24 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса федераль стратегик башланғыстар Агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева ҡаланың «Арт-КВАДРАТ»ижади киңлегендә булды.
Уның майҙансығында республиканың ижади берләшмәһе вәкилдәре менән осрашыу һәм уларҙың яңы проекттары менән таныштырыу үтте.
Осрашыу алдынан ҡунаҡтар ижади киңлек һәм уның майҙансығында тормошҡа ашырылған бер нисә проект менән танышты. Шуларҙың береһе – «Фабрика» универмагы, унда 100-ҙән ашыу Рәсәй етештереүсеһе, шул иҫәптән республика етештереүселәре дизайнер кейемен һаталар.
Проект етәксеһе Анна Уварова һөйләүенсә, проект партнерҙары менән эшләү сиктәрендә уларға продукцияны алға ебәреүҙә ярҙам итәләр – кейем һатыуға булышлыҡ күрһәтәләр, социаль селтәрҙәр алып баралар, тематик контент төшөрөү өсөн фотостудия бирәләр.
Радий Хәбиров менән Светлана Чупшева «Кубус» архитектура мәктәбендә лә булды. Унда 6-15 йәшлек балалар проектлау менән шөғөлләнә.
Артабан проект авторҙары үҙ инициативаларын тәҡдим итте. «Муха» анимация студияһы директоры Артур Абдрахманов Башҡортостан Башлығына «Төньяҡ Амурҙары» тулы метражлы йәнһүрәтен төшөрөүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы ижади коллективтың «Салауат Тоҡомдары» исемле яңы проекты менән таныштырҙы.
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев һәм продюсер Матвей Зубалевич киноиндустрияның үҫеше тураһында һөйләне. 2024 йылда студияның биш яңы проекты республиканан грант ярҙамы алды. Һүҙ патриотик һәм социаль тематикаға фильмдар төшөрөү тураһында бара.
АСИ-ның генераль директоры Светлана Чупшева презентацияла тәҡдим ителгән башланғыстарҙы юғары баһаланы һәм уларға артабан ярҙам итеүгә яңы алымдар тураһында һөйләне.