-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт халҡының бөйөк улы

Бөгөн – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл.

Башҡорт халҡының бөйөк улы
Башҡорт халҡының бөйөк улы

Бөгөн – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл.

Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтҡас, ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

Ул 1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай. 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941 йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китабы, 10-дан ашыу пьесаһы донъя күрә. 1940 йылда СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. 1962—1989 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары.

Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме 1963 йылда бирелә. Ул шулай уҡ – Социалистик Хеҙмәт Геройы  (1979). (1963), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982), ЮНЕСКО ҡарамағындағы Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1978). Ленин премияһы (1984), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1972), РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1967), М. А. Шолохов исемендәге премия (1999) лауреаты.

Әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телгә тәржемә ителгән.

Автор:
Читайте нас: