

12 май илебеҙҙең төрлө региондарынан 250 өҫтәмә белем биреү буйынса педагог ижади конкурста ҡатнашыу өсөн килде.
Дөйөм Рәсәй мәғариф профсоюзы рәйесе Лариса Солодилова әйтеүенсә, өҫтәмә белем биреү педагогтарының төп эше – һәләтле балаларҙы асыу. Шуға ла был конкурс ошо ижади таланттарҙы асыу һәм ошо профессиональ тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн ойошторола.
Дөйөм Рәсәй мәғариф профсоюзы конкурсты унынсы тапҡыр үткәрә һәм ошо ара эсендә унда 2,5 мең педагог һәм методист ҡатнашҡан.
Петрозаводск ҡалаһынан килгән “Петровский дворец” өҫтәмә белем биреү үҙәге педагогы Александра Ковалева билдәләүенсә, бында конкурстар бөтә Рәсәй педагогтарын берләштерә, уртаҡ проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә.
Өфө ҡалаһының “Созвездие” балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Марина Лапшина: “Беҙ рус халыҡ йырҙрын йырлайбыҙ, бейейбеҙ, уйнайбыҙ, балсыҡтан традицион уйынсыҡтар, һыҙғыртҡыс-уйынсыҡтар эшләйбеҙ. Беҙҙең төп үҙенсәлек шунда: балалар үҙҙәре эшләй ҙә, үҙҙәре шул һыҙғыртҡыс-инстурменттарҙа уйнай, концерттарҙа ҡатнаша”, - тип тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Ҡатнашыусылар араһынан Курск өлкәһенән дә педагогтар бар. “Грани” үҫтереү үҙәге директорының тәрбиәүи һәм ойоштороу эштәре буйынса урынбаҫары Родион Бунин-Конарев белдереүенсә, Курск өлкәһендә тыуған ҡыйын хәлдәрҙән һуң тап өҫтәмә белем биреү һәм белем биреү системаһы балалар менән эшләүҙең төп өлөшөн үҙенә алған. Бында ваҡытлыса йәшәп тороу пункттарында балалар өсөн төрлө ижади программалар, мәҙәни-ял итеү саралары ойошторолған.
Өҫтәмә белем биреүҙә сикләүҙәр юҡ. Һүрәт төшөрөү, бейеү, ағасты юнып эшләү, роботехника, спорт, туризм. Һәр бала үҙенең уҡытыусы-остазы менән күңеленә ятҡан һөнәрҙе үҙләштерә ала.
Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин уҡытыусыларҙың ғәжәйеп кешеләр икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки улар балаларға кеше өсөн иң мөһим булғанын – йөрәген, күңелен бирә. “Өҫтәмә белем биреү – ул тотош бер донъя”, – тине министр.
Бөтә Рәсәй конкурсы 15 майға тиклем барасаҡ. Ҡатнашыусылар үҙҙәре генә түгел, ә уларҙың тәрбиәләнеүселәре лә тулҡынлана һәм үҙенең остазы өсөн көйә. Бөтә педагогтар ҙа лауреат булып бөтмәһә лә, уҡыусылары өсөн улар – иң яҡшылары!
Фото Айрата Нурмухаметова