-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Фатир алам тиһәң

Социаль селтәрҙә һорау бирәләр: "Фатир һатып алырға теләйем. Уға ҡарата милек хоҡуғына сикләүҙәр бармы-юҡмы икәнен нисек белергә?»

Фатир алам тиһәң
Фатир алам тиһәң

Социаль селтәрҙә һорау бирәләр: "Фатир һатып алырға теләйем. Уға ҡарата милек хоҡуғына сикләүҙәр бармы-юҡмы икәнен нисек белергә?»

«Росреестр»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре яуап бирә.

Мөлкәткә арест һалынғанмы-юҡмы икәнен ике ысул менән тикшерергә мөмкин. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) өҙөмтә һоратып алырға йәки "Росреестр" сайтында ҡарарға мөмкин.

Төп характеристикалар тураһында өҙөмтәне онлайн рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки шәхсән Күп функциялы үҙәктә алырға була. Документта йөкләмәләр тураһында бөтә мәғлүмәт, шул иҫәптән арест һалыу һәм ипотека ла күренәсәк. Әгәр фатир «таҙа» булһа, «теркәлмәгән» тип яҙыла, тимәк, объектта сикләүҙәр юҡ.

«Росреестр» сайтында «Online режимында күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәт» тигән бушлай электрон сервис ярҙамында Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында арест йәки тыйыу тураһындағы мәғлүмәтте тиҙ генә табырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: