+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан «Китап» нәшриәте – иң яҡшылар иҫәбендә

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте беренсе тапҡыр 2024 йылда дөйөм тираж күләме буйынса Рәсәйҙең 50 нәшриәте иҫәбенә инде. Республика нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова белдереүенсә,  «Китап»  абруйлы федераль рейтингка ингән берҙән-бер милли дәүләт нәшриәте. Уның тиражы – 609,46 мең дана.

Башҡортостан «Китап» нәшриәте  –  иң яҡшылар  иҫәбендә
Башҡортостан «Китап» нәшриәте – иң яҡшылар иҫәбендә

«Былтыр беҙҙә 151 китап баҫылып сыҡты, бүләк баҫмалары ныҡ күп булды. Шулай уҡ беҙ төбәк һәм ил күләмендә 16 награда алдыҡ, икенсе йыл рәттән «Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары» һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары» билдәһенә эйәһе булдыҡ. Республиканан ситтә лә башҡорт китаптарына ҡыҙыҡһыныу бар – маркетплейстарға сығарғас, һатыу ҡырҡа артты, баҫмалар Ҡаҙағстанға, Белоруссияға һәм башҡа илдәргә оҙатылды»,    ти ул “Башинформ” агентлығына биргән интервьюһында.

Нәшриәт 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенә бик күп ҡыҙыҡлы саралар планлаштыра.

 

Сығанаҡ “Башинформ”

 

Автор:
Читайте нас: