«Үҙаллылыҡ юлы еңел булмай»
Гөлмирәнең атай-әсәһе ваҡы-тында Башҡортостандан Үзбәкстанға бәхет эҙләп барып юлыҡҡан меңәрләгән парҙарҙың береһе була. Шул сәбәпле ғаиләләге апалы-һеңлеле ҡыҙҙар ҙа ҡояшлы Маргилан ҡалаһында донъяға килә. Тик үзбәк ере артыҡ иркәләмәй уларҙы, аталары мәрхүм булып, әсәләре ике үҫмер бала менән Өфөгә әйләнеп ҡайта. Педагогик белемле ҡатынға Ағиҙел ҡалаһынан эш тәҡдим итәләр һәм ул риза булып, Гөлмирә 6-сы синыфҡа шундағы 2-се мәктәпкә уҡырға бара.
Бөрө медицина училищеһын тамамлап, Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Перинаталь үҙәктә хеҙмәт юлын башлай йәш шәфҡәт туташы. Сағыу, шаян, үткен була ул. Атлап түгел, йүгереп кенә йөрөгәне, һәр саҡ көлөп-йылмайып торғаны, бер ваҡытта ла үпкәләй белмәгәне өсөн ярата үҙен өлкән хеҙмәттәштәре. Әлбиттә, егет-елән дә битараф ҡалмай. Ғашиҡ була һәм ярата, парлаша һәм ғаилә ҡора торған саҡтарында йәштәрҙе кем тота алһын? Гөлмирә лә иң яҡты хистәр менән кейәүгә сыға, иң бәхетлеһе беҙ ҙә, иң көслө һөйөү – беҙҙә, тип уйлай. Беренсе бала булып ҡыҙҙары донъяға килә. Тормош иптәше хәлле кешеләрҙең улы була, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйҙәр. Әммә әле тәжрибәһеҙ булһа ла, эске тойомлауы менән был еңел йәшәйештең яҡшыға алып бармаҫын аңлай ҡатын. Сөнки ире эшләмәй, ә кәйеф-сафаға һәр саҡ аҡсаһы бар. Еңел бирелгәндең ҡәҙере булмай, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит, ир кеше лә насар ғәҙәттәргә бирешеп китеп, ата малын елгә осора ла башлай.
Ковид
Ағиҙелгә ҡайтҡанбыҙ, йәшәр урын яйларға, балаларҙы ашатырға, кейендерергә кәрәк. Нейродефектолог һөнәренә уҡырға ингәнмен, уныһы түләүле. Ипотекаға фатир алдым, йортҡа инергә пластик стакан менән тәрилкәнән башҡа нәмәм юҡ. Поликлиникала табип янында шәфҡәт туташы булып ултырам, ковид госпиталенән дежурҙан сыҡһам, бында минең менән аралашырға ҡурҡалар. Коридорҙың теге осонан ғына ҡул болғап сәләмләйҙәр ҙә бүлмәләренә инеп йәшенәләр. Унан инде бергә ултырған табибым да баш тартты, һин – йәш кеше, биреш-мәҫһең, ә минең, зарарланған осраҡта, тере ҡалыуым икеле, тине. Уны ғәйепләп тә булмай ине! Үҙем дә коллегаларым, яҡындарым араһында хәүеф тыуҙырып йөрөүемде аңлайым бит инде, шул сәбәпле тулыһынса ковид үҙәгенә күстем...
...
Алда әйткән фекеремде дауам итеп, баш ҡалҡытмай эшләй-эшләй шулай ипотекамды ҡапланым, ҡурҡыныс сир аҙыраҡ сигенгәс, балаларға диңгеҙ күрһәтеп килдем. Ул саҡта ла, бөгөн дә, «һин аҡса өсөн» тип «саҡҡан» кешеләр бар. Ә мин йәшермәйем һәм бынан оялмайым да. Эйе, аҡса өсөн! Әммә аҡса йәшәүҙән ҡәҙерлерәк түгел. Ковидта мин һәм минең кеүек башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре, ғүмерҙәрен ҡур-ҡыныс аҫтына ҡуйып, ауырыуҙарға ла, үҙҙәренә лә ярҙам итте. Әгәр шунда ҡалтырап өйҙә ятһам, хәлем дә яҡшырмаҫ, башҡаларға файҙам да теймәҫ ине. Үкенмәйем».
«Мин бит ҡыҙ бала үҫтергәйнем!»
Ил буйынса махсус хәрби операция иғлан ителгәс, Гөлмирә Нәҙерғол ҡыҙының почтаһына Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хат килә. Республиканан шундай-шундай полк ойошторола, ҡатнашырға теләгегеҙ юҡмы, тигән мәғәнәлә була эстәлеге. Ысынында был тәҡдим шәфҡәт туташының башында тыуған уй менән бергә килеп төшә. Хәл тап Яңы йыл алдынан була. Өфөләге апаһында байрам табынына йыйылалар һәм шунда ҡатын яңылығын ғаиләһенә еткерә. Һигеҙ йәшлек улы Марат: «О-о-о! Әсәй һуғышҡа китә, как круто!» – тип ҡысҡырһа, үҫмер Азалияһы: «Мин тағы һинһеҙ ҡаламмы?» – тип ҡылтая. Ә әсәһе, күпте күргән Гүзәл Мәғсүм ҡыҙы, был хәбәргә шул тиклем албырғауҙан әсенеп әйтә: «Мин бит ҡыҙ бала үҫтергәйнем!»
Һуғышта һөйөүгә урын бар
«Бында бит инде мин бөтөнләй икенсе маҡсаттар менән килгәйнем. Балаларымдың алдағы уҡыуҙарын, тормошта урынлашыуҙарын уйлап, дөрөҫөн әйткәндә. Шунлыҡтан, күпкә йәш ир-егеттең янымда уралана башлауына тәүҙә һағайып ҡараным. Әммә бында йәшәйеш тә, донъяны ҡабул итеү кеүек фәлсәфәүи төшөнсәләр ҙә икенсерәк, күпкә көслөрәк, тип әйтәйекме, ҡабул ителә. Һин бөгөн бар икәнлегеңде генә беләһең, иртәгәһе көнөң өсөн бер ниндәй ҙә гарантия юҡ. Әйтергә кәрәк, көнкүреш проблемалары менән булышмайбыҙ беҙ, ғаилә мөнәсә-бәттәре икенсе, өсөнсө планда, ә бөтөн шөғөлөбөҙ – һуғыш, һуғыш, һуғыш... Ошо һуғыш эсендә һуғыш романтикаһына ла, йәғни һөйөүгә урын бар»...
...– Мин бит инде йәш ҡыҙ түгел. Тормошта булғанмын, балаларым үҫеп килә. Ә ул, утыҙҙы үтһә лә, өйләнмәгән әле.
Миләүшә Ҡаһарманова