-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошона фараз бирҙе.

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?
Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошона фараз бирҙе. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә һауа температураһы әкренләп түбәнәйәсәк.

Бөгөн, 4 октябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +13, +18°.

Шәмбе, 5 октябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән -5°тиклем, көндөҙ +13, +18°.

Йәкшәмбе, 6 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8°, урыны менән -2°, көндөҙ +12, +17°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-04/sinoptiki-dali-prognoz-pogody-na-vyhodnye-v-bashkirii-3955161

Автор:
Читайте нас: