-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Совет майҙанында – классик музыка йондоҙҙары

Бөгөн 19.00 сәғәттә Өфөнөң Совет майҙанында «Көҙ романтикаһы» бөтә Рәсәй классик музыка фестивале асыла.

Совет майҙанында – классик музыка йондоҙҙары
Совет майҙанында – классик музыка йондоҙҙары

Бөгөн 19.00 сәғәттә Өфөнөң Совет майҙанында «Көҙ романтикаһы» бөтә Рәсәй классик музыка фестивале асыла.

Сара Өфөнөң 450 йыллығына бағышланған һәм уның программаһы өс көнгә (22-24 август) иҫәпләнгән.

Бөгөн Башҡортостан халыҡ артисы Дмитрий Крюков етәкләгән Республика милли симфоник оркестры донъя кимәлендә 1-се урын алып торған пианист, Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев, донъя кимәлендә 1-се урын алып торған бас, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаков, “Рәсәйҙең алтын кларнетсыһы”, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәҙиуллин һәм Рәсәйҙең – атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаков менән сығыш яһай.

23 августа Үзбәкстандың атҡаҙанған артисы Камолиддин Уринбаев етәкләгән Үзбәкстан Дәүләт симфоник оркестры бер төркөм билдәле солистар, шул иҫәптән Бегисбай Темирбаев (тенор), Хурсандбәк Атамуратов (баритон), Маман Жумабаев (баритон), Отемис Джуманиязов (тенор), Женисбек Пиязов (бас-баритон) менән сәхнәгә сыға.

24 августа Е.Ф.Светланов исемендәге данлыҡлы Дәүләт академик симфоник оркестры маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендә концерт бирә.

Концерттарға инеү ирекле.

Автор:
Читайте нас: