+30 °С
Болотло

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы

2025 йылдың 12-13 майы Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үтәсәк.

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезыII Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы
II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы

Съездың маҡсаты һәм бурыстары:

-республикала һәм унан ситтә йәшәгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һәм уҡыу йорттары етәкселегенең туған тел һәм әҙәбиәтте уҡытыу системаһын камиллаштырыу буйынса ғилми-педагогик берләшмәләренең көсөн туплау;

-туған тел һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең статусын күтәреү;

-киң йәмәғәтселектең иғтибарын башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған телдәрҙе өйрәнеүгә йүнәлтеү.

Съезда барлығы 650 кеше ҡатнашыуы көтөлә. Делегаттар исемлегенә республика белем биреү учреждениелары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Рәсәй Федерацияһы региондарының (Ырымбур, СИләбе, Курган, Һамар, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-Мансийск автономия округы-Югра, Мәскәү ҡалаһы, Ҡаҙағстан, Пермь крайы) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм директорҙары; шулай уҡ муниципаль район һәм ҡалаларҙың туған телдәрҙе курировать иткән методистар һәм специалистар инә. Унан тыш милли инновацион һәм полилингваль күп профилле белем биреү ойошмалары директорҙары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында туған башҡорт телен алып барыусы тәрбиәселәр һәм мөдирҙәр, профессиональ белем биреү һәм юғары белем биреү ойошмаларын башҡорт теле уҡытыусылары, “Филология” һәм “Педагогик белем биреү” йүнәлештәре буйынса юғары уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар килеүе көтөлә.

Тағы ла сараға түбәндәге төркөмдәр саҡырыла:

-муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының белем биреү буйынса һорауҙарҙы хәл итеүсе урынбаҫарҙары, муниципаль район һәм ҡала округтары мәғариф бүлеге начальниктары;

-РФ субъекттарының милли мәғариф һорауҙарын хл итеүсе мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре, РФ ойошмалары, федераль власть органдары вәкилдәре һәм етәкселәр;

-БР дәүләт закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре, МХО-ла ҡатнашыусылар

-ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре

-милли мәғариф сфераһы ветерандары.

Автор:
Читайте нас