Нөгөш буйында йөнтәҫ аяҡлы һар ҡарсығаны күреп ҡалғандар. Уны ҡышлаусы ҡош, тип тә билдәләйҙәр «Башҡортостан» милли паркында.
Был ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс ҡоштарҙың яратҡан ризығы – ваҡ кимереүселәр. Улар сысҡандарҙы эҙләп ер өҫтөндә оҙаҡ әйләнеп оса. Тәүлегенә 30-ға тиклем ваҡ кимереүсене ашай. Йылан итен дә ярата ул. Тик йыртҡыс ҡоштоң йылан ағыуына иммунитеты юҡ. Әгәр йылан саҡһа, был ҡыйғыр ҡош үлә", – тип һөйләнеләр милли паркта.
Һарҙарҙың 25 төрө билдәле, улар – Европа, Азия, Африка һәм Америкала таралған күсмә ҡоштар. Ябай һарҙар ҡатнаш урмандарҙа йәшәй. Ҡанаттары киң, сағыштырмаса ҡыҫҡа. Ҡойроғо ҡыҫҡа, түңәрәкләнгән. Ҡаурыйының өҫкө өлөшө ҡара ҡоңғорт, аҫты ҡыҙғылт-көрән.
Ә яңыраҡ ҡына «Башҡортостан» милли паркына күсмә ҡоштар туҡтағайны.