+30 °С
Болотло

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының икенсе көнө.

Бөгөн  Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының икенсе көнө бара.    Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла “Иҙел” тип аталған майҙансыҡ эшләне.

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының икенсе көнө.II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының икенсе көнө.
II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының икенсе көнө.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова әйтеүенсә, “Иҙел” майҙансығында йәш уҡытыусыларҙың һәм “Әсә теле” республика педагогик оҫталыҡ бәйгеһе еңеүселәре һәм ҡатнашыусылары эшләгән. Секция эше икегә бүлеп ойошторолған. Береһендә мастер-класс булһа, икенсеһендә - тренинг. Мастер-класта Вадим Зәйнулла улы Толомбаев   йәш уҡытыусыларға һәм буласаҡ уҡытыусыларға яһалма интеллекты ҡулланып, башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡлы формалар эшләргә өйрәтте, ә инде психология фәндәре кандидаты Алһыу Рәшит ҡыҙы Биктаһирова стрестан һаҡланыу юлдарын күрһәтте, сөнки уҡытыусыларҙың эше йыш ҡына күҙгә күренмәгән стресс менән дә бәйле. Төрлө йәштәге уҡытыусылар психолог менән рәхәтләнеп аралашты, үҙҙәрен көсөргәнештән һаҡлау күнегеүҙәрен бергәләп уйын форматында өйрәнде. Артабан “Белем” лекторийында, һуңынан "Урал батыр" кабинетында (Рәсәйҙә берҙән-бер кабинет) йыйылып, эш барышында барлыҡҡа килгән һорауҙар хаҡында һөйләшеү ойошторолдо, бик матур тәҡдимдәр индерелде. Йәш уҡытыусылар белемле, дәртле, креатив икәнлектәрен күрһәтте. Ҙур теләк менән мәктәптә эшләп йөрөйҙәр. Киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ итеп эшләү методтары һәм алымдары ҡаралды. 

 

Альбина Ғөбәйҙуллина.

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының икенсе көнө.
II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының икенсе көнө.
II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының икенсе көнө.
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас