәтенең магазины – йәмле, ҡотло урын

“Китап” нәшриәтенең магазины милли мәҙәниәт үҙәгенә әүерелде. Яҙыусылар, китап сығарыусылар, уҡыусылар өсөн яңы урын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамында асылғайны.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев белдереүенсә, бөгөн “Китап” нәшриәте Рәсәй милли китап сығарыу системаһында алдынғы позицияларҙы биләй. Беҙҙең бөтә китаптар ҙа  ГОСТ талаптарына тура килә, социаль хаҡтар буйынса һатыла. 2024 йылда беҙҙең китаптар Рәсәй һәм региональ кимәлдә 16 награда алды. Беҙҙең өсөн төп эш – республика халҡын юғары сифатлы милли әҙәбиәт менән тәьмин итеү.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Китап” нәшриәте магазины Ленин урамы 26-сы һанлы йортта 2024 йылда асылғайны. Һатыу залынан тыш бында ижади саралар өсөн майҙансыҡ та булдырылғайны. Унда күргәҙмәләр, китап уҡыуҙар һәм презентациялар, автограф-сессиялар һәм авторҙар менән осрашыуҙар үткәрелә, икенсе төрлө итеп әйткәндә, ул республиканың креатив сегментына ярҙам итеүсе булараҡ эшләп килә. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Мөнир Ҡунафиндың “Я вышел из боя живым” тигән, Мәскәүҙә АСТ издательствоһында баҫтырылған китабы сығырға тейеш.

Мәғлүмәт, фото: “Башинформ”.

 

 

Автор:
Читайте нас