-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәштәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа  йәштәр ҙур әүҙемлек күрһәтә. Өфөләге “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә йәштәрҙең сәйәси мәҙәниәте хаҡында һөйләшеү уҙҙы. Был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова һәм палатаның урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы рәйесе Илнур Рамазанов һөйләне.

Йәштәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша
Йәштәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

“Бөгөнгө көн йәштәре бик актив. Мин быны үҙемдән алып әйтә алам: 27 йәшемдә өс һайлауҙа сәркәтиб булып ултырырға тура килде. Улар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысына ла үтә яуаплы ҡарай. Әлеге мәлдә йәштәрҙең 30 процентҡа яҡыны тауыш биргән дә инде. Бигерәк тә ауылдарҙа йәш ғаиләләр ҙур әүҙемлек күрһәтә. Бында, әлбиттә, “Рәхмәт” акцияһы ла мөһим роль уйнай”, –тине Илнур Венер улы.  

Зарина Ғәзизова әйтеүенсә, бөгөнгө йәштәр республика халҡының 26 процентын тәшкил итә. Был – миллиондан ашыу кеше.

–Йәштәрҙең ил, дәүләт киләсәге менән ҡыҙыҡһыныуы ҡыуаныслы күренеш. Уларҙың сәйәси мәҙәниәте, үҙаңы юғары. Һайлауҙарҙағы ирекмәндәр, күҙәтеүселәр ҙә – йәштәр. Ғәҙәттә, һайлауҙарҙа ололар күп ҡатнаша тиҙәр, әммә үткән йылдар статистикаһына күҙ һалһаҡ, тауыш биреүҙә йәштәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Был һайлауҙарға ла улар күпләп килер, – тип белдерҙе ул.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: