Өфө хосписы ярҙам һорай
Өфө хосписына ярҙам кәрәк. Бының өсөн аҡса ебәрергә, шулай уҡ аҙыҡ-түлек, мәҫәлән, йәшелсә, ярмалар, уйынсыҡтар килтерергә була. Хосписҡа килеп, кухняла ярҙам итергә була. Әйтәйек, 85 йәшлек Галина Ивановна килеп, өй икмәге бешереп биргән. Хатта хоспистағылар өсөн китап уҡып китергә лә мөмкин.
Хоспис Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса төҙөлөп, 2023 йылда асылғайны.
Бина төҙөлгән осорҙан алып кешеләр уға ярҙам итә. Әле лә ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуғалар.
Бының өсөн Өфө хосписының сайтына инегеҙ ufahospice.ru/, шылтыратығыҙ йәки Өфө ҡалаһы, Даян Мурзин урамы, 8 адресы буйынса килеп, ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итегеҙ.