Башҡортостанда «Минең шәжәрәм» конкурсы үткәрелә.
Конкурстың ойоштороусыһы – БР Архив эштәре буйынса идаралығы, саранҙы БР Милли архивы үткәрә. Конкурста Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре вәкилдәре түбәндәге йәш категорияларында ҡатнаша ала:
Конкурсты үткәреү маҡсаты булып йәштәрҙә үҙ ғаиләһенең, ырыуының тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу; шәжәрә төҙөү барышында ғилми-тикшеренеү, тыуған яҡты өйрәнеү, этнографик эшмәкәрлекте киңәйтеү; йәштәрҙе тикшеренеү һәм ғилми эшкә йәлеп итеү тора.
Конкурс ватан тарихын үҙ ғаиләһе тарихы аша өйрәнеүгә йәлеп итеү; үҙенең бәләкәй ватанына патриотик мөнәсәбәт һәм уның тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү тора; быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, милли традициялар уртаҡлығы нигеҙендә ғаилә һәм ғаилә-туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу; йәштәрҙең тарихи аңын һәм әхлаҡи мәҙәниәтен формалаштырыу; ғаилә ялының яңы формаларын булдырыу, шәжәрә традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү; архив документтары, шул иҫәптән «Башархив»порталында урынлаштырылған документтар менән эшләү күнекмәләрен үҙләштереү бурыстарын күҙ уңында тота.
Еңеүселәр һәм призерҙар – дипломдар һәм иҫтәлекле приздар, ә ғилми етәкселәре рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Улар иҫәбенә инмәгән ҡатнашыусылар сертификат ала.