«Цифрлы ликбез» мәғариф проекты сиктәрендә уҡыусылар өсөн дәрестәр илдең бөтә төбәктәрендә лә үтәсәк.
Уның темаһы - "Ябай электрон ҡултамға". Ул цифрлы грамоталылыҡҡа һәм кибер-хәүефһеҙлеккә арналған.
Ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге төп компаниялар менән партнерлыҡта Рәсәйҙең Цифрҙар министрлығы, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм «Цифрлы иҡтисад» ойошмаһы сығыш яһай.
2024 йылдың 21 октябренән 24 ноябренә тиклем проект сиктәрендә «Интернет» селтәрендә цифровойликбез.рф адресы буйынса хәүефһеҙ тәртип темаларына арналған уҡытыу видеороликтары һәм методик материалдар урынлаштырыласаҡ. Видеоның төп геройы булып опло Миша тора, ул мәктәп уҡыусыларына ябай электрон ҡултамға технологияһы ярҙамында мәғлүмәттәрҙе һаҡлау тураһында һөйләй. Сюжет буйынса, Миша театр студияһында телефонын ҡарауһыҙ ҡалдыра, ә дуҫтары уның менән шаяртырға һәм уның иҫәбенә интернет аша пицца заказ итергә ҡарар итә. Уҡытыусы уларҙы туҡтата һәм ябай электрон ҡултамғаның нимә икәнен һәм уны ҡулланмау, ниндәй эҙемтәләргә килтереүен аңлата.
Башҡаларҙың әйберҙәрен алырға ярамай, ә дуҫтарыңды хөрмәт итергә кәрәк, тип иҫкәртә. Проект ярҙамында уҡыусылар интернетта үҙеңде нисек тотоу тураһында белеп кенә ҡалмай, ә аңлайышлы интерактив форматта цифрлы грамоталылыҡ кимәлен күтәрә ала.
Үҫеп килгән быуында был һәләтте үҫтереү Рәсәйҙә цифрлы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә һәм квалификациялы ИТ-кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән “Цифрлы иҡтисад” милли проекты бурыстарына тап килә.
Проект 12+ йәш категорияһындағы уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән, ата-әсәләр йәки уҡытыусылар менән ҡарарға тәҡдим ителә. Ул үҙ эсенә педагогтар өсөн мәғрифәтселек мультипликация роликтары һәм методик материалдар серияһын ала, улар аңлайышлы миҫалдарҙа балаларҙы һәм өлкәндәрҙе цифрлы грамоталыҡ һәм кибер-хәүефһеҙлек нигеҙҙәренә өйрәтә. Видеороликтар Һаҡлыҡ банкыһының “Киләсәккә өлөш индереү” хәйриә фонды, VK, “Авито”, “Касперский лабораторияһы” кеүек алдынғы цифрлы компаниялар-лидерҙарҙың сайтында күрһәтелгән https://digital-likbez.datalesson.ru/ 12+