Рәсәй Хөкүмәте «Ғаилә ипотекаһы», «Алыҫ Көнсығыш һәм Арктика ипотекаһы», шулай уҡ «Льготалы ипотека» программалары буйынса процент ставкаһын субсидиялау өсөн резерв фондтан өҫтәмә рәүештә 446,9 миллиард һум йүнәлтә. Был турала бойороҡҡа Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Бүленгән сумманан 142 миллиард һумы «Ғаилә ипотекаһы»н субсидиялау өсөн тәғәйенләнә. Был балалы граждандар өсөн 6% ставка менән льготалы ипотека программаһын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.
Тағы 35,1 миллиард һумы 2% ставка менән «Алыҫ Көнсығыш һәм Арктика ипотекаһы» программаһын бойомға ашырыу өсөн ҡаралған.
Бынан тыш, 269,8 миллиард һумы «Льготалы ипотека» программаһы сиктәрендә элек бирелгән кредиттар буйынса процент ставкаһын субсидиялау өсөн йүнәлтелә.
Өҫтәмә финанслау шул иҫәптән Рәсәй банкының төп ставканы күтәреүенә бәйле, тиелә Министрҙар кабинеты белдереүендә.
Сығанаҡ: «Башинформ».