-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Утлы йөрәк" йылыһы

16 октябрҙә талантлы шағир, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләктең тыуына 65 йыл тулыуға арналған  "Утлы йөрәк" тип исемләнгән хәтер кисәһе үтте. Сараны Милли әҙәбиәт музейы һәм уның филиалдарының береһе – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль-йорт музейы хеҙмәткәрҙәре юғары кимәлдә ойошторҙо.

"Утлы йөрәк" йылыһы
"Утлы йөрәк" йылыһы

Түңәрәк өҫтәлде алып барыусы Зөлфирә Ҡарағужина шағирҙың йөрәк тетрәткес шиғырҙарын уҡыны, бергә уҡыған һабаҡташтары, яҡташтары:  “Ватандаш”  журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, филология фәндәре кандидаты Әнисә Муллағолова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Минзәлә Хәлилова йылы иҫтәлектәре менән бүлеште.

Шағирҙар Хисмәтулла Дәүләтов, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева, яҙыусылар  Мөнир Ҡунафин, Миләүшә Ҡаһарманова, әҙәбиәт белгестәре Ғәҙилә Бүләкова, Зәки Әлибаевтарҙың  ялҡынлы сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Кисәлә шулай уҡ Рәйес Түләктең бер туған апаһының игеҙҙәк ҡыҙҙары Фәниә һәм Ғәлиә Раевалар ҙа ҡатнашты. Алыҫ  араларҙы яҡын итеп Баймаҡтан килеп еткән һылыуҙар, ағайҙары тураһында иҫ киткес матур хәтирәләре менән уртаҡлашып, түңәрәк өҫтәлде  йәмләне. Ҡурайсы, йырсы Юнир Һағынбаевтың ҡурай моңдары, Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллиндың шағир һүҙҙәренә яҙылған “Миләшкәйем” йыры күңелдәрҙе иләҫләндерҙе.

"Утлы йөрәк" йылыһы
"Утлы йөрәк" йылыһы
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: